Нефтекама икмәк комбинаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Хлебосольный» ААЙ Нефтекама икмәк комбинаты
Тип

икмәк-күмәс изделиеларын етештереү

Нигеҙләнгән йыл

1959

Элекке исеме

«Нефтекамский» икмәк комбинаты

Урынлашыуы

Нефтекама, Башҡортостан

Тармаҡ

аҙыҡ-түлек

Продукция

икмәк-күмәс изделиелары


Нефтекама икмәк комбинаты «Хлебосольный» ААЙБашҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһының сәнәғәт зонаһында урынлашҡан аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеһы. Ҡала өсөн стратегик әһәмиәткә эйә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нефтекама икмәк комбинаты 1959 йылдың 4 декабрендә файҙаланыуға тапшырыла. 1993 йылда предприятие Асыҡ акционер йәмғиәте булараҡ теркәлгән, 2004 йылда «Интеграл» холдингы составына инә, ә 2005 йылда үҙенең эшен яңы «Хлебосольный» бренды аҫтында башлап ебәрә[1].

Продукцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икмәк комбинатының төп эшмәкәрлек төрө булып икмәк-күмәс һәм кондитер изделиелары етштереү һәм һатыу тора. Комбинат составына өс производство инә: икмәк, күмәс-керәндил, «Хлебосольный» сауҙа селтәре. Етештерелгән продукция ассортименты 200 төрҙән артып китә[2].

Икмәк бешереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 24 атама икмәк (бойҙай, арыш-бойҙай мейес төбөндә һәм формала бешкән икмәк, ҡайнар һыуға баҫып бешерелгән икмәк, дауалау-профилактик)
  • 10 атама сохарый (йөҙөм, сәтләүек, мәк, ҡуйыртылған һөт менән һ. б.)
  • 17 атама перәник (бөтнөклө перәник, шоколадлы, ҡуйыртылған һөт менән)
  • 5 төр печенье (һоло печеньеһы, ыуалып торған ҡамырҙан бешерелгән печенье һ. б.)

Күмәс-керәндил сығарыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 8 атама керәндил изделиелары (ваҡ керәндилдәр, бубликтар, керәндилдәр, сәй таяҡсалары)
  • 26 атама тәмләткестәр ҡушып бешерелгән һәм күмәс изделиелары

Юғары сортлы тәм-том изделиелары етештереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 50 атама торттар (бисквит, ыуалып торған ҡамырҙан бешерелгән, баллы — ҡуйыртылған һөт менән, аҡһым, майлы крем, ҡаймаҡ туҡып күпертелгән, емеш-еләкле, шоколадлы һәм башҡалар)
  • 1,5 кг-дан алып ауырлыҡтағы заказ буйынса торттар
  • 35-тән артыҡ атама пирожныйҙар, төрмә, кекстар, зефир, мармелад, имә торған карамель[3].

Сауҙа бәйләнештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Предприятиела үҙ эсенә 27 нөктәне индергән сауҙа селтәре булдырылған; ике залы булған кафе, шуларҙың береһе балаларҙыҡы. Комбинатта аккредитацияланған производство-технологик лаборатория булдырылған, ул даими рәүештә сифатты күҙәтә. Модернизациялау, ҡорамалдарҙы яңыртыу, яңы технорогияларҙы үҙләштереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Бөтә продукция сертификацияланған. Ҡаланың, яҡында ятҡан ҡала һәм райондарҙың (Ҡалтасы, Краснокама, Борай, Яңауыл, Илеш райондары, Бөрө, Дүртөйлө ҡалалары) һәм Удмуртия Республикаһының 300-ҙән артыҡ сауҙа предприятиелары «Нефтекама икмәк комбинаты» ААЙ продукцияһын һаталар[1].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө конкурстарҙа һәм смотрҙарҙа яулаған наградалар сифатты раҫлаусы дәлилдәр булып торалар. «Особый», «Семейный», «Полевой», «Шифа» икмәктәре, «Дуҫлык» күмәсе, «Докторские» бәләкәй икмәге, бәлештәре, «Торжество» пирожныйҙар йыйылмаһы, ҡара емеш һәм күрәгә менән ҡатлаулы торттар, «Баллы», «Йогурт хуш еҫле», «Карамель хуш еҫле», «Сәтләүек ботағы», «Шоколадлы-сәтләүекле», «Емеш-еләк баҡсаһы» торттары, ҡатлаулы пирожныйҙар серияһы, «Нежное» пирожныйы, ҡатлаулы ҡамыр Республика кимәлендә билдәлелек яулайҙар. Төрлө осорҙа «Шифа», «Юбилейный» икмәктәре, күрәгәле өй бәлеше, ҡара емешле ҡатлаулы торт, «Баллы» торты, «Диво» торты, «Радость» күмәсе, «Дуҫлык» күмәсе, «Витушка Камская», «Белоснежка» перәниге, зефир һәм башҡалар Рәсәй кимәлендә наградалар яулайҙар. Ә «Фруктовый сад» серияһынан «Ореховая ветка» һәм «Черника», «Клубника», «Ананас», «Манго» торттары 2005 һәм 2006 йылдарҙа «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсы лауреаттары булдылар[1].

Бынан тыш, «Нефтекама икмәк комбинаты» ААЙ продукцияһын халыҡ-ара кимәлдә баһаланылар! 2009 йылда Нефтекамалылар конкурстан бик яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡайттылар: «Нефтекамский» икмәге «Икмәк бешереүҙә милли традициялар» номинацияһында I дәрәжә диплом һәм алтын миҙал ала, Нефтекама предприятиеһы продукциялары «Өй бәлештәре ассортименты» номинацияһында II дәрәжә дипломға лайыҡ була[4].

Предприятие адресы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 452680, Башҡортостан Республикаһы, Нефтекама ҡалаһы, Тракт урамы, 22

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сочи икмәк комбинаты
  • Калуга икмәк комбинаты
  • Арсеньев икмәк комбинаты

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]