Миҙал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Миҙал
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә медальерика[d] һәм нумизматика
 Миҙал Викимилектә
Миҙалдың йөҙьяғы (аверсы). Уны Гонзага ғаиләһе сәйәси союздаштарына тарата — Яңырыу дәүере Европаһында киң таралған ғәҙәт була. Пизанелло тарафынан 1448 йылда әҙерләнгән.
Шул уҡ миҙалдың артъяғы (реверсы), был күсермәлә аҫып ҡуйыу өсөн тишек һуңыраҡ өҫтәлгән.
К. Герберт Гувер (Годфруа Девриз) һүрәтләнгән миҙал
Финляндия президенты Я. К. Паасикивиҙың Хайкки Хяйвяоджа проекты буйынса эшләнгән иҫтәлекле миҙалы
Алғы яғы һүрәтләнгән төрлө приз миҙалдары. Элә торған ҡулсалар һәм миҙалдарға хас таҫмалары бар, баштан кейелеп, муйынға аҫып ҡуйыла.
Император Иоанн VIII Палеологтың Флоренцияға сәфәре ваҡытындағы миҙалы, Пизанелло (1438). Грек телендә былай тип яҙылған: «Иоанн Палеолог, басилей (монарх) һәм римлеләрҙең автократоры».

Миҙал (фр. medaille, от лат. metallum — «металл») — махсус билдә. Ниндәй ҙә булһа ваҡиға иҫтәлегенә, юбилейҙар уңайынан бирелгән, хәрби, хеҙмәт ҡаҙаныштары, фән, техника, мәҙәниәт, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары, уҡыу уңыштары һәм башҡалар өсөн бүләк[1].

Ғәҙәттә металл билдә рәүешендә эшләнә, йышыраҡ ҡабарынҡы һүрәттәр менән түңәрәк формала була. Уның алғы (аверс), артъяғы (реверс) һәм сите (гурт) бар. Күп миҙалдар ҡалыпҡа йәки планкаға беркетелә. Миҙал өсөн бындай ҡалып эмаль менән ҡапланған йәки билдәле бер төҫтәге муар таҫма менән уратылған булырға мөмкин.

Миҙал төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дәүләт миҙалдары
  • Юбилей миҙалдары
  • Ведомствоға ҡараған миҙалдар
  • Йәмғиәт миҙалдары
    • Дини ойошмалар миҙалдары
    • Сәйәси партиялар миҙалдары
    • Мәктәп миҙалдары
  • Спорт миҙалдары

Аҡса әйләнешендә ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алтын тәңкәләр (дукат, флорин, цехин) һәм талерҙар һәм талерға оҡшаш тәңкәләрҙе һуғыу менән айырым дәүләттәр, кенәзлектәр, ҡалалар, епископлыҡтар, бер нисә ҡаланың йәки кенәзлектәрҙең валюта союздары һ.б. шөғөлләнә. Тик айырым дәүләттәр, кенәзлектәр, император ҡалалары, тейешле тәңкә хоҡуғына эйә булған ҡалалар ғына аҡса һуғыу хоҡуғына эйә була. Тәңкә регалияһын, йәғни аҡса һуғыуҙан килгән килем алыу мөмкинлеген, алыуы ҡыйын булған.

Тап шуға күрә ул ваҡытта юбилей, матәм, иҫтәлекле миҙалдар сығарыу биләмә кенәздәре, айырым ҡалалар тарафынан киң ҡулланыла. Уларҙың үҙ аҡсаһын әйләнешкә индрергә хоҡуғы булмай. Ваҡ кенәзлектәр, ҡалалар ниндәй ҙә булһа (күңелле йәки фажиғәле) ваҡиғаға көмөш миҙалдар сығара.

Бындай миҙалдарҙың тематикаһы булып ваҡ кенәздәрҙең вафаты, тыуған көнө, никахлашыуы, айырым ҡалаларҙың бойондороҡһоҙлоғын иғлан итеү даталары, тау-ҡаҙылма рудниктарын асыу һәм башҡалар тора. Артабан бындай миҙалдар дәртләндереү йәки түләү өсөн ҡулланыла. Артабан бындай миҙалдар йыш ҡына аҡса әйләнешенә эләгә һәм аҡса булараҡ ҡулланыла. Өҫтәүенә, бындай миҙалдар эмитенты эмиссия килеменә оҡшаш килем ала тиерлек, ә юридик яҡтан аҡса сығарылмаған.

Шулай уҡ Европала талер йәки алтын тәңкә ауырлығына һәм пробаһына тап килгән иҫтәлекле һәм юбилей миҙалдары сығарыла. Бындай миҙалдар бүләккә, дәртләндереүгә, бүләкләүгә тәғәйенләнә. Әммә бүләктәрҙән тыш, улар аҡса сифатында тотонола алған бүләк тә булып хеҙмәт иткән. Мәҫәлән:

  • Суҡындырыу талеры — ҙур көмөш талер формаһындағы миҙал исеме, исем туйында бүләк итеү өсөн тәғәйенләнгән. Миҙалдың тематик йөкмәткеһе — Раббыға табыныу (Крещение Господне);
  • Гус талеры — 1537 йылда Чехия реформаторы Ян Гусҡа (1370—1415 йылдар) бағышлап булдырылған талер миҙалдың исеме;
  • Лютер талеры — Германиялағы Реформацияның мөһим ваҡиғаларының йөҙ йыллығы хөрмәтенә талер формаһындағы миҙал (миҙалдың бер яғында Мартин Лютер һүрәтләнгән);
  • 3 дукатҡа тиң алтын миҙал 1719 йылда Саксонияла һуғыла; алғы яғында алтын эҙләүсе амур һүрәте, кире яғында алтын тәңкә һуғыусы амур һүрәтләнгән.

Рәсәйҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XV быуатта миҙалдар ролен уйнаған, бүләкләү өсөн генә тәғәйенләнгән "алтын"дарҙы (ауырлыҡ стандарттары буйынса венгр, португал һәм башҡа алтын тәңкәләрҙең ауырлыҡ нормаһына тап килә) сүкеү Иван III тарафынан XV быуатта башлана. Бындай тәңкәләрҙе сығарыу, уларҙың тәғәйенләнеү үҙенсәлеге арҡаһында, бик сикләнгән була, сөнки сеймал башлыса сит ил тәңкәләре рәүешендә килтерелгән. Рус документтарында 1469 йылдан башлап «алтын» менән бүләкләү телгә алына.

Төрлө сығанаҡтарға ярашлы, XVI—XVII быуаттарҙа, таҫмаға эленгән көмөш алтын, яуҙа ҡатнашҡан һалдаттар өсөн түбән дәрәжәләге бүләк була.

Офицерҙарға һәм хәрби начальниктарға дукат өлөшөнән алып бер нисә дукатҡа тиклем ауырлыҡ менән һуғылған алтын бүләк итәләр, был биләгән вазифанан һәм чиндан, ә шәхси ҡаҙаныштарынан түгел, ә дәрәжәнән сығып эшләнә. Шулай уҡ хәрби походтарҙа һәм алыштарҙа ҡатнашыусылар алтын тәңкә-миҙалдар менән бүләкләнә. Бындай тәңкә рәүешендәге наградалар кейемгә, кәпәсгә йәки сылбырҙа беркетелгән килеш йөрөтөлә.

1654 йылда Украинаның Рәсәйгә ҡушылыуы уңайынан Богдан Хмельницкийҙың казактарын бүләкләү өсөн алтын тиндән алып өс червонец дәрәжәһенә тиклем тиҫтәләрсә мең алтын тәңкә-миҙал һуғыла. Гетмандың үҙенә 10 червонецлыҡ (34 граммға яҡын алтын) миҙал тапшырыла.

Бүләкләң өсөн ҡулланылған, Рәсәй тәңкә-червонецтары булараҡ биҙәлгән "алтын"дарҙы һуғыу Рәсәйҙә XVII быуатҡа тиклем тормошҡа ашырыла. Был практика Петр I заманында туҡтатыла. Һалдаттар өсөн йәки бәләкәйерәк ҡаҙаныштары өсөн көмөш тәңкәләргә тиң көмөш миҙалдар һуғыла. Быға оҡшаш миҙалдар (көмөш һәм алтын) аҡса әйләнешендә ғәҙәти тәңкәләр менән бер рәттән йөрөй.

Хәрби хәрәкәттәрҙә батырлыҡ күрһәткән яугирҙарҙы бүләкләү һуңғараҡ та дауам итә. Айырыуса миҙалдар (тәңкәләр) менән дәртләндереү эше Петр I хакимлығы осоронда күп тапҡыр ҡулланыла. 1699 йылда Петр I Аҙау алыуҙа алыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла алтын миҙалдар тапшыра. Баш командующий А. С. Шеинға — «утыҙ червонец алтын», полковниктарға — ике алтын, подполковниктарға — сирекһеҙ алтын, уҡсылар капитандарына — сирек алтын, ун башлыҡтар һәм рядовойҙарға алтын тинлек бүләк итә. 1702—1703 йылдарҙа Петра I указы буйынса алтын һәм көмөш миҙалдар серияһын (Ливонияның Эрестфер ауылы эргәһендә шведтарҙы еңеү) сығаралар, стиль, күләме һәм үтәлеше буйынса был миҙалдар 1704—1705 йылдарҙа Мәскәүҙәге Адмиралтей тәңкә һарайында һуғылған беренсе Петр I һумының алдағыһы булып тора. 1704—1705 йылдарҙың ҡайһы бер һумдары һәм артабанғы тәңкә һумдары Европа талерҙары түңәрәгендә һуғылған. Шведтарҙы Гангут диңгеҙ һуғышында еңеү айҡанлы ПетрI указы менән — 7 — 150 червонец ауырлығындағы 200 алтын миҙал, 500 икеләтә червонец миҙалы, 1000 берләтә червонец миҙалы, еңеүҙә ҡатнашыусыларҙың бүләкләү өсөн 1000 һумлыҡ тәңкә һуғыла. Был бүләк тәңкәләренең аҫылмалы ҡулайламаһы (ҡолағы) булмаған. Дуров был «алтындан» хәҙерге заман наградаларына күсеү тигән фекерҙә. Улар «бүләк» кенә түгел, ә түләү ҙә («вознаграждение») булып тора.

1709 йылда Полтава<ны еңгәндән һуң бер йыл үткәс, Преображенск һәм Семёновск гвардия полктарының 4500-гә яҡын рядовойы, сержанты һәм унтер-офицеры көмөш миҙал, һумлыҡ («полтава һумы» тип йөрөтөлгән) һәм ике һумлыҡ тәңкә менән бүләкләнә. Ике миҙал да Андреев таҫмаһында йөрөтөү өсөн элмәк менән тәьмин ителгән. Келәймәне Гуэн менән Гаупт эшләй. Уның алғы яғында — ПетрI портреты, кире яғында — һуғыш темаларына һүрәттәр. 1714 йылғы Гангут һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр ошондай уҡ бер һумлыҡ миҙалдар менән бүләкләнә.

1721 йылда Швеция менән Ништадт солохы хөрмәтенә юғары һәм урта команда составын бүләкләү өсөн алтын миҙал һуғыла; һалдаттар өсөн һүрәте буйынса оҡшаш һумлыҡ көмөш миҙал һуғыла. «Ништад» миҙалының тексы түбәндәгесә: «В. И. Б. Щ. (Великому и благоверному щастливому (расшифровка Е. С. Щукиной)) Государю Петру I именем и делами великому российскому императору и отцу по двадесятилетних триумфов север умирившему сия из серебра домашнего медалия усерднейше приносится».

1759 йылда генерал Петр Семёнович Салтыков етәкселегендәге Рәсәй-Австрия армияһы (1700—1772 йылдар) Кунерсдорф һәм Пальциг янындағы алыштарҙа Бөйөк Фридрих етәкселегендәге Пруссия армияһын тар-мар итә. Елизавета Петровна рус яугирҙарына награда (һәм бүләк) сифатында һумлыҡ дәрәжәләге көмөш миҙалдар һуғырға ҡуша. Миҙалдың алғы яғы — императрица портреты, аръяғында — яланда урыҫ һалдаты фигураһы (Иванов эше). Һалдаттарға ҡолаҡлы 33 600 һәм ҡолаҡһыҙ 1000 миҙал таратыла.

Был ваҡиға хөрмәтенә үрҙә телгә алынған миҙал-һумдан тыш, Елизавета Петровна ҡушыуы буйынса Салтыков һүрәте һәм «1 август 1759 йыл. Виктория янында Пальциг» яҙыуы менән «Салтыков һумы» һуғыла. Бындай һумдар Салтыков ғәскәрҙәре араһында күпләп таратыу өсөн тәғәйенләнгән.

1762 йылда, һарай түңкәрелеше ойоштороп, Рәсәй тәхетенә Екатерина II ултыра. Екатерина II бойороғо буйынса 1762 йылда алтындан һумлыҡ тәңкәләр һуғыла (шулай уҡ ҙурлыҡ, масса һәм һүрәт буйынса көмөш һумдар), улар һарай түңкәрелешендә ҡатнашыусыларға таратыла. Был һумлыҡ алтын тәңкәләр, асылда, императрицанан гвардия офицерҙарына тәхеткә ултырыуҙа уға әүҙем булышлыҡ итеү хөрмәтенә бүләк була.

Николай I бойороғо буйынса 1828—1829 йылдарҙа рус ғәскәрҙәренең төрөктәр менән һуғышта еңеүе хөрмәтенә һум күләмендәге миҙалдар серияһы сығарыла. Был серияның мисәтен һырлау менән Генрих Губе шөғөлләнә, был тәңкәләр Герхард Лоостың шәхси Берлин миҙалдар оҫтаханаһында һуғыла.

1842 йылда Николай I-нең Пруссия Алтынсы Киирасир полкы менән почетлы командалыҡ итеүенең 25 йыллығы билдәләнә. Полктың рядовой составына таратыу өсөн тәғәйенләнгән бер нисә миҙал (ҙурлығы һумдан аҙ ғына кәмерәк) булдырыла.

Үрҙә күрһәтелгән миҙал-тәңкәләр йыш ҡына тейешле номиналдағы түләү сараһы булараҡ файҙаланыла.

Туранан-тура көмөш һум хәрби һәм һуғыш ҡаҙаныштары өсөн дәртләндереү, бүләк булып сығыш яһай. Мәҫәлән, Владивостокта һәләк булған аэростатты ҡотҡарған өсөн 1905 йылдың 10 майында Владивосток порты командующийы бойороғо буйынса дәртләндерелә, ә һауала осоу паркы буйынса бойороҡ менән улар аҡсалата бүләкләнә.

Рәсәйҙә рус ғәскәрҙәренең хәрби еңеүҙәренә арналған юбилей һәм иҫтәлекле тәңкәләрҙе һуғыу тәжрибәһе ҡулланыла.

1837 йылдың аҙағында хөкүмәт 1839 йылда Бородино янындағы алыш яланында колоннаны асыу тантанаһын билдәләү өсөн һум һәм һум ярымлыҡ тәңкәләр сығарыуға әҙерлек буйынса аҙымдар яһай. Шулай уҡ 1839 йылдағы тантаналарҙа ҡатнашасаҡ һалдаттарға «ҙур һәм бәләкәй Бородино һумы» (160 000 һум һәм 6000 һум ярым һум) таратылыуы ла күҙ уңында тотола.

1812 йылғы Ватан һуғышының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы иҫтәлекле юбилей һумы сығарыла. Келәймәне М. А. Скудников эшләй; был һумдың яҡынса тиражы — 30 — 46 мең дана. Был һумдың бер өлөшө Рәсәй армияһы һәм флотының төрлө чиндарына таратыу өсөн файҙаланыла.

1914 йылда Гангут һумы Рәсәй империяһында һуғылған һуңғы иҫтәлекле тәңкә була. Был һум Гангут эргәһендә, фин яры янында Швеция флотын еңеүҙең 200 йыллығын билдәләй. Келәймә өҫтөндә П. Г. Стадницкий эшләй. Гангут һумдарының бер өлөшө хәрби хеҙмәткәрҙәргә таратыла.

Был теманы анализлағанда түбәндәге фактты билдәләргә кәрәк: миҙалдар штемпеле тәңкәләр йәки тәңкәләрҙе яңы эшләгәндә ҡулланыла алған һәм киреһенсә (тәңкәләр штемпелы миҙалдар һуғыу өсөн ҡулланылған). Келәймә һуҡҡанда мисәтте алмаштырыу ошо миҙалдарҙың һәм тәңкәләрҙең оҡшашлығы йәки оҡшашлығы яҡын булған осраҡта ғына мөмкин. 1789—1795 йылдарҙа Екатерина II һумдарының алғы яғын һуғыу өсөн «Фин һыуҙарында батырлығы өсөн» миҙалының келәймәһен ҡулланыу миҫал булып тора. Шулай уҡ Рәсәй сүкеү тарихында миҙалдар һуғыу өсөн һум тәңкәләрҙең мисәтен файҙаланыу осраҡтары ла була.

XIX быуат аҙағына — XX быуат башына тиклем бик күп коллекционерҙар, ғалимдар һәм тикшеренеүселәр тәңкәләр һәм миҙалдар араһында әллә ни ҙур айырма күрмәй (мәҫәлән: 1887 йылда баҫылып сыҡҡан бөйөк кенәз Георгий Михайловичтың «Тәңкәләр һәм Миҙалдар буйынса Указдар йыйынтығы»).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. МЕДАЛИ • Большая российская энциклопедия - электронная версия. bigenc.ru. Дата обращения: 14 октябрь 2017. Архивировано 14 октябрь 2017 года. 2017 йыл 14 октябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Доманк А. С. Знаки воинской доблести. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Патриот. 1990. — 134 с. 20 л. ил.
  • Зварич В. В. Нумизматический словарь. Издательское объединение «Вища школа». Львов, 1975 — 156с+ 55вкл.
  • Зандер Рандольф. Серебряные рубли и ефимки Романовской России 1654—1915. Исторический обзор и заметки о характерных разновидностях рублевых монет. Перевод на русский язык ОДИГИТРИЯ. Киев; полиграфкомбинат «Украіна», 1998. — 207 с.
  • Косарева А. В. Искусство медали: Книга для учителя. — 2-е изд., доп и перераб. — М.: Просвещение. 1982. — 127 с., ил.
  • Максимов М. М. Очерк о золоте. — 2-е изд., перераб и доп. — М.: Недра, 1988. — 112с.: ил.
  • Максимов М. М. Очерк о серебре. Издание третье, переработанное и дополненное. «Недра», Москва, 1981. — 208с.
  • Максимов М. М. Русскому золоту 250 лет. М., изд-во «Недра», 1971, стр. 112.
  • Никитич. О чем поведал алтын.//Коллекция.- 2006- № 1.- С.25-29.
  • Северин Г. М. Серебряные монеты Российской Империи. 1682—1801. Собрание всех известных типов и разновидностей с иллюстрациями на 48 вклейках. Пер. с англ. — М.: Профиздат, 2001. — 160 с., ил.
  • Справочное пособие. Монеты допетровской Руси. С.-Петербург; Издательство ЗАО «Конрос», 2001. — 40 с.
  • Фенглер Х., Гироу Г., Унгер В. Словарь нумизмата: Пер. с нем. — М.: Радио и связь, 1982. — 328 с., ил.
  • Шугалей И. Первое применение воздушных сил российского флота в боевых действиях (Русско-японская война 1904—1905 гг.). .//Коллекция.- 2006- № 1.— С.78—92.
  • Щепотьев А. В. Российские боевые награды за воинские заслуги -платежное средство.//Соломоново решение: финансово-правовой вестник. 2006. — № 4. — с. 60—62.
  • Щепотьев А. В. Использование памятных и юбилейных медалей в денежном обращении европейских стран и России.// Смоленский региональный журнал для коллекционеров, краеведов, музейных работников «Коллекция». 2008. — № 3—4. — с. 42—47.
  • 100 великих наград/Авт.- сост. Н. А. Ионина. — М.: Вече, 2003. 432 с. («100 великих»).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]