Гангут диңгеҙ һуғышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гангут алышы
Төп конфликт: Бөйөк Төньяҡ һуғышы
Гангут диңгеҙ алышы, Маврикия Бакуа гравюраһы
Гангут диңгеҙ алышы, Маврикия Бакуа гравюраһы
Дата

27 июль (7 август1714

Урыны

Балтик диңгеҙе, Ханко ярымутрауы эргәһендә, швед. Hangö udd, Гаӈӈё-Удд ~ рус. Гангут, 59°56'14"N, 23°4'54"E

Нәтижә

Урыҫ флотының еңеүе

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй флагы Рус батшалығы

Швеция флагы Швеция

Командирҙар

Пётр I
Апраксин Фёдор Матвеевич

Ваттранг Густав
Нильс Эреншёльд

Ҡаршы тороусы көстәр

99 галера, скампавей һәм ярҙамсы судно, 15 мең кешенән торған десант

1 прам, 6 галера һәм 3 шхербот, 941 моряк

Юғалтыуҙар

127 үлтерелгән (8 офицер), 342 яраланған (1 бригадир, 16 офицер), 232 әсир (7 офицер). Барлығы — 701 кеше (шул иҫәптән — 1 бригадир, 31 офицер)

1 прам, 6 галера, 3 шхербот, 361 үлтерелгән (9 офицер), 580 әсир (1 адмирал, 17 офицер) (шулар араһынан — 350 яралы). Барлығы— 941 кеше (шул иҫәптән — 1 адмирал, 26 офицер), 116 орудие

 Гангут диңгеҙ һуғышы Викимилектә

Гангу́т диңгеҙ алышы (швед.  Sjöslaget vid Hangö udd, Шёслагет вид Гаӈӈё-Удд или Slaget vid Rilax, Слагет вид Рилакс; фин.  Riilahden meritaistelu, Риилахден меритайстелу) — 1700—1721 йылдарҙа Балтик диңгеҙендә Бөйөк Төньяҡ һуғышының (Финляндия, Ханко ярымутрауы) Гангут морононда 27 июль (7 август1714) Рәсәй армия флоты һәм 10 суднонан торған Швеция отряды араһындағы һуғыш. Рәсәй тарихында урыҫ флотының тәүге диңгеҙ еңеүе.

9 август Рәсәйҙең хәрби Даны көнө — Гангут алышында Еңеү көнө — Рәсәй тарихында Бөйөк Пётр Беренсе командалығындағы Рәсәй флотының шведтарҙы Гангут морононда тәүге еңеүе.

Элгәрге тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1714 йылдың яҙына Төньяҡ һуғыш барышында южная и почти вся центральная части Финляндияның көньяҡ һәм барлыҡ үҙәк өлөшө тирелек урыҫ ғәскәрҙәре тарафынан яулап алынған була. Рәсәйҙең шведтар контролдә тотҡан Балтиҡ диңгеҙенә сығыу мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү өсөн, урыҫ армияһына швед флотын тар-мар итергә кәрәк була. 1714 йылдың июнь аҙағында генерал-адмирал граф Фёдор Матвеевич Апраксин командалығындағы рус ишкәкле флоты (99 галера, скампавейлы һәм ярҙамсы судноларҙан һәм 15 мең десанттан торған) Гангуттың көнсығыш яр буйында (Тверминн бухтаһында) Туркула (Або) торған урыҫ гарнизонын (Гангут морононан 100 км төньяҡ-көнбайыштараҡ) көсәйтеү маҡсатында ғәскәр төшөрә. Урыҫ флотының юлына Густав Ваттранг командалыҡ иткән швед флоты (15 елкәнле һыҙыҡлы (линейный) карап, 3 фрегат, 2 бомбардир карабы һәм 9 галера) ҡаршы төшә. Пётр I (шаутбенахт Пётр Михайлов) тактик манёвр ҡуллана. Ул үҙенең галераларының бер өлөшөн Гангуттан төньяҡҡараҡ районға был ярымутрауҙың 2,5 километр оҙолоғондағы перешеегына ташларға ҡарар итә. Ниәтен тормошҡа ашырыу маҡсатында ул һөйрәгес (переволока) ағас түшәмә (настил) ҡорорға бойора. Был турала белеп ҡалған Ваттранг ярымутрауҙың төньяҡ яр буйына караптар отряды («Элефант» тип аталған 18 пушкалы фрегат, 6 галера, 3 шхербот) ебәргән. Отрядты контр-адмирал Нильс Эреншёльд етәкләй. Вице-адмирал Лиллье командалыҡ иткән икенсе отрядты (8 һыҙыҡлы (линейный) карап һәм 2 бомбардир карабы) ул урыҫ флотының төп көстәренә һөжүм итеү маҡсатында файҙаланырға ҡарар итә.

Һуғыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алексей Боголюбов картинаһы

Пётр уның шундай ҡарарын күҙаллаған була. Һәм дошман көстәренең бүленеүе менән файҙаланып ҡалырға тырыша. Һауа торошо ла уңайлы тура килә благоприятствовала. 26 июль (6 август) иртәһендә көн елһеҙ тора, шул арҡала швед елкәнле караптары манёврлылығын юғалтҡан була. Командор Змаевич Матвей Христофорович командалығындағы урыҫ флоты авангарды (20 карап), швед караптарының уты килеп етмәҫлек арауыҡтан урап үтеп һөжүм (прорыв) башлай. Уның артынан икенсе отряд (15 карап) осуществил прорыв эшләй. Шулай итеп, һөйрәгес переволока ҡороу кәрәкмәй булып сыға. Змаевич отряды Лаккиссер утрауы эргәһендә Эреншельд отрядын бикләй заблокировал. Башҡа урыҫ караптары ла шул юл менән һөжүм итерҙәр тип уйлап, Ваттранг Лиллье отрядын саҡыртып ала, шуның менән яр буйы фарватерын асыҡ ҡалдыра. Шуның менән файҙаланып, Апраксин ишкәкселәр флотының төп көстәре менән яр буйы фарватеры менән үҙенең авангардына йырып сыға. 27 июль (7 август) 14 сәғәттә 23 караптан торған урыҫ авангарды, үҙенең ике флангыһы ла утрауҙарға терәлгән караптарын батынҡы һыҙыҡ итеп теҙгән Эреншельд отрядына һөжүм итә. Тәүге ике атаканы шведтар карап орудиеларынан ут асып кире ҡаҡҡан. Өсөнсө атака швед флотының фланг отрядтарына йүнәлтелә, һәм шуның арҡаһында дошман артиллерия өҫтөнлөгөн файҙалана алмай. Тиҙҙән улар абордажға алына һәм әсир ителә. Пётр I, моряктарға батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтеп, шәхсән абордаж атакаһында ҡатнаша. Ҡаты алыштан һуң упорного боя, швед флагманы — «Элефант» фрегаты бирелә. Эреншельд отрядының бөтә 10 карабы ла урыҫтар ҡулына төшә. Швед флоты көстәренең бер өлөшө Аланд утрауҙарына китеп өлгөрә.

Карта из статьи «Гангутское сражение»
Военная энциклопедия Сытина»)

Әйтер кәрәк, санкт-петербург тикшеренеүсеһе Павел Александрович Кротов, архив документтарын өйрәнеп, алышты традиция буйынса ҡабул итеүҙә төгәллек булмауына күрһәтә. Ул алышта өс һөжүм түгел, ә берәү була (шведтар өс һөжүм тураһындағы әкиәтте үҙҙәренең ни дәрәжәлә ҡыйыу ҡаршы торғанын күрһәтеү маҡсатында уйлап сығарған). Тикшеренеү һөҙөмтәләрен ғалим «1714 йылғы Гангут баталияһы» монографияһында яҙып сығарҙы. Гангут ярымутрауындағы еңеү урыҫ регуляр флотының беренсе ҙур еңеүе була. Был уға Фин һәм Ботаник ҡултығында иркен хәрәкәт итеү, Финляндиялағы урыҫ ғәскәрҙәренә эффектив ярҙам итеү мөмкинлеген бирә. Гангут алышында урыҫ командованиеһы шведтарҙың һыҙыҡлы елкәнле флотына ҡаршы ишкәкле флоттың өҫтөнлөгөн ҡыйыу файҙаланған, флот көстәрен һәм йәйәүле ғәскәрҙең бергә хәрәкәтен оҫта ойоштора, тактик хәл һәм һауа торошо үҙгәрешенә һығылмалы яяяуап әҙерләй, дошмандың манёвры алдан сисеп, уны үҙенең тактикаһына бора алған. Шулай уҡ Гангут һуғышы флот тарихында абордаж алышы хәл иткес роль уйнаған ҙур алыштарҙың һуңғыларының береһе булған. Был һуғыш өсөн Пётр I вице-адмирал булып үрләтелә. 1714 йылдың сентябрендә Петербургта Гангут еңеүе айҡанлы тантаналар булып үткән. Еңеүселәр филдең арҡаһына ҡунған триумфаль арҡа аҫтынан үтә («Elefant» урыҫ теленә «фил» тип тәржемә ителә). «Урыҫ бөркөтө себен тотмай» тип яҙылған. «Элефант» хәрби хәрәкәттәрҙә башҡа ҡатнашмаған, ә икенсе трофей суднолар менән Заячий утрауын (Санкт-Петербург) төньяҡтан уратҡан Кронверк боғаҙын аша (хәҙерге Артиллерия музейы һәм Петропавловский ҡәлғәһе араһында) үткән. 1719 йылда батша "Элефант"ты йүнәтергә бойора, 1724 йылда — Кронверкский гаваны янындағы ярға һөйрәп сығарырға һәм хәрби трофей булараҡ мәңге һаҡларға ҡуша. Ләкин 1737 йылда, прам серегәнлектән, уны утын итеп яғалар[1].

9 августа Рәсәйҙә ошо ваҡиға хөрмәтенә рәсми байрам — Хәрби Дан көнө ҡабул ителә.

Яҡтарҙың юғалтыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алыш барышында шведтар яғынан 361 кеше һәләк була, 350 яралана, ҡалғандары әсирлеккә алынған. Урыҫтар яғынан 127 кеше, шуларҙан — 8 штаб- һәм обер-офицер, 101 урядник һәм рядовой, 1 «неслужащий», моряктарҙан — 14 кесе чин. 342 кеше яралана.

Гангут алышы хөрмәтенә аталған караптар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Гангут» — Рус флотының һыуға 1719 йылда төшөрөлгән елкәнле һыҙыҡлы (линейный) карабы.
  • «Гангут» — Рус флотының һыуға 1825 йылда төшөрөлгән елкәнле һыҙыҡлы (линейный) карабы..
  • «Гангут» — Рус флотының һыуға 1890 йылда төшөрөлгән броненосецы.
  • «Гангут» — Рус һәм совет флотының һыуға 1911 йылда төшөрөлгән линкоры.
  • «Гангут» — 1886 йылғы проекттың һыу аҫты кәмәләренең йөҙөп йөрөүсе базаһы — СССР һәм Рәсәй флотының идара итеү карабы.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гангут һәм Гренгам янындағы еңеүҙәр (төрлө йылдарҙа һәм бер үк көндә — Яфаланыусы Великомученик Пантелеимонды иҫкә алыу көнөндә) иҫтәлегенә Санкт-Петербургта Пантелеимон сиркәүе төҙөлә. Хәҙерге бинаһы — 1735—1739 йылдарҙа, Пётр I заманында, төҙөлгән иҫке һәм таушалған сиркәү бинаһы урынында. 1914 йылда по Император Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте башланғысы инициатива менән Пантелеимон сиркәүе фасадына Гангут һәм Гренгам янында һуғышҡан полктар исемлеге яҙылған мәрмәр мемориал таҡталар беркетелә. (Сиркәү ҡаршыһында, Пестель урамындағы 11-се йорттоң алғы яғында шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ханко оборонаһы (Гангутатың хәҙерге атамаһы) һаҡсылары хөрмәтенә иҫтәлекле таҡта ҡуйылған.
  • «Полтава» карабына һәйкәлдең уң яғында (Воскресенская яр буйы, Чернышевский проспекты створ асылышында, Санкт-Петербург ҡалаһы) Маврикий Бакуа гравюраһы буйынса «БАТАЛІА БЛИЗЪ ГАНГУТА» барельефы беркетелгән.
  • Еңеү хөрмәтенә «Гангуттағы еңеү өсөн» миҙалы булдырылған.
  • Пантелеимон сиркәүе бинаһында Балтиҡ диңгеҙендә пётр батшаның галера һәм елкәнле флотының еңеүҙәре, урыҫ яугирҙәренең Төньяҡ һуғышындағы ҡаһарманлығы һәм Бөйөк Ватан һуғышы башында Ханко ярымутрауын обороналаған моряктарҙың батырлығы тураһында һөйләүсе экспозиция урынлаштырылған.
  • 1914 йылда, Гангут һуғышының 200 йыллығын билдәләү сиктәрендә, «Гангут янындағы диңгеҙ һуғышының 200 йыллығы иҫтәлегенә» миҙал сығарыла.
  • Һуғыштың 200 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә честь Санкт-Петербург монета һарайы юбилей һумдары сығара. Тиражы — 30,1 мең экземпляр. Тираждың күпселек өлөшө юҡ ителгән, шунлыҡтан һаҡланып ҡалған тәңкәләр раритет булып иҫәпләнә[2].
  • 2007 йылдың 5 авгусында Петергофта (һарай-парк ансамбле) рус флотының 1700—1721 йылдарҙа Төньяҡ һуғышында еңеүҙәренә бағышланған байрам үтте. Ул «День Гангут һәм Гренгам көнө» тип аталды[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Балтийский флот во время Северной войны

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]