Полтава

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Полтава
укр. Полтава
Флаг[d] Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Украина

Координаталар

49°35′ с. ш. 34°33′ в. д.HGЯO

Мэр

Мамай Александр Фёдорович

Нигеҙләнгән

899

Майҙаны

103 км²

Рәсми теле

Украин теле

Халҡы

294 962 кеше (2015)

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+380 532(2)

Почта индексы

36000-36499

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

rada-poltava.gov.ua

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Полтава (Украина)
Полтава
Полтава

Полтава (укр. Полтава) — Украиналағы ҡала. Полтава өлкәһенең үҙәге.

Илдең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Преднистровье уйһыулығында, Ворскла йылғаһы буйында урынлашҡан. Тарихи сығанаҡтарҙа беренсе мәртәбә XII быуатта телгә алынһа ла, археологик ҡаҙылмалар ҡала урынында VIII быуатта уҡ кеше торағы булыуын күрһәтә.

1802 йылдың 27 февраленән 1925 йылдың 3 июненә тиклем Полтава губернаһының административ үҙәге[1].

Полтава — мөһим мәҙәни һәм эре транспорт үҙәге. Ҡала майҙаны — 112,52 кв. километр, ҡала 3 административ районға бүленгән (Октябрь, Киев и Ленин райондары). 2015 йылдың 1 мартына ҡалала 294 695 кеше йәшәгән[2]. 1974 йылда Полтава Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Географик характеристика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Полтава Европаның көнсығыш өлөшөндә, Киевтан 301 км көнсығышта урынлашҡан.

Географик координаталары: төньяҡ киңлектең 49º 35’, көнсығыш оҙонлоҡтоң 34º 33’, диңгеҙ кимәленән бейеклеге 140 м.

Ҡала Ворскла йылғаҙының ине ярында урынлашған. Ҡала биләмәһендә бер нисә күл яһалма быуалар бар. Кала рельефы башлыса тигеҙ, йылғанан 1,5 км арала түбәнлек башлана.

Ҡаланың географик урыны бик уңайлы һәм ҡала үҫешенә тарихи яҡтан ҙур йоғонто яһай.

Полтава Киев, Харьков һәм Днепропетровск ҡалалары транспорт бәйләнешендә урынлашҡан.

Күренекле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Иван Фёдорович Паскевич, рус генерал-фельдмаршал. 1830 йылда Польша ихтилалы баҫтырыусы, 1806—1812, 1828—1829 йылдағы Рус-төрөк һуғышы ҡатнашыусы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Воейков А. И., Кудрявцев, Н. В., Селиванов А. Ф. Полтавская губерния // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Чисельність населення на 1 березня 2015 року (население на 01.03.2015) (укр). Управление статистики в Полтавской области.