Географик киңлек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Меридиан һары, Экватор — зәңгәр, Параллель пунктир һыҙыҡтар менән күрһәтелгән

Географик киңлек — сферик координаталар системаһында Ер йөҙөндәге нөктенең торошон билдәләүсе координата[1]; меридиандың билдәле бер нөктә һәм экватор араһындағы өлөштөң градустарҙа күрһәтелгән дәүмәлене.

Параллелдәр һәм меридиандар ярҙамында географик объекттың урынын билделәү өсөн географик киңлек һәм географик оҙонлоң тигән төшөнсәләр индерелгән.

Географик киңлектәр экваторҙан иҫәпләнә. Экваторҙағы барлыҡ географик нөктәләр бер үк географик кинлектә, йәғни 0° киңлектә урынлашҡан. Төньяҡ ярымшарҙа барлыҡ нөктәләр 0°-тан 90°-ҡа тиклемге төньяҡ киңлектә, ә Көньяҡ ярымшарҙа ятҡан барлыҡ нөктәләр — (минус) 0°-тан 9минус) 90°-ҡа тиклем көньяк киңлектә ята.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Широта — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание). Михайлов А. А.


Armillary sphere.png Был география терминдәре буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.