Харьков
| Ҡала | |||||
| Харьков укр. Харків | |||||
| |||||
| Ил | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| Координаталар | |||||
| Мэр | |||||
| Майҙаны |
350 км² | ||||
| Рәсми теле | |||||
| Халҡы |
1 452 887 кеше (2015) | ||||
| Сәғәт бүлкәте | |||||
| Телефон коды |
+380 57(2) | ||||
| Почта индексы |
61000-61499 | ||||
| Цифровые идентификаторы | |||||
| Рәсми сайт | |||||
Харьков (укр. Харків) — Украиналағы ҡала. Харьков өлкәһенең административ үҙәге.
Украинала кеше һаны буйынса икенсе ҡала. СССР тарҡалғанға тиклем Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡалышып, танк, трактор, турбиналар төҙөү буйынса икенсе урында[1] индустрия, фән һәм транспорт үҙәге булараҡ өсөнсө урындағы ҡала булған[2] . XX быуаттың икенсе яртыһында — Көньяҡ-Көнсығыш Европаның төп транспорт магистрале бынан үтә[3].
Ҡалаға нигеҙ 1654 йылдар тирәһендә һалынған [4] . Элек был урында Харьков тигән боронғо рус ҡаласығы булған, XI быуатта ҡыпсаҡтарҙың Шарукань ҡаласығы йәки V быуатта һундарҙың Харька ҡаласығы булған[5][6] тигән фараздар бар.
1917 йылдың декабренән 1918 йылдың ғинуарына тиклем Украина Халыҡ Республикаһы Советының, 1918 йылдың февраль – мартында Донецк – Кривой Рог республикаһының, 1919 йылдан 1934 йылға тиклем Украина Совет Социалистик Республикаһының беренсе баш ҡалаһы була.
Ҡалала 142 фәнни-тикшеренеү институты [7][8], 45 юғары уҡыу йорто, шул иҫәптән Харьков университеты (1805 йылда нигеҙләнгән) һәм Харьков пилитехник университеты (1885 йылда нигеҙләнгән)[9]; 16 музей[10], ҡала картиналар галереяһы[9], 6 дәүләт театры[9], 80 китапхана[9] эшләй.
Ҡала Ленин (1970) Һәм Октябрь Революцияһы ордендары (1983) менән наградланған. Ҡаланың Европа Советынан алған наградалары бар (2010)[11]). 2013 йылдың 8 июлендә Харьков «хәрби дан ҡалаһы» (Украина тарихында беренсе тапҡыр)[12] исемен ала.
2012 йылда, Украинала беренселәрҙән булып, футбол буйынса Европа чемпионатын ҡабул итә.
Йөкмәткеһе
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абрамзон Леонид Семёнович (21.02.1934—25.11.1986), ғалим-инженер-механик, 1971—1986 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1985)[13].
- Руттер Валерий Дмитриевич (21.01.1924—25.09.2010), дирижёр. 1966—1969 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижёры. Башҡорт АССР‑ының (1969) һәм Ҡаҙаҡ ССР-ының (1978) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре[14].
Физик-географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала Рәсәй урта һыҙаты ҡалыҡыулығының көньяғында урынлашҡан. Ҡалала Харьков, Лопань, Уды, Немышля, Алексеевка, Саржинка, Очеретянка, Роганка, Студенок йылғалары бар. Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — 135 м. Иң юғары нөктәһе 205 м, иң түбән нөктәһе — 94. Ҡаланың рельефы тигеҙ түгел. Ҡалаың агломерацияһы бар.
| Харьковтан яҡындағы ҡалаларға тиклем ара (автомобиль юлдары буйлап)[15] | |||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Харьков уртаса климат бүлкәтендә урынлашҡан. Харьковта климаты уртаса – континенталь, ҡыш сағыштырмаса йомшаҡ һәм оҙайлы, йәй ваҡыты менән ҡоро килә.
- Уртаса йыллыҡ температуры — +8,1 C°
- Уртаса йыллыҡ ел тиҙлеге — 3,9 м/с
- Уртаса йыллыҡ һауа дымлылығы — 74 %
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 11,0 | 14,6 | 21,8 | 30,5 | 34,5 | 36,8 | 37,6 | 39,8 | 33,7 | 29,3 | 20,3 | 13,4 | 39,8 |
| Уртаса максимум, °C | −2,2 | −1,6 | 4,3 | 14,0 | 20,8 | 24,3 | 26,4 | 25,7 | 19,4 | 12,0 | 3,6 | −1,1 | 12,1 |
| Уртаса температура, °C | −4,6 | −4,5 | 0,7 | 9,2 | 15,6 | 19,3 | 21,3 | 20,3 | 14,4 | 7,9 | 0,9 | −3,5 | 8,1 |
| Уртаса минимум, °C | −7 | −7,3 | −2,4 | 4,6 | 10,3 | 14,2 | 16,2 | 14,9 | 9,8 | 4,3 | −1,5 | −5,9 | 4,2 |
| Абсолют минимум, °C | −35,6 | −35 | −32,2 | −13,1 | −6 | −1,1 | 5,7 | 1,2 | −4,8 | −10,7 | −22,6 | −31,4 | −35,6 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 36 | 33 | 32 | 34 | 50 | 61 | 60 | 42 | 47 | 44 | 41 | 36 | 516 |
| Сығанаҡ: Погода и климат погода в Харькове (архив температур) | |||||||||||||
Эске бүленеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала 9 районға бүленә:
- Биҫтәһе районы
- Индустриаль районы
- Киев районы
- Мәскәү районы
- Немышля районы
- Основа районы
- Һалҡын Тавы районы
- Шевченко районы
- Яңы Бавария районы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Харьков, 1941-й. Часть первая: У края грозы / В. К. Вохмянин, А. И. Подопригора — Харьков: Райдер, 2008. — 100 б. — (Харьков в войне). — 1 000 экз. — ISBN 978-966-8246-92-0.
- ↑ Харьков: Архитектура, памятники, новостройки: Путеводитель. Сост. А. Лейбфрейд, В. Реусов, А. Тиц. — Х.: Прапор, 1987
- ↑ Харьков, 1941-й. Часть вторая: Город в огне / В. К. Вохмянин, А. И. Подопригора — Харьков: Райдер, 2009. — 148 б. — (Харьков в войне). — 1 000 экз. — ISBN 978-966-96896-7-2.
- ↑ 250-летие современного Харькова праздновалось в 1905 году, 300-летие — в 1956, 350-летие — в 2004.
- ↑ История Харькова#Происхождение названия
- ↑ Варианты написания города «Харька» в персидских рукописях, согласно А. П. Ковалевскому (1956): ﻪﻓﻮﺤ или ﻪدﻮﺤ или ﻒﺮﺤ или ﻪﻗﺮﺤ
- ↑ Перечень научно-исследовательских институтов Харькова
- ↑ Перечень научно-исследовательских институтов Харькова: конец списка
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Всё о туризме. Гостиницы Харькова
- ↑ Справочник «Весь Харьков». Музеи
- ↑ Срочно! Харьков получил Премию Совета Европы, Общественные новости в Харькове, Украине и Мире — Городской Дозор 2010
- ↑ Харьков стал первым в Украине «городом воинской славы» http://sobytiya.tv/ru/news/3134--harykov-stal-pervym-v-ukraine-gorodom-voinskoj-slavy/
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Абрамзон Леонид Семёнович (Тикшерелгән 15 февраль 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Руттер Валерий Дмитриевич (Тикшерелгән 12 ғинуар 2019)
- ↑ Расчёт расстояний между городами. Транспортная компания «КСВ 911». Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 август 2011. 17 апрель 2010 тикшерелгән.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сайт города Харьков (укр.) (рус.) (инг.)