Танк

Танк — башлыса сылбырлы тәгәрмәсле, төп ҡорал итеп, ҡәғиҙә булараҡ, пушка ҡуйылған бронялы һуғыш машинаһы; боролмалы башняһына туп һәм пулемёт ҡуйылған, броня менән көпләнгән, ҡарышлауыҡлы хәрби машина[1].
Атамаһының килеп сығыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инглиз телендәге tank һүҙе урыҫса «бак», «цистерна», «резервуар» тигәндәргә тура килә. Аңлатманың хәҙерге мәғәнәһенең килеп сығыуы шулай: фронтҡа беренсе танкыларҙы ебәргәндә, Британия контрразведкаһы Англияға Рәсәй хөкүмәте яғыулыҡ цистерналарына заказ биргән тигән һүҙ тарата, һәм ҙурлығы яғынан цистерналарға оҡшаш танкылар тимер юлы платформалары менән шулай оҙатыла. Уларға хатта урыҫ телендә «Һаҡ булығыҙ. Петроград»[2] тип яҙылған була. Шулай итеп, был атама танкка мәңгелеккә тағыла. Иҫкәрмәгә, Рәсәйҙә тәүҙә яңы бронялы һуғыш машинаһын «лохань» тип йөрөткәндәр,[3] tank һүҙенең тағын бер тәржемәһе.
Классификацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәҙерге ваҡытта танкыларҙы ике төргә бүләләр:
- Төп һуғыш танкылары, ОБТ (ингл. main battle tank, MBT) — төп һуғыш мәсьәләләрен хәл итергә тәғәйен танктар. Улар юғары үтеүсәнлек, һаҡлыҡ һәм ут көсө сифаттарын үҙ эсенә алалар.
- Еңел танктар. Бында махсус мәсьәләләрҙе хәл итергә тәғәйен бөтә танкылар инә. Ҡағиҙә булараҡ, улар төп һуғыш танкыларынан әҙерәк һаҡлығы, әлүмин иретмәһенән еңел бронялы; күпселектә, әммә гел түгел, көсһөҙ ҡоралы менән айырылалар. Ундай танктар авиатранспортабельдәр (тиҙ хәрәкәткә килеүсе көстәр өсөн), разведка өсөн, йөҙә алыусы була алалар һәм башҡа.
Танктың ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Танктың двигателе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығарыусы ил | Танктың моделе | Һуғыш массаһы, т | Двигател көсө, а. к. | Сағыштырмаса көсө, а. к./т | Двигатель тибы |
---|---|---|---|---|---|
Франция | Леклерк | 54,6 | 1500 | 27,4 | дизель |
Рәсәй | Т-80У-М1 | 46,0 | 1250 | 27,2 | газотурбина |
Украина | Т-84 | 46,0 | 1200 | 26,1 | дизель |
Украина | ОПЛОТ | 51,0 | 1200 | 23,5 | дизель[4] |
АҠШ | M1A2 Абрамс | 62,5 | 1500 | 24,0 | газотурбина |
Германия | Леопард-2A5 | 62,5 | 1500 | 24,0 | дизель |
Рәсәй | Т-90МС | 48,0 | 1130 | 23,5 | дизель |
Израиль | Меркава Mk.4 | 65,0 | 1500 | 23,1 | дизель |
Рәсәй | Т-90С | 46,5 | 1000 | 21,5 | дизель |
Израиль | Меркава Mk.3 | 60,0 | 1200 | 20,0 | дизель |
Бөйөк Британия | Челленджер-2 | 62,5 | 1200 | 19,2 | дизель |
Йөрөш өлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығарыусы ил | Танктың моделе | Һуғыш массаһы, т | Грунтҡа сағыштырмаса баҫымы, кг/см² |
---|---|---|---|
Германия | Леопард-2 | 62,5 | 0,85 |
Рәсәй | Т-90 | 46,5 | 0,85 |
Рәсәй | Т-80У | 46,0 | 0,85 |
Украина | Т-84У | 48 | 0,93 |
Бөйөк Британия | Челленджер-2 | 62,5 | 0,98 |
Франция | Леклерк | 54,6 | 1,00 |
АҠШ | M1A2 Абрамс | 62,5 | 1,07 |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
- ↑ Игорь Шмелев. История танка (1916—1996) // Техника — молодёжи. — М., 1996. — С. 5—11.
- ↑ «Лохань» — бронированное чудовище во время наступления лезет в окопы Рисунок и текст из «Всеобщего русского календаря на 1918 г.»
- ↑ Основной боевой танк «Оплот» Характеристики защиты «ХКБМ им. А. А. Морозова»
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Танк Викимилектә |
---|---|
![]() |
Танк Викияңылыҡтарҙа |