Эстәлеккә күсергә

Руттер Валерий Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Руттер Валерий Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Германия
Тыуған көнө 21 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Харьков, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 25 сентябрь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Лейпциг, Саксония, Германия
Һөнәр төрө дирижёр
Уҡыу йорто Санкт-Петербург консерваторияһы

Руттер Валерий Дмитриевич (21 ғинуар 1924 йыл — 25 сентябрь 2010 йыл) — дирижер. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре(1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969)[1], профессор.

Валерий Дмитриевич Руттер 1924 йылдың 21 ғинуарында Харьков ҡалаһында тыуған. Атаһы — Руттер Дмитрий Иосифович, бухгалтер; әсәһе — Левина Богдана Давыдовна, табип; апаһы — Руттер Елена Дмитриевна, скрипкасы.

1997 йылдан алып 1997 Ҡаҙаҡ ССР-ының Дәүләт академия опера һәм балет театрында баш дирижер булып эшләй һәм Алматыла (ул ваҡытта Алма-Ата) йәшәй.

1997 йылда сит илгә эмиграциялана һәм ғүмеренең аҙағынаса ҡатыны Людмила Руттер һәм ике балаһы менән Германияла йәшәй.

2010 йылдың 25 сентябрендә Лейпциг ҡалаһында вафат була.

  • 1933 йылдан алып Харьков консерваторияһы эргәһендәге музыка мәктәбе, скрипка класы буйынса (проф. Добржинец И. В.)
  • 1941 йылда — Харьков консерваторияһы, эвакуация.
  • 1943—1948 йылдарҙа — Ленинград консерваторияһының[1] Хәрби-диңгеҙ факультеты. Хәрби дирижер.
  • 1948—1953 йылдарҙа — Төньяҡ флоты ансамбленең художество етәксеһе.
  • 1954—1959 йылдарҙа — Ленинград консерваторияһының теоретик-композиторлыҡ факультеты (проф. А. Н. Должанский). Музыка белгесе. Дирижерлыҡ-симфоник факультеты (проф. Ельцин С. В.). Симфоник оркестр һәм опера дирижеры[1].

Руттерҙың ижадына юғары профессионализм, художестволы зауыҡ, музыкаль әҫәрҙәрҙе ентекле һәм бар нескәлектә интерпретациялау хас. Репертуарында — ватан һәм сит ил классикаһының, хәҙерге композиторҙарҙың 58 операһы һәм 30 балеты[1].

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы постановкалары[1] һәм баһалары (Өфө):

«Саламандрҙар менән һуғыш» («Война с саламандрами», 1968) — В. Успенский (тәүге постановкаһы)

«Бер туған Ульяновтар» — Ю. Мейтус (тәүге постановкаһы, 1967).[2]

«Оптимистик трагедия» (Вс. Вишневский, 1967)

«Дауыл» (Г. Самойлов, 1969)

Дирижерҙы оркестр партитураһының ҡатмарлыҡтары ла, вокаль партияларҙың ғәҙәти булмаған теле лә ҡурҡытмауы бәхет ине. Дирижер спектаклдең музыкаль яғын әҙерләй алыуында шикләнмә ине. Н. Энтелис китабы. «Владислав Успенский». «Саламандаралар менән һуғыш» тураһында.

Башҡорт опера һәм балет театрының баш дирижеры В. Руттерҙың эше иң йылы һүҙҙәргә лайыҡ. Совет операһының ялҡынлы энтузиасты, яңыраҡ ҡына тәүгеләрҙән булып бер нисә яңы әҫәр ишеттереүсе, ул спектаклдең бөтә ҡатнашыусыларҙың художестволы көстәрен ысын илһам менән берләштерә.


«И волнует, и предостерегает». «саламандармалар менән һуғыш» тураһында. М. Бялик. «Сов. культура». 19.16.1968

Операның баш дирижеры В. Руттер — юғарынан юғары профессионал, театр эшенең бик шәп ойоштороусыһы, иҫ киткес педагог, хайран итерлек эшһөйәр оҫта..

«Вечерняя Уфа» 8.04. 1991. БАССР-ҙың мәҙәниәт министры С. С. Әминев.

Руттер Валерий Дмитриевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.