12 апрель
Перейти к навигации
Перейти к поиску
12 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 102-се (кәбисә йылында 103-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 263 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1795: Бөрө өйәҙе Ҡыр-Танып улусы башҡорттары яһаҡлы мариҙарға хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балтас районындағы Туҡтай ауылына нигеҙ һалырға рөхсәт биргән керҙәшлек килешеүенә ҡул ҡуя.
- 1961: Юрий Гагарин донъяла беренсе булып космосҡа оса.
- 1970: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт академия хор капеллаһының беренсе сығышы (1970).
- 1985: Горький автозаводында миллионынсы ГАЗ-24 «Волга» эшләп сығарыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәйрәнов Хәйҙәр Сәйрән улы (1915—1989), ғалим-тарихсы, партия органдары эшмәкәре. 1954—1963 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, 1963—1980 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Сөләймәнов Әһлей Фазлый улы (1925—17.11.2002), уҡытыусы-музыкант, һәүәҫкәр скрипкасы, ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Ниғмәтуллин Зиннәт Әйүп улы (1950), алдынғы табип, 1979—2009 йылдарҙа Хәйбулла районы Аҡъяр район үҙәк дауаханаһының неврология бүлеге мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Фролова Ирина Васильевна (1970), ғалим-философ, юғары мәктәп эшмәкәре. 1996—2013 йылдарҙа һәм 2017 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2017 йылдан БДУ-ның Тарих һәм дәүләт идаралығы институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Артемьев Михаил Алексеевич (1932—12.05.2001), йырсы (лирик тенор). 1965—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1976).
- Хәлисов Нәсих Хөббөтдин улы (1957), рәссам һәм фоторәссам, «Башҡортостан» гәзитенең художество мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006).
- Туйсин Рәмил Париж улы (1972), педагог һәм йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлләмов Наил Хафиз улы (1958), музыкант-педагог, Балтас балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Әхмәтова-Нәбиева Элвира Мирзанур ҡыҙы (1973), бейеүсе, 1991—2013 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Исламов Фәнүс Ямур улы (1934), инженер-нефтсе, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1984—2005 йылдарҙа «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһы (1984), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1982), РСФСР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, халыҡ мәғарифы отличнигы (1998). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Краснокама районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Байғужа ауылынан.
- Абзалов Ралит Мөнир улы (1939—1985), географ, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (1974). Сығышы менән Мәсетле районы Әжекәй ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1760: Жан-Франсуа Тома де Томон, Рәсәй империяһында эшләгән Франция архитекторы, рәсем төшөрөүсе.
- 1850: Князь Николай Голицын, дәүләт эшмәкәре. Рәсәй империяһы Министрҙар Советының һуңғы рәйесе.
- 1865: Сергей Мясоедов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, полковник.
- 1905: Лев Черепнин, ғалим-тарихсы, академик, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981, үлгәндән һуң).
- 1930: Заһира Ғүмәрова, Татарстан шағиры, балалар яҙыусыһы.
- 1940: Михаил Ромадин (1940), СССР һәм Рәсәй рәссамы, график, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (2003).
- 1940: Херби Хэнкок, АҠШ-тың джаз музыканты, композитор, «Грэмми» премияһына 14 тапҡыр лайыҡ булыусы.
- 1985: Ольга Серябкина, Рәсәй йырсыһы, «Serebro» төркөмөнең элекке солисткаһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1912: Клара Бартон, АҠШ-тың Ҡыҙыл Тәре ойошмаһын ойоштороусы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]