Эстәлеккә күсергә

Артемьев Михаил Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Артемьев Михаил Алексеевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 12 апрель 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (92 йәш)

Артемьев Михаил Алексеевич (12 апрель 1932 йыл — 12 май 2001 йыл) — йырсы (лирик тенор). 1965—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1976).

Михаил Алексеевич Артемьев 1932 йылдың 12 апрелендә Урта Волга крайының (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең) Тоцк ауылында тыуған.

1951 йылда Ырымбур музыка училищеһын тамамлаған (В. Л. Яблоновская класы). 1952 йылдан алып Волга буйы хəрби округының Йыр һəм бейеү ансамбле солисы, 19651995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.

2001 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киң диапазонлы, матур тембрлы көслө тауышҡа һəм сағыу актёрлыҡ һəлəтенə эйə булған. Төп партиялары:

  • Владимир Игоревич («Кенəз Игорь» — «Князь Игорь», А. П. Бородин; 1965, дебют)
  • Альфред («Травиата», Дж. Верди)
  • Герцог («Риголетто», Дж. Верди)
  • Неморино («Мөхəббəт эсемлеге» — «Любовный напиток», Г. Доницетти)
  • Надир («Ынйы эҙлəүселəр» — «Искатели жемчуга», Ж.Бизе).

Заман композиторҙары операларында бихисап образдар тыуҙырған:

  • Вайнонен («Оптимистик трагедия», А. Н. Холминов)
  • Мияги («Рихард Зорге», Ю. С. Мейтус)
  • Александр («Бер туған Ульяновтар» — «Братья Ульяновы», Ю. С. Мейтус) һәм башҡалар.

Концерт репертуарында — рус һəм сит ил композиторҙарының операларынан ариялар һəм камералы вокаль əҫəрҙəр, рус халыҡ йырҙары һəм боронғо романстар. А. Ф. Ведерников, Т. А. Милашкина, Е. С. Мирошниченко, А. П. Огнивцев, Б. Т. Штоколов һәм башҡалар менән бергə сығыш яһаған. СССР, Ҡытай, Польша буйлап гастролдəрҙə булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1976)