Эстәлеккә күсергә

Фролова Ирина Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фролова Ирина Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 апрель 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
тарих

Ирина Васильевна Фролова (12.04.1970) — философ, философия фәндәре докторы (2006), профессор (2011). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф эшмкәре[1][2]

Ирина Васильевна Фролова 1970 йылдың 12 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған.

Мәктәпте алтын миҙалға тамамлағандан һуң, 1992 йылда БДУ‑ның тарих факультетында уҡый, ҡыҙыл дипломға лайыҡ була. Философия кафедраһы буйынса аспирантурала белем ала.

2003 йылда Хоҡуҡ институтын тамамлаған.

1996—2013 йылдарҙа һәм 2017 йылда Башҡорт дәүләт университетында уҡыта,

1995 йылда «Генезис русской утопии: утопические традиции и исторические судьбы России» темаһына кандидатлыҡҡа диссертация яҡлай. Өлкән преподаватель, доцент.

Профессор Ғәлимов Баязит Сабирйән улы етәкселегендә докторантураның көндөҙгө бүлегендә уҡый.

2005 йылда «Утопия: сущность и развитие: опыт социально-философской концептуализации» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Шул уҡ ваҡытта 2009 йылдан башлап Идара итеү һәм дәүләт хеҙмәте проблемалары ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе була.

2015-2017 йылдарҙа БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының фәнни эштәр буйынса проректоры вазифаһын башҡара.

2017 йылдан — БДУ‑ның Тарих һәм дәүләт идаралығы институтында фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары[3].

Фәнни хеҙмәттәре политология, социаль философия проблемаларына, хәҙерге көнбайыш философияһы, утопия философияһы, сәйәси философияға арналған[4]

Социаль утопия мәсьәләһе менән, аспирантурала, тикшеренеүсе булараҡ аяҡҡа баҫҡан саҡта, мауыға башланым. Утопияларҙың барлыҡҡа килеүе һәр ваҡыт тормоштағы иҫкелеккә ҡаршы көрәшеү, йәғни утопия - ул ижади фекерләү, бөгөнгөнөң төп ерлеген ҡайтанан ҡарап сығыу һәм киләсәккә күҙ һалыу менән бәйле. Утопик проекттар мөһим эвристик роль уйнай, шуға күрә минең тикшеренеүем - утопияны феномен булараҡ «аҡлау», сөнки термин йыш ҡына кире коннотацияға эйә. Мин таянған структура-конструктив ҡараш методологияһы йәмғиәтте кеше тырышлығы менән үҙгәртергә мөмкин тигән күҙаллауҙан ғибәрәт. Һәм был хәл күңелгә ышаныс - оптимизм өҫтәй

[5]

Алты уҡыусы – философия фәндәре кандидаттары[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БР мәғариф отличнигы (2004)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф эшмкәре
  • Социальная утопия: тип сознания, идеал и эксперимент. Уфа, 1997 (авторҙаш)
  • Оправдание утопии: опыт социально-философской реконструкции. Уфа, 2004
  • Современное социогуманитарное познание: опыт применения принципа дополнительности. Уфа, 2009 (авторҙаш)
  • Успех: социально‑философская концептуализация. Уфа, 2011 (авторҙаш)