Ғәйнуллин Шакир Йомағол улы
Ғәйнуллин Шакир Йомағол улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 12 апрель 1921 |
Тыуған урыны | Асҡар, Тамьян-Ҡатай кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 4 июнь 1993 (72 йәш) |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғәйнуллин Шакир Йомағол улы (рус. Гайнуллин Шакир Юмагулович; 12 апрель 1921 йыл — 4 июнь 1993 йыл) — иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. «Салауатстрой» тресы идарасыһының иҡтисад мәсьәләләре буйынса элекке урынбаҫары, трестың баш иҡтисадсыһы. Ватан һуғышы[1] һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1978).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шакир Йомағол улы Ғәйнуллин 1921 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы) Асҡар ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1940 йылда Мәскәү план-иҡтисад институтын тамамлаған.
1941 йылдың авгусында Бөйөк Ватан һуғышына китә, шулай уҡ совет-япон һуғышында ҡатнаша, өлкән лейтенант Ватан һуғышы [2] һәм Ҡыҙыл Йондоҙ[3] ордендары менән бүләкләнгән. Әйткәндәй, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены уға Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы 1985 йылдың 6 апрелендә бирелгән.
Һуғыштан һуң, 1949 йылдан Салауат ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. «Салауатстрой» тресына ул хеҙмәт юлының 30 йылын бағышлай. Шакир Йомағолов төрлө йылдарҙа нормалаусы, инженер-плановик, 1-се төҙөлөш идаралығының план бүлеге начальнигы, трест идарасыһыһының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, баш иҡтисадсы булып эшләй.
Хәрби һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары лайыҡлы баһаланған, хәрби наградаларынан тыш, В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей миҙалы, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы һәм күп һанлы Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
1978 йылда «Салауат ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелгән[4].
Ғәйнуллин Шакир Йомағол улы 1993 йылдың июнендә вафат булған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ватан һуғышы ордены (1985)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[5].
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы (1970)
- «Хеҙмәт ветераны» (1978)
- «Салауат ҡалаһының почетлы гражданы» (1978)[6]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайнуллин Шакир Юмагулович 2021 йыл 12 апрель архивланған.
- Гайнуллин Шакир Юмагулович
- Награда Шакира Гайнулина
- 12 апрелдә тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- 4 июндә вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Әбйәлил районында тыуғандар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Совет-япон һуғышында ҡатнашыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр