Эстәлеккә күсергә

Фәритов Хәбир Салауат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәритов Хәбир Салауат улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 12 апрель 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы
Вафат булған көнө 5 июль 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Фәритов Хәбир Салауат улы (12 апрель 1913(19130412) йыл — 5 июль 1997 йыл) — педагог-методист. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

1913 йылдың 12 апрелендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы) Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуған.

1937 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған[1].

1937 йылдан Баймаҡ районы Темәс башҡорт педагогия училищеһында уҡыта.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1985 йылда 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.

1946 йылдан Күгәрсен районы Мораҡ башҡорт педагогия училищеһында уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире вазифаһын үтәй. Артабан Темәс башҡорт педагогия училищеһында эшләй, 1952—1953 йылдарҙа училищеның уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире була[1].

1953 йылдан Күгәрсен районы Мораҡ башҡорт урта мәктәбендә уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, ә 1955 йылдан директор вазифаларын башҡара.

1957—1974 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй:

  • уҡытыу‑методик әҙәбиәт редакцияһы мөдире,
  • 1963 йылдан — баш мөхәррир,
  • 1971 йылдан — уҡытыу‑педагогик әҙәбиәт редакцияһы мөдире[1].

1997 йылдың 5 июлендә Өфө ҡалаһында вафат булған.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Педагогия училищелары һәм урта мәктәптәр өсөн башҡорт теле буйынса дәреслектәр, шул иҫәптән педучилищелар өсөн башҡорт теле дәреслегенең 1-се баҫмаһы авторы (1940 йыл, авторҙашы Ғ. Х. Ғүмәров), һәм уҡытыу‑методик әсбаптар авторы.

  • Фәритов X. һәм Ғүмәров Ғ. Грамматика. Ч. I. Фонетика и морфология. Учебник для педучилищ. — Уфа:, Башкнигоиздат, 1940. — 153 с.
  • Фәритов X. һәм Ғүмәров Ғ. Башҡорт теленең грамматикаһы. Изд. 2-е, испр. Под. ред. Дж. Киекбаева. Ч. I. Фонетика и морфология. Учебник для подучилищ. — Уфа: Башгосиздат, 1949. — 280 с.
  • Фәритов X. һәм Ғүмәров Ғ. Башҡорт теле. Изд. 3-е, испр. и доп., ч. I. Лексика, фонетика и морфология. Учебник для педучилищ. — Уфа, Башкнигоиздат, 1953. — 252 с.
  • Киекбаев Ж. F., Фәритов X. С., Ғәлләмов А. А. Башҡорт теле дәреслеге (для 5—6 классов). Изд. 1-е. ч. 1, Фонетика и морфология. Под ред. Дж. Г. Киекбаева. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 264 с.
  • Киекбаев Ж. F., Фәритов X. С., Ғәлләмов А. А. Башҡорт теле дәреслеге. Для 5—6 классов. Изд. 2-е, испр., ч. 1. Фонетика и морфология. Под ред. проф. Дж. Г. Киекбаева. — Уфа, 1965. — 256 с.
  • Киекбаев Ж. F., Ғәлләмов A. A., Фәритов X. C., Аҙнабаев Ә. M., Сәитбатталов F. F. Башҡорт теле. Учебник для пед. училищ. — Уфа, 1968. — 411 с.
  • Ғәлләмов А. А., Фәритов Х. С. V—VI кластарҙа башҡорт теле дәрестәре. «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрәһәтмә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 136 б.
  • Абдуллина Ф. Ф., Фәритов Х. С., Шарапов И. Ә. Әсә теле : Дүрт йыллыҡ башл. мәкт. өсөнсө с-фы өсөн д-лек. — 5-се баҫма. — Өфө : Китап, 2004. — 168 б.