Әлмөхәмәтов Рәшит Вәлиәхмәт улы
Рәшит Вәлиәхмәт улы Әлмөхәмәтов | |||||
Тыуған көнө | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Ейәнсура районы, Бикбау ауылы | ||||
Вафат көнө | |||||
Ил | |||||
Ғилми даирәһе |
педагогика | ||||
Эшләгән урыны | |||||
Альма-матер |
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты | ||||
Ғилми дәрәжәһе |
профессор | ||||
Ғилми исеме |
Педагогия фәндәре кандидаты (1967) | ||||
Ниндәй өлкәлә танылған |
СДПИ ректоры | ||||
Награда һәм премиялары |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994) | ||||
Әлмөхәмәтов Рәшит Вәлиәхмәт улы (25 апрель 1934 йыл) — педагог-методист һәм тел белгесе, мәғариф һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1976–1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты ректоры. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), профессор (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), СССР‑ҙың мәғариф (1976) һәм юғары мәктәбе отличнигы (1988), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1967) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәшит Вәлиәхмәт улы Әлмөхәмәтов 1934 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Бикбау ауылында тыуған.
1948—1952 йылдарҙа Мораҡ педагогия училищеһында белем ала.
1952—1954 йылдарҙа Маҡар районының Көҙән 7 йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы.
1959 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. 1959 йылдан Йомағужа районы Йомағужа урта мәктәбе директоры.
1961—1976 йылдарҙа РСФСР-ҙың Педагогия Фәндәре академияһы Милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалы менән етәкселек итә.
1976—1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының ректоры була.
1989—1996 йылдарҙа — Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институты ректоры, шул уҡ ваҡытта рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй.
1997 йылдан алып М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Р. В. Әлмөхәмәтовтың фәнни хеҙмәттәре рус телен рус булмаған мәктәптәрҙә һәм башҡорт мәктәптәрендә уҡытыу методикаһына арналған. 180-дән ашыу фәнни, уҡытыу-методик, шул иҫәптән дәреслектәр авторы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был бүлек тамамланмаған. |
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994);
- БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980);
- СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1976);
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы (1967);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1994);
- Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү мәктәбенең почетлы хеҙмәткәре;
- «Почёт Билдәһе» ордены (1981);
- К. Д. Ушинский миҙалы;
- Н. К. Крупская миҙалы;
- В. А. Сухомлинский миҙалы.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ф. Санъяров. Халҡыбыҙҙың аҫыл улы. — «Йәшлек» гәзите, 2014 йыл, 2 май;
- Д. Мәжитов. Кесе Һүрәмдән башланған оло юл. — «Башҡортостан», 2014 йыл, 25 апрель.
- 25 апрелдә тыуғандар
- 1934 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ейәнсура районында тыуғандар
- 4 октябрҙә вафат булғандар
- 2022 йылда вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Н. К. Крупская миҙалы менән наградланғандар
- К. Д. Ушинский миҙалы менән наградланғандар
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличниктары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Википедия:Страницы с малыми шаблонами-сообщениями
- Страницы, использующие малые шаблоны-сообщения
- Башҡортостан ғалимдары
- Педагогия фәндәре кандидаттары
- Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличниктары
- СССР мәғарифы отличниктары