Эстәлеккә күсергә

Абдуллина Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы Абдуллина
Тыуған көнө

6 декабрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (97 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Мораҡ ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

уҡытыусыһы

Наградалары һәм премиялары

Хата: беренсе юлда рәсем күрһәтелгән булырға тейеш.

Абдуллина Фәрзәнә Фәйзи ҡыҙы (6 декабрь 1926 йыл) — педагог‑методист, мәктәп дәреслектәре авторы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1977), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).

Фәрзәнә Фәйзи[1] ҡыҙы Абдуллина 1926 йылдың 6 декабрендә Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантонының[2] Мораҡ ауылында тыуған.

1944 йылда Йомағужа урта мәктәбен тамамлай.

1949 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлағандан һуң, Мораҡ һәм Темәс башҡорт педагогия училищеларында уҡыта[3].

1961—1984 йылдарҙа Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта эшләй[3].

Фәрзәнә Фәйзрахман ҡыҙына хас булған ныҡышмалылыҡ, балаларҙың күңелен, мөмкинлектәрен аңлап эш итеү, Башҡортостандың киләсәге — йәштәрҙе ныҡлы рухлы, белемле, әҙәпле итеп тәрбиәләү сифаттары ысын уҡытыусы образын тыуҙыра. Тынғыһыҙ педагог ваҡыт менән иҫәпләшмәй: һәр бер балаға күңел йылыһын биреп әңгәмәләшергә лә, түңәрәктәр үткәрергә лә, дәрестәрен мауыҡтырғыс итеп төҙөргә лә, шуның өҫтәүенә, үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға ла, методик хеҙмәттәр, әсбаптар яҙырға ла өлгөрә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Фәрзәнә Абдуллинаға «СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы», «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән.

  • Усманова М. Ғ., Абдуллина Ф. Ф. Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттарына уҡырға теләүселәр өсөн ҡулланма. — Өфө: Китап, 2000. — 192 бит. — ISBN 5-295-02619-1