2 август
Перейти к навигации
Перейти к поиску
2 август — григориан стиле буйынса йылдың 214-се (кәбисә йылында 215-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 151 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2019 йыл |
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Әзербайжан — Милли кино көнө.
Гайана — Азатлыҡ көнө.
Македония — Республика көнө.
Сербия — Авиация көнө.
Рәсәй — Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө.
Беларусь — Десантсылар көнө.
Ҡаҙағстан — Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1790 — Америка Ҡушма Штаттарында беренсе халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә.
- 1887 — Америкала Роуэль Ходже (Rowell Hodge) сәнскеле тимер сыбыҡҡа патент ала.
- 1916 — Мәскәүҙә АМО (русса Автомобильное моторное общество) заводы сафҡа инә, 1933 йылда ЗиС (русса завод имени Сталина), 1956 йылдың 26 июненән — ЗиЛ (русса завод имени Лихачёва).
- 1930 — СССР-ҙа Мәскәү хәрби округы учениеларында Воронеж ҡалаһы янында беренсе тапҡыр һауа десанты төшөрөлә. Артабан был көн Советтар Союзында, хәҙер Рәсәйҙә лә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө булып билдәләнә. Беренсе десантсыларҙың һаны 12 була.
- 1933 — СССР-ҙа Беломор-Балтик каналы асыла.
- 1934 — Адольф Гитлер Германия фюреры итеп иғлан ителә.
- 1945 — Потсдам конференцияһы эшен тамамлай.
- 2007 — «Мир» тәрән һыуҙарға төшөү аппараты донъяла тәүге тапҡыр Төньяҡ полюста Төньяҡ боҙло океан төбөнә төшә һәм унда Рәсәй флагын һәм киләсәк быуындарға яҙма мөрәжәғәт һалынған капсула ҡалдыра.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тулвинский Шәйхулла Сибәғәтулла улы (2.08.1886—15.10.1970), уҡытыусы, шағир. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Ҡылысбаев Фердинанд Әкрәм улы (Әҙһәм) (2.08.1926 — 26.07.2001), уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1975). Бөйөк Ватан Һуғышы яугиры. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылынан.
- Әсбәпова Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы (2.08.1936), уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985). Сығышы менән Мәсетле районы Һабанаҡ ауылынан.
- Бабиков Антон Игоревич (2.08.1991), Рәсәй спортсыһы, биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Эстафетала 2017 йылғы Донъя чемпионы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорт мастеры (2015) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2017).ы (2017)
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡәләмова Фәнжиә Сәхиәр ҡыҙы (2.08.1947 — 1.03.2010), хеҙмәт алдынғыһы, агроном. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡарағужа ауылынан.
- Ишмәтов Рафаил Ғәзиз улы (2.08.1952), совет хоккейсыһы Һәм Рәсәй тренеры, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2003), доцент. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1977). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1996).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Харисов Фәрит Фәхрәзи улы (2.08.1958), педагог, Яңауыл ҡалаһының 1-се урта мәктәбе директоры. Педагогия фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Истәк ауылынан.
- Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы (Рөстәм Нурыев; 2.08.1963), иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе (2005). Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Статистика отличнигы (2010). «Викимедиа РУ» Рәсәй йәмғиәт ойошмаһынының «Вики-премия» лауреаты (2014, 2018). «Мәсәтле районының 100 данлыҡлы исеме» проекты дипломанты (2019).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Стефан (донъяуи исеме Проценко Стефан Максимович; 2.08.1889—6.10.1960), дин әһеле, 1942—1944 йылдарҙа Өфө һәм Минзәлә архиепискобы. Митрополит (1959), архиепископ (1942), архимандрит (1922). Монахлыҡ ҡабул иткән (1922). Сығышы менән Харьков губернаһының Палеевка ауылынан.
- Воробьёв Николай Фёдорович (2.08.1904—21.03.1976), ғалим-невролог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1951— 1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре кандидаты. (1941). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған табибы (1957) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1948). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), «Почёт Билдәһе» (1953) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Иваново өлкәһенең үҙәге Иваново ҡалаһынан.
- Журавлёв Василий Николаевич (2.08.1904—15.11.1987), совет кинорежиссёры, үҫмерҙәр өсөн совет киноһын башлап ебәреүселәрҙең береһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1976), Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ның халыҡ артисы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).
- Чеботарёв Илья Егорович (2.08.1929—2.05.1982), ғалим-ветеринария табибы, 1961—1969 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, 1966 йылдан — ветеринария факультеты деканы. Ветеринария фәндәре докторы (1967), профессор (1968). Сығышы менән элекке Үҙәк Черноземье өлкәһенең Берёзовка ауылынан.
- Саҙриев Миҙхәт Минша улы (2.08.1934—2.12.2016), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1971), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994). Сығышы менән хәҙер Туймазы ҡалаһы составына ингән Түбәнкүл ауылынан.
- Мәхмүтов Фәүир Шәрифулла улы (2.08.1939—21.07.1988), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1962 һәм 1966—1988 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресының изолировщигы һәм торба һалыу краны машинисы. Хеҙмәт даны орденының тулы кавалеры (1985).
- Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы (2.08.1954), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006), профессор (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Учалы ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1928 — Георгий Сафаров, хужалыҡ эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы.
- 1929 — Валерий Аграновский, рус совет журналисы, яҙыусы, драматург.
- 1945 — Георгий Мовсесян, совет композиторы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1923 — Хардинг Уоррен Гамалиел, АҠШ-тың 29-сы Президенты.
- 1964 — Ишкинин Ишмәй Иштубай улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 2011 — Андрей Петрович Капица, совет һәм Рәсәй географы һәм геоморфологы, СССР Фәндәр академияһының (һуңынан Рәсәй Фәндәр Академияһы) ағза-корреспонденты.
- 2014 — Ольга Воронец, совет һәм Рәсәй йырсыһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]