Каравдин Владимир Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каравдин Владимир Петрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 2 август 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Дәүләкән, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 август 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Силәбе, Рәсәй
Һөнәр төрө хоккеист с мячом, футболсы
Командалағы уйын позицияһы һөжүмсе[d]
Спорт командаһы ағзаһы Трактор
Спорт төрө туп менән хоккей[d]

Каравдин Владимир Петрович (2 август 1932 йыл, Дәүләкән, Башҡорт АССР-ы — 12 август 2011 йыл, Силәбе өлкәһе[1]) — СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы һәм тренеры, туплы (1954) һәм шайбалы хоккей (1956) буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбе хоккейы тәрбиәләнеүсеһе.

1949/50 миҙгелендә СССР чемпионатының юғары лигаһында Силәбе ҡалаһының «Дзержинец» клубы өсөн тәү башлап сығыш яһай. Беренсе шайбаны 1950 йылдың 17 декабрендә Мәскәүҙең «Динамо» ҡапҡаһына индерә. Клубтың составында 12 миҙгел уҙғара (яҡынса 292 уйын, 102 шайба индерә һәм 10 голлы тапшырыу бирә).

1955 йылда туп менән хоккей буйынса СССР чемпионатында Свердловск ОДО составында көмөш призер була.

Шулай уҡ Силәбе («Дзержинец», «Авангард»), Свердловск («Авангард», ОДО) футбол командалары өсөн «Б» класында сығыш яһай.

1956 йылда СССР-ҙың йыйылма командаһы составында Бөтә донъя студенттары ҡышҡы уйындары чемпионы була.

1964 −1966 йылдарҙа — Өфөнөң «Салауат» клубында уйнаусы тренер. 1966—1968 йылдарҙа башҡорт клубын етәкләй. "Салауат Юлаев"тың һәм Силәбе "Металлург"ының йәштәр командаһында тренер булып эшләй. 1985 йылдан 1994 йылға тиклем ЧМС балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә футбол командаһы етәксеһе булып эшләй.

2011 йылдың 12 авгусында 79 йәшендә вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]