Ишмәтов Рафаил Ғәзиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ишмәтов Рафаил Ғәзиз улы
Эшмәкәрлек төрө:

тренер, хоккейсы

Тыуған көнө:

2 август 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған урыны:

Силәбе, Силәбе өлкәһе

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй флагы Рәсәй

Награда һәм премиялары:

Дуҫлыҡ ордены — 1996

Ишмәтов Рафаил Ғәзиз улы (2 август 1952 йыл) — совет хоккейсыһы Һәм Рәсәй тренеры, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2003), доцент. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1977). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1996).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рафаил Ғәзиз улы Ишмәтов 1952 йылдың 6 авгусында Силәбе ҡалаһында тыуған. Башҡорт. П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын (1980), Рәсәй физик культура академияһы Юғары тренерҙар мәктәбен (Мәскәү, 1985) тамамлаҡан. «Трактор» спорт клубы (Силәбе) тәрбиәләнеүсеһе. Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы (1971—72, 1975—83), армия спорт клубтары (Куйбышев 1972—73, Ленинград 1973—74) командалары өсөн уйнай. «Шахтёр кубогы» (Польша, 1972), Бухарест (Румыния, 1973) һәм «Алтын башаҡ» (Чехословакия, 1976) кубоктарының халыҡ-ара турнирҙары еңеүсеһе.

1985 йылдан алып Авангард командаһы (Өфө) тренеры, өлкән тренеры, 1991 йылда — Салауат Юлаев хоккей клубының, 1999—2000 йй. — армия спорт клубының (Санкт-Петербург), 2003 йылда — Рәсәй йәштәр йыйылма командаһының, 2004-05 йй. Салауат Юлаев хоккей клубының баш тренеры. 2006 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Милли физик культура, спорт һәм сәләмәтлек университетында уҡыта, бер үк ваҡытта армия спорт клубы СДЮШОР-ының спорт директоры (икеһе лә — Санкт-Петербург). Етәксеһе башҡарыу Салауат Юлаев хоккей клубы Халыҡ-ара хоккей федерацияһы Кубогы (1994), Милләт-ара хоккей лигаһы (1995—96) һәм Рәсәй (1997) чемпионаттарының броза призын яулай, Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы донъя чемпионаты була (2003). Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнгән (1996).

Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хоккейсы булғанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тренер булғанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Bronze medal icon.svg Баш тренер булғанда Рәсәй чемпионатының өс тапҡыр бронза призеры (1994/1995, 1995/1996, 1996/1997).
  • Gold medal icon.svg Баш тренер булғанда Йәштәр донъя чемпионаты еңеүсеһе (Канада 2003).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]