11 август
Перейти к навигации
Перейти к поиску
11 август | |
![]() |
11 август — григориан стиле буйынса йылдың 223-сө (кәбисә йылында 224-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 142 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Әрмәнстан: Милли оҡшашлыҡ көнө.
Зимбабве: Милли батырҙар көнө.
Латвия: Латвия азатлығы яугирҙарын хәтәрләү көнө.
Чад: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1919: Башҡортостандың дәүләт архив хеҙмәте ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Блюменталь Юлий Юлиевич (1870—1944), рәссам, йәмәғәт эшмәкәре. 1907—1912 йылдарҙа Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 3‑сө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. 1926—1935 йылдарҙа хәҙерге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры, бер үк ваҡытта Башҡорт сәнғәт техникумы (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы) уҡытыусыһы.
- Потапов Александр Григорьевич (1940), ғалим-тау инженеры. 1963—1995 йылдарҙа Волгоград Нефть сәнәғәте ғилми тикшеренеү һәм проект институтының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1987 йылдан — генераль директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1990—1994 йылдарҙа Волгоград университеты уҡытыусыһы. 1995 йылдан Бөтә Рәсәй тәбиғи газ һәм газ технологиялары ғилми тикшеренеү институтының бүлек начальнигы, 2003 йылдан — Тәбиғи газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү, файҙаланыу һәм скважиналар быраулау үҙәгенең директор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1984), Рәсәй Федерацияһының почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2008). «Газпром» йәмғиәте премияһы лауреаты (2010). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Потаповка ауылынан.
- Романченко Анатолий Фёдорович (1945), ғалим-инженер-электромеханик. Техник фәндәр докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011). 1975 йылдан Өфө авиация институты, 1982 йылдан — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1991 йылға тиклем сервис техникаһы факультеты деканы, 1993—1999 йылдарҙа көнкүреш тәғәйенләнешендәге машиналар һәм аппараттар кафедраһы, 2002—2013 йылдарҙа —автоматлаштырылған проектлау системалары һәм графика кафедраһы мөдире. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фёдоров Александр Александрович (1945), ғалим-филолог. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2013 йылдарҙа рус филологияһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1990—2013 йылдарҙа сит ил әҙәбиәте һәм художество мәҙәниәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011). Сығышы менән Ставрополь ҡалаһынан.
- Шамратова Валентина Ғосман ҡыҙы (1950), ғалим-физиолог. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән Ашхабад ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Олег Ханов (1951), башҡорт театр һәм кино актёры, режиссёр, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Анатолий Ерошин (1927—28.07.1970), Башҡортостанда тыуған һәм рус телендә ижад иткән журналист һәм яҙыусы, 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар һәм 1969 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы, 1939—1940 йылдарҙағы Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, хәрби ордендар һәм миҙалдар кавалеры. Полковник.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Барыкин Николай Петрович (1938), ғалим-инженер-металлург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1973—1988 йылдарҙа Өфө авиация институтының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1996). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1988). Сығышы менән хәҙерге Волгоград ҡалаһынан.
- Игнатьев Владимир Леонтьевич (1938), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороусы һәм уның алмашһыҙ директоры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Рәүҙе ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1795: Иван Спасский, Рәсәй империяһы табибы, Александр Пушкиндың ғаилә табибы, шағирҙың һуңғы көндәре хаҡындағы яҙмалар авторы.
- 1885: София Парнок, Рәсәй империяһы һәм СССР шағиры, тәржемәсе, әҙәби тәнҡитсе.
- 1900: Александр Мосолов, СССР композиторы, пианист.
- 1910: Филипп Агостини, Франция кинооператоры, кинорежиссёр.
- 1910: Джордж Хоманс, АҠШ социологы.
- 1920: Яков Слободкин, СССР һәм Рәсәй музыканты, виолончелист һәм педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1973).
- 1950: Эрик Бранн, АҠШ музыканты, «Iron Butterfly» рок төркөмө гитарисы.
- 1950: Стив Возняк, АҠШ программисы, «Apple» фирмаһын ойоштороусыларҙың береһе.
- 1950: Геннадий Никонов, СССР һәм Рәсәйҙең ҡорал конструкторы, АН-94 «Абакан» автоматын уйлап сығарып яһаусы.
- 1955: Сергей Мавроди, Рәсәй йүнселе, «МММ» финанс пирамидаһын ойоштороусы.
- 1960: Зөлфәт Хәким, СССР һәм Рәсәй драматургы, композитор, йырсы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2020).
- 1955: Виола Дэвис, АҠШ актрисаһы, «Оскар», «Алтын глобус» кинопремиялары һәм башҡа бүләктәр эйәһе.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2014: Робин Уильямс, АҠШ актёры.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]