Геология институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)
Геология институты | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Отдел наук о Земле[d] |
Алмаштырылған | Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге[1] |
Рәсми сайт | ig.ufaras.ru |
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институты — федераль дәүләт бюджет фән учреждениеһы, Башҡортостан Республикаһындағы төп ғилми-тикшеренеү учреждениеһы; геотектоника; палеозой стратиграфияһы; кайнозой геологияһы; геофизика; магматизм; метаморфизм; мәғдән ятҡылыҡтары; палеовулканология һәм металлогения; геохимия һәм изотоплы геология; гидрогеология һәм геоэкология өлкәләрендә тикшеренеүҙәр алып бара. Институтта 5 ғилми һөнәр буйынса аспирантура бар, «Геологический сборник» журналы нәшер ителә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институты 1951 йылда Өфөлә СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тау-геология институты булараҡ асыла, 1967 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының геология институты, 1992 йылдан — хәҙерге статуста.
Етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Институт директорҙары[2]:
- 1951 — Г. В. Вахрушев
- 1954 — А. И. Олли
- 1965 — С. Г. Фәттәхетдинов
- 1968 — Йосопов Билал Мөғтәсим улы
- 1975 — Камалетдинов Морат Абдулхаҡ улы
- 1991 — Пучков Виктор Николаевич
Эш йүнәлештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарының барлыҡҡа килеү шарттарын өйрәнеү, Башҡортостан Республикаһында геодинамика, геоморфология һәм тектоника, Уралдың һәм Көнсығыш Европа платформаһының стратиграфияһы.
Институттың структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лабораториялары:
- геотектоника (Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы В. Н. Пучков)
- палеозой стратиграфияһы (геология-минералогия фәндәре кандидаты О. В. Артюшкова)
- кайнозой геологияһы (геология-минералогия фәндәре кандидаты Г. А. Данукалова)
- геофизика (физика-математика фәндәре докторы И. В. Голованова)
- магматизм (геология-минералогия фәндәре докторы Д. Н. Сәлихов)
- метаморфизм (геология-минералогия фәндәре докторы А. А. Алексеев)
- геохимия һәм изотоплы геология (геология-минералогия фәндәре кандидаты В. М. Горожанин)
- мәғдән ятҡылыҡтары (геология-минералогия фәндәре докторы В. И. Сначев)
- палеовулканология һәм металлогения (геология-минералогия фәндәре кандидаты А. М. Косарев)
- гидрогеология һәм геоэкология (геология-минералогия фәндәре докторы Р. Ф. Абдрахманов)
- Минераль сеймалды анализлау бүлеге.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Институт геологии УНЦ РАН. Маршрут длиною в 60 лет. Уфа, 2011.
- Пучков В. Н. «Палеогеодинамика Южного и Среднего Урала», Уфа: ГИЛЕМ, 2000. 146с.
- Р. Ф. Абдрахманов, В. И. Мартин, В. Г. Попов, А. П. Рождественский,А. И. Смирнов, А. И. Травкин. «Карст Башкортостана»,
Уфа: Информреклама, 2002.
- Р. Ф. Абдрахманов, В. Г. Попов «Геохимия и формирование подземных вод Южного Урала», Уфа: АН РБ, Гилем, 2010.
- Казанцева Т. Т. «Аллохтонные структуры и формирование земной коры Урала». М.: Наука, 1987.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Институттың ҡаҙаныштары: Урал һәм Урал буйы рельефының йәшен нигеҙләү; уның тектоникаһы; Уралдың һәм Урал алды ситке бөгөлөшөнөң шарьяжлы-шыуышыулы төҙөлөшө иҫбатланған; Уралдың палеозой геодинамикаһы өйрәнелгән; Көньяҡ Уралдың палеовулканологик картаһы төҙөлгән; йылы ағымының Уралдағы аномалияһы асыҡланған); Көньяҡ Урал һәм Урал алды рельефының мезозойҙағы һәм кайнозойҙағы үҫеше өйрәнелгән һ.б.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Тарихи күҙәтеү: РФА өфө ғилми үҙәге геология институты