Эстәлеккә күсергә

Йосопов Билал Мөғтәсим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йосопов Билал Мөғтәсим улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 25 декабрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Мерәҫ, Имай-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы
Вафат булған көнө 26 февраль 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Йосопов Билал Мөғтәсим улы (25 декабрь 1904 йыл — 26 февраль 1999 йыл) — совет тау инженеры. Геология-минералогия фәндәре докторы (1959), профессор (1969).

Билал Мөғтәсим улы Йосопов 1904 йылдың 25 декабрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Яңы Мерәҫ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы) күп балалы ғаиләлә тыуған. Уларҙың ғаиләһе 1921-1922 йылдарҙағы аслыҡты бик ҡыйынлыҡ менән кисерә[1].

1924—1926 йылдарҙа Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт итә. Ҡаҙан университетының эшселәр факультетында уҡый. 1935 йылда Ҡаҙан университетын инженер-геолог һөнәре буйынса тамамлай.

1935 йылдан алып геолог булып эшләй, ә 1942 йылдан алып — Татар геология-разведка тресы идарасыһы. 1943 йылда уның етәкселегендә Татар АССР-ының Шөгер районында беренсе сәнәғәт нефте асыла.

1945 йылдан Татар АССР-ының халыҡ комиссарҙары советы янындағы урындағы яғыулыҡ сәнәғәте идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй. 1946 йылдан башлап — ғилми секретары, 1948 йылдан — нефть һәм газ бүлеге мөдире, 1965 йылдан —СССР дәүләт геология комитетының Геология институты төбәк геология бүлеге етәксеһе.

1958 йылда «Татарияның геологик төҙөлөшө һәм нефтле булыуы» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай, ә 1963 йылда «Кристаллы фундаменттың нефтле булыуын өйрәнеү программаһын» әйтеп бирә һәм нигеҙләй[2]. 1967 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының нефть һәм газ буйынса Һиндостанда эксперт-кәңәшсеһе була.

1968 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы геология Институтының директоры, бер үк ваҡытта 1970 йылдан нефть һәм газ геологияһы лабораторияһы мөдире.

1974 йылдан алып СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының геология Институтында ғилми консультант, 1978—1992 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр-консультант булып эшләй.

1999 йылдың 26 февралендә Өфө ҡалаһында мәрхүм булып ҡала.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йосопов Билал Мөғтәсим улының ғилми эшмәкәрлеге Волга-Урал нефть һәм газ өлкәһенең геологик төҙөлөшөн, гидрогеологик шарттарын һәм нефтле һәм газлы булыу перспективаһын тикшереүгә бағышланған. Ер ҡабығында метаносфера барлығы тураһында фекер тәҡдим итә[3].

100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәттәр авторы булып тора.

  • Юсупов Б. М. Условия формирования минеральных вод Нижнего Прикамья. — Казань : Изд-во Казанск. филиала Акад. наук СССР, 1950. — 119 с.
  • Юсупов Б. М. Как управлять нефтяными пластами : (К вопросу законтурного заводнения). — Казань: Татгосиздат, 1953. — 28 с.
  • Юсупов Б. М. Материал к лекции на тему: Пути рационального использования попутных газов Татарии / Б. М. Юсупов, канд. геол.-минерал. наук ; О-во по распространению полит. и науч. знаний РСФСР. Татар. отд-ние. — Казань, 1958. — 21 с.
  • Юсупов Б. М. Геологическое строение и нефтеносность Татарии : Автореферат дис. на соискание ученой степени доктора геолого-минералогических наук / Ин-т нефти Акад. наук СССР. Геол. ин-т Казан. филиал АН СССР. — Казань, 1958. — 25 с.
  • Структура и нефтеносность стратиграфических комплексов Западной Башкирии / Б. М. Юсупов, К. С. Яруллин, М. В. Ишерская ; АН СССР. Башк. филиал. Ин-т геологии. — Москва : Наука, 1974. — 163 с.
  • Тектоника, литология и нефтеносность Башкирии / Ред. коллегия: Б. М. Юсупов (отв. ред.) и др. — Уфа, 1974. — 127 с.
  • Юсупов Б. М. Новая концепция проблемы происхождения нефти и природного горючего газа. — Уфа, 1982.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (1944)
  • «Почёт Билдәһе» Ордены (1958)
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1964)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
  1. Камалетдинов М. А. Белял Магтасимович Юсупов — первооткрыватель нефти Татарстана (1904—1999 гг.) // Бурение & нефть. — 2007. — № 5. — С. 60-61.
  2. Муслимов Р. Х., Гатиятуллин Н. С., Кавеев И. Х. Жизнь в поиске // Георесурсы. — 2005. — № 1 (16). — С. 47-48.
  3. Йосопов Билал Мөғтәсим улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.