Робин Уильямс
Робин Уильямс | |
Robin Williams | |
| |
Исеме |
Робин Маклорин Уильямс |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Һөнәре |
актёр, Ҡалып:Комик |
Карьераһы |
1972—2014 |
Наградалары |
«Оскар» (1998) |
IMDb | |
Робин Уильямс Викимилектә | |
Робин Маклорин Уильямс (ингл. Robin McLaurin Williams; 21 июль 1951 йыл, Чикаго, Иллинойс, АҠШ — 11 август 2014 йыл, Тибурон, Калифорния, АҠШ) — америка актёры, сценарист, продюсер һәм стендап-комик. "Морк һәм Минди" комик сериалындағы роле арҡаһында популярлыҡ яулаған.
Уильямс экранда көслө һәм аяныслы ваҡиғалар менән һуғарылған ролдәрҙе сағылдыра[1][2]. Уның кино карьераһы бик күп билдәле режиссёрҙар эштәрен үҙ эсенә ала, мәҫәлән, «Попай» (1980), «Джуманджи» (1995), «Август Раш» (2007) һәм башҡалар[3]. «Аладдин» (1992) мультфильмында Ен персонажы уның тауышы менән яҙылған.
Үҙенең актёрлыҡ карьераһы осоронда Уильямс яҡынса 100 кинокартинала төшкән[4][5][6]. Ул «Комедия Эйнштейны » тип йөрөтөлә[7].
Иң яҡшы ир-ат роле өсөн өс тапҡыр «Оскар» премияһына лайыҡ булған. Уильямс «Умница Уилл Хантинг» фильмының икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн маҡтаулы статуэткаға лайыҡ була (1997). Ике тапҡыр «Эмми», алты тапҡыр «Алтын глобус», ике тапҡыр «Киноактёрҙар гильдияһы» премиялары һәм дүрт «Грэмми» статуэткаһы менән бүләкләнә [8][9]. Киноиндустрияны үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Голливудтың «Дан аллеяһында» уның исемендәге йондоҙ урынлаштырылған.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге йылдары һәм ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Робин Маклорин Уильямс [10] АҠШ-тың Чикаго ҡалаһындағы Изге Лука госпиталендә 21 июль 1951 йыл тыуған. Уның атаһы Роберт Фицджеральд Уильямс (1906-1987) Эвансвиллдә (Индиана) тыуған, Урта Көнбайыштағы «Ford» компанияһының етәкселегенә ингән була, ә әсәһе, Лори Маклорин Уильямс Лори (ҡыҙ фамилияһы Смит, 1922-2001) Джексонда (Миссисипи) тыуған, Миссисипи штаты сенаторы һәм губернаторы Ансельм Маклориндың бүләсәре[11][12]. Робин веналарында англия, уэльс, ирланд, шотланд, немец һәм француз ҡандары бар. Ғаиләләрендә ата-әсәһе һәм уларҙың тәүге никахтарынан тыуған үҙенән өлкән ике ағаһы була: ағалары Роберт Тоддом Уильямс артабан Toad Hollow шарап компанияһын нигеҙләй[13][14][15], ә Маклорин Смит Мемфиста физика уҡытыусыһы була[16].
Робин епископ сиркәүе традицияларында тәрбиәләнгән булған , шул уҡ ваҡытта уның әсәһе Христиан фәнен яҡлаусы була[17]. Бала саҡта ул йорт алдындағы ҡомда уйнарға ярата, Гортондағы муниципаль башланғыс мәктәптә уҡый, артабан Дир-Пат урта мәктәбендә белем ала. Һуңғараҡ уны дуҫтары бик ирмәк малай булды, тип хәтерләй[18]. 1963 йылдың көҙөндә, Робин 7 класта уҡыған саҡта уның атаһы Детройтҡа эшкә күсерелә, ә ғаиләләре Чикагонан Мичиган штатының Блумфилд-Хиллс биҫтәһендге 40 бүлмәле йортҡа күсә, Робин Детройт округының шәхси көндөҙгө мәктәбендә уҡый башлай[19]. Тиҙ арала ул яҡшы уҡыусылар иҫәбенә инә, класс президент була, мәктәптең футбол һәм көрәш буйынса йыйылма командаһы составына инә. Робинға 16 йәш тулғас, уның атаһы ваҡытынан алда пенсияға сыға һәм ғаиләһе менән Марин округының Вудакр ҡалаһына күсеп килә. Робин яҡындағы Ларкспурҙағы Редвуд урта мәктәбенә уҡырға инә, 1969 йылда мәктәпте тамамлай[20].
Робин бер аҙ ваҡыт Клермонт ирҙәр колледжында уҡый[21], унда сәйәси фәндәр өйрәнә[22] һәм импровизация курсына йөрөй[23]. Дәрестәр араһындағы тәнәфестәрҙә Колледж Марина[en][24] теаатр сәнғәтенә уҡырға йөрөй, унда профессор Джим Данн менән таныша һәм тәүге тапҡыр «Оливер» театр мюзиклында ҡатнаша[25]. Артабан, Робиндың уҡытыусыһы Джим Данн уҡыусыһының талантлы булыуын билдәләй һәм «ул беҙҙең колледжда ҡуйған спектаклдәрҙең һәр береһендә ҡатнашты, ул төрлө ролдәрҙе төрлө урында , төрлө шарттарҙа ла уйнай алды» тип иҫкә ала[26].
Делясь воспоминаниями в одном из интервью, Уильямс называл себя тихим ребёнком, который не мог преодолеть свою застенчивость до занятий в драматическом кружке при средней школе[27], где его называли «самым смешным парнем»[28]. В детстве, чтобы избежать издевательств из-за своего очень избыточного веса[29], Робин добирался до дома разными маршрутами[30], чтобы рассмешить свою мать и обратить на себя внимание он рассказывал ей анекдоты и пародировал бабушку[31][32], а также практически всё свободное время проводил в одиночестве в большом доме с двумя тысячами игрушечных солдатиков — «моим единственным спутником, моим единственным другом в детстве было моё воображение»[32]. Уильямс говорил, что мать с отцом были слишком заняты на работе и не занимались воспитанием, отдав его на «поруки» горничным[33]. Однако отец, служивший во время Второй мировой войны на авианосце, по словам Робина, преподал ему урок, который он запомнил на всю жизнь[23]:
Отец рассказал мне несколько совершенно ужасных историй… Как самолёт камикадзе врезался в мостик… Как он лежал восемь часов, истекая кровью. Как он сам себя перевязывал. В общем, он мне сказал: «Слушай. Нет ничего более ужасного, чем распрощаться с представлением о славе (в смерти за свою страну) — Dulce Et Decorum Est…[Комм. 1]» Все эти страсти внушали ужас и одиночество. И это придало мне мудрости.
Оригинал текст (инг.)He told me some pretty horrific stories. . . A kamikaze hit the bridge. . . . He was lying there bleeding for eight hours. He tourniquetted himself. And he basically said, 'Listen. There's nothing more horrific than to lose the image that (dying for one's country is) glorious-- Dulce et decorum est . . . .' That whole horrific stuff, horrific, lonely, horrifying. And that kind of wised me up.
Отец рассказал мне несколько совершенно ужасных историй… Как самолёт камикадзе врезался в мостик… Как он лежал восемь часов, истекая кровью. Как он сам себя перевязывал. В общем, он мне сказал: «Слушай. Нет ничего более ужасного, чем распрощаться с представлением о славе (в смерти за свою страну) — Dulce Et Decorum Est…[Комм. 2]» Все эти страсти внушали ужас и одиночество. И это придало мне мудрости.
Страница Ҡалып:Шаблон:Оригинальный текст/styles.css не имеет содержания.
Оригинальный текст (англ.)He told me some pretty horrific stories. . . A kamikaze hit the bridge. . . . He was lying there bleeding for eight hours. He tourniquetted himself. And he basically said, 'Listen. There's nothing more horrific than to lose the image that (dying for one's country is) glorious-- Dulce et decorum est . . . .' That whole horrific stuff, horrific, lonely, horrifying. And that kind of wised me up.
1973 йылда Робин Джульярд мәктәбенә ҡабул ителә һәм Нью-Йоркка — драматик сәнғәт етәкселегендә уҡыусылар Хаусман Джон етәкселеге аҫтында драматик сәнғәткә уҡый башлай, уның менән бергә 20 студент уҡый, улар араһында Кристофер Рив, Уильям Херт[34], Грэммер Келси, ә уның менән бер бүлмәлә «Бэтмен тауышы» — Кевин Конрой йәшәй[35]. Уҡыған осорҙа Робин төнгө клуб сәхнәһендә юмористик программалар менән сығыш яһай, официант булып эшләй, Метрополитен-музей сәхнәһендә пантомимала үҙен һынап ҡарай . 1976 йылда Хаусман тәҡдиме буйынса Робин уҡыуын ташлап китә, сөнки Хаусман уға Джульярд [36] бер нәмә лә өйрәтә алмай[37] тип әйтә. Бер аҙҙан Робин Уильямс Лос-Анджелесҡа күсеп китә, унда бер нисә телешоуҙа ҡатнаша .
Уның Джульярдтағы уҡытыусыһы Джеральд Фридман[en] һуңыраҡ Уильямсты гений тип атай һәм уны классик стиль һәм консерватив уҡыу ҡәнәғәтләндерә алманы, шуға күрә уның мәктәпте ташлап китеүе бер кемде лә ғәжәпләндермәне, тип билдәләй. Ә Рив «ул Джульярдтың стандарт булмаған уҡыусыһы...».
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карьераһының башланыуы: телевидение һәм театр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стендап менән Уильямс менән 1970 йылдар башында шөғөлләнә башлай, был улар ғаиләһенең Сан-Франциско ҡултығы өлкәһенең Марина округына күскәндән һуң була. Уның беренсе сығышы «Holy City Zoo[en]» клубында үтә[38]. Һуңыраҡ Уильямс, шул саҡта «наркотик һәм бәхет»те таный, әммә шул уҡ ваҡытта ниндәй «иң яҡшы аҡыллы кешеләрҙең әрәмгә сығыуын да» күрә[35]. Лос-Анджелес ҡалаһына күскәс, Робин төрлө клубтарҙа сығыш яһауын дауам итә, шул иҫәптән — «Comedy Club»та, 1977 йылда уны телевизион продюсеры Джордж Шлаттер[en] күрә. Был продюсер Уильямстан йондоҙ яһарға мөмкинлекте аңлай һәм Уильямсты «Laugh-In[en]» шоуҙы тергеҙерү маҡсатында үҙенә саҡыра. 1977 йылда телевидениела Робин ҡатнашлығында шоу эфирға сыға. Әммә шоу терелмәй, һәм Уильямс «The Roxy[en]» һәм «The Improv[en]» комедия клубтарында сығыш яһауын дауам итә[39]. Был Робиндың импровизация оҫталығын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә[40].
Был ваҡытта, Уильямс шундай билдәле, талантлы комиктар талант Джонатан Уинтерс (Робин телевизор буйынса уны тәүге тапҡыр 8 йәшендә күргән була)[41], Питер Селлерс (айырыуса уның «Доктор Стрейнджлав, или Как я перестал бояться и полюбил бомбу» фильмында уйнауын һәм «The Goon Show»)[42] программаһында, Майк Николс һәм Элейн Мэй («Николс и Мэй[en] шоу»ында сығыш яһауын) һәм Ленни Брюстың йоғонтоһо аҫтына эләгә, сөнки улар тапҡыр булыуҙары арҡаһында «аҡыллы һәм уҡымышлы аудитория»ны юғары кимәлдә йәлеп итә[43]. Шулай уҡ Уильямс Лено Джей һәм Сид Сизарҙың сығыштарын яратып ҡарай[44]. Һуңыраҡ Сан-Франциско клубтарында сығыш яһаған һәм Уильямс менән дуҫ буулған комик Скотт Капурро[en], былай тип билдәләй«ул миңә сәхнәләге ваҡытыының 70 % -ында уңайһыҙланғанын әйтте», сөнки «ул башына һәм теленә нимә килһә, шуны сәхнәнән һөйләгән»[45]. Кәмитсе Крис Гетард[en] Уильямс тураһында «мин һәр саҡ сәхнәлә Робинды Энди Кауфман ҡарсыҡ кеүек кейенгән кеүек итеп күрә инем һәм үҙемде Энди Кауфмандың Карнеги-Холлдағы концертында ултырған кеүек тоя инем. Ә был ваҡытта Робин донъяның иң ҙур йондоҙҙарының береһе ине инде, ләкин ул үҙен шоуҙың аҙағынаса шым ғына тотоп ултыра һәм аҙаҡтан ғына үҙененң кемлеген таныта ине»[46].
Бынан тыш, Уильямс Бөйөк Британияның комедия клубтарында, атап әйткәндә Лондондың «The Comedy Store[en]» комедия клубында сығыш яһай. Британия тамашасылары Уильямс сығышына битараф була. Шуға ҡарамаҫтан, бер сәғәт 10 минуттан һуң уның уйын план үҙгәрә. Башҡа кешеләрҙең күпселеге сәхнәлә 10 минут, күп тигәндә 20 минут сығыш яһаһа һәм тамашасылар улапрҙы тыңламайынса шаулаша башлаһа конферансье гонг яңғыратҡан һәм кәмитсе ғәрләнеп сәхнәнән сығып китә торған булһа, Уильямс сығышы ваҡытында барыһы ла үҙгәрә — Уильямс унда «хатта мебелде лә көлдөрә» торған була, әйтерһең ул «комедия гейзеры» кеүек сығыш яһаған[47]. Төрлө эксперименттарҙан ҡурҡмай торған Ричард Прайорҙың 1977 йылда барлыҡҡа килгән үҙенең «Шоу Ричарда Прайора[en]» сығышында Уильямс ҡатнаша башлай, ләкин был шоу тиҙ генә сәхнәнән төшә, ҡыҫҡа ғүмерле була[48].
1978 йылда режиссёр Маршалл Гэрриҙың һеңлеһе Пенни Уильямстың төнгө клубтағы сығышын ҡарағандан һуң Уильямсты үҙенең ағаһыныңсериалына саҡыра һәм уға йыһандан килеүсе ролен тәҡдим итә. Тыңлағандан һуң, унда үҙ урынына барып ултырыу урынына башында ултырған Уильямстың юмор тойғоһон күргән продюсерҙар, «Бәхетле көндәр»[49] телесериалының бишенсе миҙгелендәге бер нисә серияла сит йыһандан килеүсе ролен уйнарға Уильямсты саҡыра . Тамашасыларҙың һөйөүен алғаны өсөн Уильямс өсөн махсус спин-офф — «Морк һәм Минди» сериалы төшөрөлә, Робин бында йәнә ошо уҡ ролде башҡара, киноға төшөрөү барышында күп өлөшөн һәм сюжетынан туранан-тура уйлап сығара. Сериал ABC каналында 1978 йылдан алып 1982 йылға тиклем трансяциялана һәм тиҙ арала ҙур уңыштарға өлгәшә. Уильямс 1979 йылдың 12 мартында АҠШ-тың Time яңылыҡтар журналының тышлығында сериалдың символы итеп төшөрөлә. Был фото Уильямстың вафатынан һуң галереяға уның иҫтәлеген хөрмәт итергә килгән тамашасылар өсөн Смитсон институтындағы Милли портреттар галереяһында ҡуйыла[50]. Шул уҡ йылда, уның Ричард Аведон төшөргән фотоһы «Роллинг Стон»журналының тышлығында баҫыла [51]. 1982 йылда шоуҙың рейтиныгы түбәнәйеү арҡаһында шоу ябыла, ә Робин был ваҡытта популяр актёр булып китә. Морк ролен кәүҙәләндергән Уильямс Робиндың фотоһын төрлө плакаттар, тауарҙар өсөн ҡумталар тыштарына төшөрәләр , ә уның һындарын уйынсыҡ йомортҡаларға һалып һаталар.
- ↑ Умер Робин Уильямс, “самый смешной человек на свете” . Euronews (12 август 2014). Дата обращения: 22 август 2014. Архивировано 31 ғинуар 2018 года. 2018 йыл 31 ғинуар архивланған.
- ↑ От инопланетянина до профессора. Жизнь и роли Робина Уильямса в инфографике «Ленты.ру» (12 август 2014). Дата обращения: 3 февраль 2015.
- ↑ В Калифорнии скончался знаменитый голливудский актёр Робин Уильямс . Первый канал (12 август 2014). Дата обращения: 12 август 2014.
- ↑ Тысячи людей по всему миру чтут память Робина Уильямса . Первый канал (12 август 2014). Дата обращения: 12 август 2014.
- ↑ Скончался оскароносный американский комедийный актёр Робин Уильямс . РИА Новости (12 август 2014). Дата обращения: 12 август 2014.
- ↑ Робин Уильямс покончил с собой . Euronews (12 август 2014). Дата обращения: 22 август 2014. 2014 йыл 14 август архивланған.
- ↑ Ruby Wax: We must stop linking comedic genius with depression . The Guardian (4 сентябрь 2014). Дата обращения: 18 сентябрь 2014.
- ↑ Thomas, Mike. A nose for laughs (инг.), Chicago Sun-Times (24 February 2002). 14 декабрь 2009 тикшерелгән. 2014 йыл 8 ноябрь архивланған.
- ↑ McMullen, Marion. Article: Weekend TV: Star profile. (Features) (инг.), Coventry Evening Telegraph (5 October 2002). 14 декабрь 2009 тикшерелгән. 2012 йыл 4 ноябрь архивланған.
- ↑ The official Michigan social register, 1967, Virginia F. Searcy
- ↑ Rubenstein, Steve. Laurie Williams – comedian's mother (инг.), San Francisco Chronicle (8 September 2001). 25 ноябрь 2011 тикшерелгән. 2014 йыл 9 октябрь архивланған.
- ↑ If Robin Williams' comedies are inspired by his life no wonder he's been in therapy (инг.), Sunday Herald[en] (14 March 1999). 14 декабрь 2009 тикшерелгән. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
- ↑ Robert Williams dies;– winemaker, bar owner and bon vivant (инг.), San Francisco Chronicle (16 August 2007). 21 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Nordyke, Kimberly. Robin Williams Dies of Suspected Suicide (инг.), The Hollywood Reporter (11 August 2014). 21 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ McLellan, Dennis. R. Todd Williams, 69; winery founder, comic's brother (инг.), Los Angeles Times (18 August 2007). 10 февраль 2008 тикшерелгән. 2008 йыл 16 февраль архивланған.
- ↑ Donahue, Michael. Robin Williams' Half-brother Is An All-out Fan (инг.), Chicago Tribune (25 December 1991). 20 июнь 2016 тикшерелгән. 2014 йыл 14 август архивланған.
- ↑ Gristwood, Sarah. Bobbin' Robin (инг.), Mail & Guardian Online (18 June 1998). 26 декабрь 2007 тикшерелгән. 2006 йыл 4 октябрь архивланған.
- ↑ Cullotta, Karen Ann. Williams' childhood in Lake Forest remebered (инг.), Chicago Tribune (13 August 2014), стр. 7. 13 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Moore, Mary Ellen. Robin Williams. — Grosset & Dunlap (инг.)баш., 1979. — ISBN 9780448171289.
- ↑ Gene N. Landrum. Paranoia & Power: Fear & Fame of Entertainment Icons. — Morgan James Publishing, 2007. — P. 30—31. — 444 p. — ISBN 9781600379550.
- ↑ October 1982, Playboy Magazine.
- ↑ Rob Golum. Robin Williams, Oscar Winner, Dies After Hanging Himself (ингл.). Bloomberg (12 август 2014). Дата обращения: 18 август 2014.
- ↑ 23,0 23,1 COVER STORY : The Robin Williams Syndrome : Grown-up of choice to play Peter Pan in Spielberg's 'Hook,' 'the little manic guy' has the Hollywood clout to remain forever young--true to the ideals of the child and the artist (p. 3) (ингл.). The Los Angeles Times (8 декабрь 1991). Дата обращения: 2 декабрь 2014.
- ↑ College of Marin Performing Arts – Drama Department (ингл.). Marin.edu. Дата обращения: 11 август 2014.
- ↑ Megan Hansen. 'We knew him as a neighbor': Marin remembers Robin Williams (ингл.). Marin Independent Journal (11 август 2014). Дата обращения: 18 август 2014. 2014 йыл 13 август архивланған.
- ↑ Робин Уильямс ушёл на пике карьеры . Вести.ру (12 август 2014). Дата обращения: 12 август 2014.
- ↑ «Robin Williams: 'The Night Listener'». Terry Gross (host). Fresh Air from WHYY. 3 августа 2006.
- ↑ Робин Уильямс. Человек, который осчастливил миллионы, но сам остался несчастным . Вести ФМ (12 август 2014). Дата обращения: 12 август 2014. 2014 йыл 12 август архивланған.
- ↑ Robin Williams obituary (ингл.). The Guardian (12 август 2014). Дата обращения: 18 сентябрь 2014.
- ↑ Paranoia & Power: Fear & Fame of Entertainment Icons, by Gene N. Landrum, Morgan James Publishing, 2007. ISBN 1-60037-274-0, ASIN: B008SLGPFW, p. 30
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;TDM
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 32,0 32,1 Paranoia & Power: Fear & Fame of Entertainment Icons, p. 30
- ↑ Paranoia & Power: Fear & Fame of Entertainment Icons, p. 31
- ↑ Reeve, Christopher. Still Me. — New York: Random House (инг.)баш., 1998. — С. 167—172. — ISBN 978-0-679-45235-5.
- ↑ 35,0 35,1 Maslon, Laurence, and Kantor, Michael. Make 'em Laugh: The Funny Business of America, Twelve, 2008 pp. 241—244
- ↑ For Juilliard, Ex-Student Hams It Up (инг.), New York Times (18 May 1991). 12 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ For Juilliard, Ex-Student Hams It Up (инг.), New York Times (18 May 1991). 18 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Zehme, Bill. Rolling Stone, February 25, 1988 pp. 29-32
- ↑ Young Robin Williams at the Los Angeles Improv, 1977 . Youtube. Дата обращения: 18 август 2014.
- ↑ Robin Williams at the Roxy, 1978 . Youtube. Дата обращения: 18 август 2014.
- ↑ "Jonathan Winters Dead: 'Mork and Mindy' Star Dies At Age 87 (ингл.). Huffington Post (12 апрель 2013). Дата обращения: 18 август 2014.
- ↑ Robin Williams interview with Sir Michael Parkinson, 2002 . Youtube. Дата обращения: 18 август 2014.
- ↑ Nachman, Gerald. Seriously Funny: The Rebel Comedians of the 1950s and 1960s, Pantheon, N.Y. (2003)
- ↑ Grobel, Lawrence (January 1992). «Playboy Interview:Robin Williams». Playboy.
- ↑ Robin Williams remembered by Mrs Doubtfire's Scott Capurro: ‘you had no idea what would happen next’ (ингл.). The Guardian (13 август 2014). Дата обращения: 18 сентябрь 2014.
- ↑ 'Robin Williams meant everything to me' – comedians offer their memories (ингл.). The Guardian (17 август 2014). Дата обращения: 18 сентябрь 2014.
- ↑ Robin Williams appreciation by Nigel Planer: 'He wouldn't be happy until the furniture was laughing' (ингл.). The Guardian (17 август 2014). Дата обращения: 18 сентябрь 2014.
- ↑ Why Robin Williams's true genius lay in his weird and wonderful comedy (ингл.). The Guardian (12 август 2014). Дата обращения: 18 сентябрь 2014.
- ↑ «Robin Williams». James Lipton (host). Inside the Actors Studio. Bravo. June 10, 2001. Серия 710, сезон 7. Архивировано из первоисточника 2007-02-04. 2007 йыл 4 февраль архивланған.
- ↑ Forgoine, Mary. The lighter side of Robin Williams, now at National Portrait Gallery, Los Angeles Times (12 август 2014). 19 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Williams, Robin. Rolling Stone, May 18, 2006
Өҙөмтә хатаһы: "Комм." төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref>
тамғалары өсөн кәрәкле <references group="Комм."/>
тамғаһы табылманы
- Страницы с ошибками стилей шаблонов
- 21 июлдә тыуғандар
- 1951 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Чикагола тыуғандар
- 11 августа вафат булғандар
- 2014 йылда вафат булғандар
- Калифорнияла вафат булғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- XX быуат актёрҙары
- XXI быуат актёрҙары
- АҠШ кинематографы актёрҙары
- АҠШ телевидениеһы актёрҙары
- Озвучивания США актёрҙары
- Сесил Б. Де Милль премияһы лауреаттары
- «Грэмми» премияһы лауреаттары
- АҠШ комиктары
- АҠШ кинематографының актёрҙары
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- Pages with reference errors that trigger visual diffs