Питер Селлерс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Питер Селлерс
ингл. Peter Sellers
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of the United Kingdom.svg Бөйөк Британия
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Richard Henry Sellers
Тыуған көнө 8 сентябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][3][4][5][6]
Тыуған урыны Бөйөк Британия, Англия, Көньяҡ-көнсығыш Англия[d], Гэмпшир[d], Портсмут[d], Саутси[d]
Вафат булыу көнө 24 июль 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1][3][4][5][6] (54 йәш)
Вафат булған урыны Бөйөк Британия, Лондон
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Причина смерти Миокард инфаркты
Хәләл ефете Экланд, Бритт[d], Miranda Macmillan, Countess of Stockton[d] һәм Фредерик, Линн[d]
Балалары Michael Sellers[d] һәм Виктория Селлерс[d]
Һөнәр төрө телевидение актёры, кино актёры, актёр, комик, банджоист, кинорежиссёр, сценарий яҙыусы
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто St Aloysius College[d]
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 194: Функция для отображения свойства не найдена.
Окончание периода активности апрель 1980
Группа крови А (II)[d]
Ғәскәр төрө Королевские военно-воздушные силы Великобритании[d]
Рәсми сайт petersellers.com
Commons-logo.svg Питер Селлерс Викимилектә

Питер Селлерс (ингл. Peter SellersPeter Sellers, псевдоним, ысын исеме — Ричард Генри Селлерс, ингл. Richard Henry SellersRichard Henry Sellers; 8 сентябрь 1925 йыл, Саутси, Хэмпшир графлығы, Бөйөк Британия — 24 июль 1980 йыл, Лондон, Бөйөк Британия) — Британия актеры. Эдвардс Блейктың «Алһыу пантера» фильмындағы аҡылға еңелерәк инспектор Клузо ролен 1963 йылда һәм фильмдың дауамында уйнау уға бөтә донъяла билдәлелек килтерә.

Бер нисә тапҡыр «Оскар» (1960, 1965 , 1980) премияһы, «Алтын глобус» (1963, 1965, 1976, 1977, 1980 — еңеүсе) премиялары номинанты, Британ академияһы премияһын отоусы (1960 — ота, 1963, 1965, 1981) һәм башҡа премиялар эйәһе. «Будучи там» фильмында төп ир-ат ролен уйнаған өсөн «Алтын глобус» (1980) премияһына лайыҡ була.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Питер Селлерс водевиль комиктар ғаиләһендә тыуа (атаһы протестант булған, ә әсәһе — йәһүд) һәм ике йәшендә беренсе тапҡыр сәхнәгә сыға. Иртә бала сағынан уҡ пародиялар күрһәтергә оҫта була. Һуғыш ваҡытында Хәрби-һауа көстәренең махсус актерҙар подразделениеһында хеҙмәт итә. Варьетела сығыш яһай, 1948 йылдан алып Би-Би-Си радиоһында эшләй. Үҙ карьераһын Спайк Миллиган һәм Гарри Секомб менән The Goon Show тапшырыуында күңел күтәреүсе программаны алып бара.

Питер псевдонимын бала сағында уҡ ала, сөнки уның ата-әсәһе иртә вафат булған Питер ағаһы иҫтәлегенә уны шулай атаған.

Селлерстың тәүге уңышлы фильмдары «Убийцы леди», «Рёв мыши» инглиз комедиялары (ул бында өс роль уйнай) һәм «Миллионерша» фильмында Софи Лорен менән бергә эше.

Питер һәм уның ҡатыны Селлерс Экланд Бритт (1964 йыл)

1962 йылда Стэнли Кубрик Селлерсты «Лолита» фильмында Мэйсон Джеймс һәм Уинтерс Шелли менән бергә Клэр Куилти ролен уйнарға саҡыра. Кубрик Селлерстың тәүге фильмдарында күрә һәм уның төрлө ролдәрҙе оҫта кәүҙәләндереү талантына һоҡлана. Селлерс, шуға ҡарамаҫтан, башта үҙенең богема америка драматургы ролен уйнау алырына ышанмай тора. Кубрик Селлерсты яҡшы уйнай алыуына ышандыра һәм хатта Селлерсҡа бер ни тиклем дәрәжәлә импровизация яһарға ла рөхсәт итә. Кубрик Набоков романына ҡарағанда Куилти ролен байтаҡҡа киңәйтә. Селлерстың үҙен икенсе кеше итеү оҫталығын күрһәтеү һәм тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртеү өсөн Кубрик сценарийына бер нисә эпизод өҫтәй. Фильмды төшөргән саҡта Селлерсҡа Куилти ролен башҡарыу көндән-көн нығыраҡ оҡшай, һәм, Кубрик әйтеүенсә, актер «комик экстазға» бирелә.

Кубриктың сираттағы фильмында, «Доктор Стрейнджлав, или Как я перестал боятьсяи полюбил атомную бомбу» сатирик комедияһында, Селлерс өс бөтөнләй башҡа төрлө персонаждарҙы : АҠШ президенты Меркин Маффля, авиация полковнигы инглиз Лайонел Мәндрейк һәм аҡылдан яҙған ярым паралич һуҡҡан ғалим-йәҙрәсе доктор Стрейнджлавты — уйнай. Баштағы план буйынса Селлерс майор Т. Дж. Конгты уйнарға тейеш була, ләкин актер аяғын йәрәхәтләй һәм шунлыҡтан тар бомбардировщик кабинаһы декорацияларында төшә алмай. Был өс роле өсөн Селлерс «Оскар» премияһы номинанцияһына тәҡдим ителә. Был фильмдарҙа ла Селлерсҡа импровизация яһарға мөмкинлек бирелә.

1963 йылда Селлерс Блейк Эдвардстың «Алһыу пантера» детектив комедияһында төшә. Башта инспектор Клузо роле икенсе план роле итеп планлаштырыла һәм Питер Устиновҡа тәҡдим ителә, әммә тап ошо роль Селлерсты халыҡ-ара йондоҙҙар яһай, ә был таҫма ҙур популярлыҡ менән файҙалана, шунлыҡтан уның артынан актерҙың вафатына тиклем һәм ул үлгәндән һуң да серияның дауамы «Выстрел в темноте» (1964), «Возвращение Розовой пантеры» (1975) һәм башҡа фильмдар төшөрөлә.

1960-сы йылдарҙың аҙағында Селлерс героик-романтик ролдәрҙе башҡара, шунлыҡтан уңышһыҙ проекттар серияһын барлыҡҡа килтерә, шуларҙың иң күп телгә алынғаны — «Казино Рояль» (Casino Royale, 1967).

Селлерс өсөнсө инфаркттан 54 йәшендә 1980 йылдың июль айында вафат була. Актерҙың үҙ теләге буйынса уны ерләгәндә Гленн Миллерҙың Mood In the йыры яңғырай. Ул үлгәндән һуң Блейк Эдвардс, фильмда файҙаланмаған эпизодтарҙы һәм яңы материалдар ҡулланып, «След Розовой пантеры» (1982) фильмын төшөрә.

Селлерстың икенсе ҡатыны — актриса Бритт Экланд, уларҙың дөйөм ҡыҙы Виктория (инг.)баш. (инг.)баш. шулай уҡ актриса булып китә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2004 йылда актерға арналған «Жизнь и смерть Питера Селлерса» фильмы сыға, Питер Селлерс ролен актер Джеффри Раш башҡара.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #119336197 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. идентификатор BNF: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  3. 3,0 3,1 SNAC — 2010.
  4. 4,0 4,1 Find a Grave — 1995.
  5. 5,0 5,1 Discogs — 2000.
  6. 6,0 6,1 (unspecified title) — 2005.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]