Эстәлеккә күсергә

Пушкин Александр Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Пушкин битенән йүнәлтелде)
Александр Сергеевич Пушкин

Александр Пушкин,
Рәссам: Орест Кипренский.

Пушкин: «Себя как в зеркале я вижу, но это зеркало мне льстит».
Псевдонимдары:

Александр НКШП, Иван Петрович Белкин,
Феофилакт Косичкин (журнальный)[1], P., Ст. Арз. (Старый Арзамасец), А. Б.

Тыуған көнө:

6 июнь 1799({{padleft:1799|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны:

Мәскәү,
Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө:

10 февраль 1837({{padleft:1837|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (37 йәш)

Вафат булған урыны:

Санкт-Петербург,
Рәсәй империяһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, прозаик, драматург, тәржемәсе, тарихсы

Ижад йылдары:

18141837

Йүнәлеше:

Романтизм, реализм

Жанр:

Шиғриәт, проза, пьеса, тәнҡит, публицистика, тарих, тәржемә

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус, француз

Дебют:

К другу стихотворцу (1814)

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Пушкин Александр Сергеевич (рус. Александр Сергеевич Пушкин; 6 июнь 1799 йыл — 10 февраль 1837 йыл) — бөйөк рус шағиры, яҙыусы, драматург, рус реалистик йүнәлешенә нигеҙ һалыусы[2], әҙәби тәнҡитсе[3] һәм әҙәби теоретик, тарихсы[3], публицист, журналист[3]; XIX быуаттың тәүге өстән бер өлөшө осороноң (1800—1833) иң абруйлы әҙәбиәт эшмәкәрҙәренең береһе.

Пушкин тере саҡта уҡ уның абруйы бөйөк милли рус шағиры булараҡ үҫә[4]. Рус әҙәби теленә нигеҙ һалыусы[~ 1], Рәсәй Империяһы Фәндәр Академияһы ағзаһы.

Пушкиндың шәжәрәһе

Александр Сергеевич Пушкиндың тамырҙары легенда буйынса Ратшаға барып олғашҡан Пушкиндарҙың күп тармаҡлы титуллаштырылмаған дворян ырыуына барып тоташа[5][~ 2]. Пушкин үҙенең килеп сығышы хаҡында шиғри формала ла, прозала ла күп яҙа; ул үҙенең ата-бабаларын боронғо ырыу, иленә тоғро хеҙмәт итеүсе, ләкин хакимдарҙың миһырбанлығын яулай алмаған һәм «ҡыуылып йөрөгән» ысын «аристократия» өлгөһө итеп күрә. Пётр I тәрбиәләнеүсеһе һәм ялсыһы, ә аҙаҡтан хәрби инженер һәм генерал булып киткән, әсәһе яҡлап олатаһы — африканлы Абрам Петрович Ганнибал образына (шул иҫәптән ижади формала) мөрәжәғәт итеүе бер тапҡыр ғына булмай[7].

Атаһы яҡлап олатаһы Лев Александрович — артиллерия полковнигы, гвардия капитаны. Атаһы — Сергей Львович Пушкин (1767—1848), һүҙ оҫтаһы, һәүәҫкәр шағир. Пушкиндың әсәһе — Надежда Осиповна (1775—1836) Ганнибалдың ейәнсәре. Атаһы яҡлап туғаны Василий Львович (1766—1830), Карамзин даирәһендә билдәле шағир. Сергей Львович менән Надежда Осиповна ғаиләһендә Александрҙан башҡа ҡыҙҙары Ольга (кейәүҙә — Павлищева, 1797—1868) һәм улдары Лев (1805—1852) иҫән ҡала[8].

Пушкин 1799 йылдың 26 майында (6 июнь) Мәскәүҙә тыуа[9][10][11]. Елеховта Богоявление сиркәүенең метрика китабында (хәҙер уның урынында Елоховтың Богоявление соборы урынлашҡан) 1799 йылдың 8 июненә башҡалар менән бер иҫәптән ошондай яҙыу тура килә[9]:

« Мая 27. Майҙың 27-һе. Колеж регистраторы Иван Васильевич Скварцов урамында унда йәшәүсе Моёр Сергий Львович Пушкиндың улы Александр тыуҙы[~ 3]. Июндең 8-дә суҡындырылды[12]:6 »

1805—1810 йылдарҙың йәй айҙарын буласаҡ шағир Звенигородтан алыҫ түгел, Мәскәү эргәһендә Захаров ауылында әсәһе яҡлап өләсәһе Мария Алексеевна Ганнибал (1745—1818, ҡыҙ фамилияһы — Пушкина[13], шәжәрәнең икенсе тармағынан) янында үткәрә. Был осорҙа Павел I менән йыш телгә алынған осрашыу була ала ине, был хаҡта Пушкин «Мин өс батша күрҙем…», — тип яҙа[14]

Уның тәүге баласаҡ тәьҫораттары бер ни тиклем һуңыраҡ ижад ителгән тәүге поэмаларында («Монах», 1813; «Бова», 1814), «Юдинға мөрәжәғәт» (1815), «Төш» (1816) исемле лицей шиғырҙарында сағылыш таба. Өләсәһе ейәне хаҡында түбәндәгеләрҙе яҙа:

« Белмәйем, минең оло ейәнемдән кем сығыр. Малай аҡыллы һәм китап уҡырға әүәҫ, тик насар уҡый, дәресен һирәк осраҡта еренә еткерә: йә уны ҡуҙғатып булмай, балалар менән уйнарға ҡыуып та сығара алмаҫһың, йә ул кинәт ҡуҙғып китә, бер нисек тә тынысландырып булмай, үҙен бер сиктән икенсеһенә ташлай, урталыҡ юҡ унда.[12]:40 »
Надежда Осиповна Ганнибал
Шағирҙың атаһы Сергей Львович Пушкин
Пушкинды бала саҡтан ҡарап үҫтереүсе — Арина Родионовна

Пушкин 1811 йылдың 19 октябрендә асылған Царскосельск лицейында алты йыл ғүмерен үткәрә. Бында йәш шағир 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларын кисерә. Шунда уҡ уның тәүге тапҡыр шиғри һәләте асыла һәм юғары баһалана. Лицейҙа үткән йылдар, ундағы дуҫлыҡ тураһында хәтерләүҙәр шағир күңелендә мәңгегә һаҡланып ҡала[15].

Пушкиндың лицей уҡытыусылары араһында әхлаҡи һәм сәйәсәт фәндәре профессоры А. П. Куницын да була, ул Гёттинген университетында уҡый һәм буласаҡ бик күп декабристарға яҡын тора[16]. Пушкин ғүмере буйы Куницынға рәхмәтен һаҡлап ҡала. Ул — шиғырҙарында бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткән берҙән-бер лицей уҡытыусыһы[17].

Лицейҙа уҡыу осоронда Пушкин күп шиғри әҫәрҙәр ижад итә. Уны баласағында атаһының библиотекаһында уҡыған китаптары аша ижадтары менән танышҡан ХVII-ХVIII быуат француз шағирҙары илһамландыра. Вольтер һәм Парни йәш Пушкиндың яратҡан авторҙары була. Йәш Пушкиндың яратҡан шағирҙары һәм яҙыусылары «Городок» поэмаһында һанап үтелә (1815 йыл): Вольтер, Гомер, Вергилий, Т. Тассо, Лафонтен, Дмитриев, Крылов, Державин, Вержье, Грекур, Парни, Расин, Мольер, Фонвизин, Княжнин, Озеров, Руссо, Карамзин, Лагарп[18]. Уның башланғыс лирикаһында француз һәм рус классицизмы традициялары ҡушыла. «Еңел шиғриәт»тә танылған мастер Батюшков һәм романтизм башлығы Жуковский Пушкин-шағирҙың тәүге уҡытыусылары була. 1813—1815 йылдар осорона ҡараған Пушкин лирикаһы тормош шатлыҡтары менән ләззәтләнеүгә сарсауҙы һүрәтләгән ғүмерҙең бик тиҙ үтеүе мотивтары менән һуғарылған. 1816 йылдан алып, Жуковский артынса, ул элегияларға мөрәжәғәт итә, был жанрға характерлы булған яуапһыҙ мөхәббәт, йәшлектең үтеүе, күңелдең һүрелеүе кеүек мотивтарҙы үҫтерә. Пушкин лирикаһы әле был ваҡытта башҡаларҙыҡына оҡшаш, әҙәби шартлылыҡ һәм штамптар менән тулы, шуға ҡарамаҫтан ул ваҡытта уҡ ижад итә башлаусы шағир үҙенсәлекле юл һайлай. Камерный шиғриәт менән генә сикләнмәй, Пушкин ауырыраҡ, мәғәнәлерәк темаларға мөрәжәғәт итә. Державиндың фатихаһын алған «Батша ауылында хәтерләүҙәр» (1814), Пушкин был шиғырын 1815 йыл башында Державин булғанда уҡый, 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларына бағышланған[19]. Был шиғыр 1815 йылда «Рәсәй музеумы» журналында авторҙың тулы исеме аҫтында баҫтырылып сыға. Ә Пушкиндың «Лициния» мөрәжәғәтендә Рәсәйҙең ул саҡтағы тормошо сағылыш таба, «деспоттың яратҡаны» образында Аракчеев күрһәтелә. Ижад юлының башында уҡ ул үткән быуаттың рус сатирик яҙыусылары менән ҡыҙыҡһына. «Фонвизин күләгәһе» (1815) сатирик поэмаһында Фонвизиндың йоғонтоһо һиҙелһә[20], «Бова»(1814), «Безверие» әҫәрҙәре Радищев ижады менән бәйле[21].

1814 йылдың июлендә Пушкин Мәскәүҙә сыҡҡан «Вестник Европы» журналында тәүге тапҡыр матбуғатта сығыш яһай. Ун өсөнсө һанында Александр Н.к.ш. псевдонимы менән ҡул ҡуйылған һәм Кюхельбекерға мөрәжәғәт иткән «Шиғырсы-дуҫҡа» тигән шиғыр баҫтырыла[~ 4][12]:60[22].

Лицей тәрбиәләнеүсеһе булғанда уҡ Пушкин «Арзамас» әҙәби ойошмаһына инә[23], ул әҙәбиәттәге иҫкеселеккә һәм боронғолоҡҡа ҡаршы сыға һәм уҙған быуат классицизмы ҡанундарын яҡлаған «Рус һүҙен яратыусылар тураһында һөйләшеү» берекмәһе менән бәхәстә ҡатнаша. Яңы әҙәби йүнәлештең иң күренекле вәкилдәренең ижадына тартылып, Пушкинға ул ваҡытта Батюшков, Жуковский, Давыдов шиғриәте көслө йоғонто яһай[24]. Һуңғыһы башта Пушкинға ҡыйыу кәйеф үҙгәреүе, экспрессия, көтөлмәгән образдар берләшеүе кеүек аҡыллы яугир темаһы менән оҡшай, ә һуңынан шағир үҙе «шиғыр уралыуы» тип атай. Һуңғараҡ Пушкин, йәш сағында Давыдовҡа оҡшап, «уның манераһын мәңгегә өйрәндем» тип әйтә[25]. Пушкиндың лицейҙа яҙылған күп кенә шиғырҙары («Пирующие студенты», «Казак», «Наездники», «Усы», «Воспоминание») Денис Давыдовтың лирикаһы менән һуғарылған.

Лицейҙы тамамлағандан һуң Пушкинға бирелгән таныҡлыҡ

Пушкин лицейҙан 1817 йылдың 9 июнендә колледж сәркәтибе чинында (Рангтар таблицаһы буйынса 10-сы клас)[26] сығарыла, юғары указ менән 13 июндә сит ил эштәре Коллегияһына тәғәйенләнә һәм 15 июндә, императорға ант бланкыһына ҡул ҡуйып, ант бирә[27].

Был мәлдә атаһы Александрға үҙенең ихаталағы крепостной Никитты тапшыра. Ул Сашаны тәүге көндәрҙән үк белә, уға ысын дуҫына әүерелә, ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем тиерлек, Михайловка һөргөнөнән башҡа, уның менән бергә уҙғара[28].

Пушкин театрҙа даими була, «Арзамас» (ул унда ситтән тороп, Лицейҙың уҡыусыһы булып ҡабул ителгән, «Сверчок»[29] ҡушамат алған) ултырыштарында ҡатнаша, 1819 йылда «Йәшел лампа» әҙәби-театр йәмғиәтенә инә, уның менән «Рәхмәтлек союзы» (ҡара: Декабристар) етәкселек итә.

Тәүге йәшерен ойошмалар эшмәкәрлегендә ҡатнашмайынса, Пушкин декабристик йәмғиәттәрҙең бик күп әүҙем ағзалары менән дуҫлыҡ ептәре менән бәйле, исемлектәрҙә таралған «Чаадаевҡа» («Мөхәббәт, өмөт, тыныс дан…», 1818), «Иреклелек» (1818), «Н. Я. Плюсова» (1818), «Ауыл» (1819) сәйәси эпиграммалар һәм шиғырҙар яҙа. Был йылдарҙа Пушкин Лицейҙа башланған һәм «Арзамас» әҙәби йәмғиәтенең программа ҡоролмаһына яуап биргән «Руслан һәм Людмила» поэмаһы өҫтөндә эшләй. Поэма 1820 йылдың майында баҫылған (исемлектәр буйынса быға тиклем билдәле булған). Пушкин һөргөнгә ҡыуылғандан һуң, поэма тирәләй бәхәстәр ҡуба. Ҡайһы бер тәнҡитселәр юғары ҡануниәттең түбәнәйә тип билдәләй. "Руслан һәм Людмила"ла рус-французса телмәр һәм фольклор стилистикаһы менән берләшеүе әҙәбиәттә демократик халыҡты яҡлаусылар яғынан да ығы-зығы тыуҙыра. Катениндың әҙәби эйәрсеһе Д. Зыковтың «Ватан улы»нда («Сыне отечества») баҫылған хат шул турала[30][31].

1820 йылда А. С. Пушкин туҡтаған йортта мемориаль таҡта. Днепр ғалаһы
Пушкиндың оригинал ҡулъяҙмалары. 1815—1820-се йылдар.

1820 йылдың яҙында Пушкинды Петербургтың хәрби генерал-губернаторы граф М. А. Милорадовичҡа уның шиғырҙарының (шул иҫәптән Аракчеевҡа эпиграммаларҙың, архимандрит Фотийҙың һәм Александр Кондратьевтың үҙенең) эстәлегенә бәйле аңлатма биреү өсөн саҡыралар. Һүҙ Себергә һөргөнгә ебәреү йәки Соловки монастырына ябыу тураһында була. Дуҫтарының ярҙамы арҡаһында ғына язаны йомшартыуға өлгәшелә. Пушкинды баш ҡаланан көньяҡҡа, Бессарабия өлкәһе наместнигы И. Н. Инзовтың Е. И. Аксаков канцелярияһына күсерәләр.[32].

Яңы хеҙмәт итеү урынына барғанда Пушкин Днепрҙа һыу инә һәм үпкә шешә. Һаулығын яҡшыртыу өсөн Раевтар 1820 йылдың май аҙағында ауырыу шағирҙы үҙҙәре менән Кавказға һәм Ҡырымға алып китә. Юлда Раевскийҙар һәм А. С. Пушкиндар ғаиләһе Таганрогта, ҡала башлығы П. А. Папковтың элекке йортонда (Грек урамы, 40) туҡтала.

Пушкиндың бер нисә псевдонимы булған: Александр НКШП, Иван Петрович Белкин, Феофилакт Косичкин (журналдарҙа)[33] , P., Ст. Арз. (Старый Арзамасец), А. Б.

  1. Феофилакт Косичкин — журнальный псевдоним Александра Сергеевича Пушкина
  2. Гинзбург Л. Я. О лирике. — Второе, дополненное. — Ленинград: Советский писатель, 1974. — С. 172—243.
  3. 3,0 3,1 3,2 Ивинский, 2015, с. 32
  4. ПУШКИН, АЛЕКСАНДР СЕРГЕЕВИЧ | Энциклопедия Кругосвет. www.krugosvet.ru. Дата обращения: 8 август 2019.
  5. Лукомский В. К. Архивные материалы о родоначальнике Пушкиных — Радше // Пушкин: Временник Пушкинской комиссии / АН СССР. Ин-т литературы. — М.; Л.: Изд-во АН СССР, 1941. — [Вып.] 6. — С. 398—408. с. 398
  6. Ҡалып:Книга:Веселовский С.Б.: Исследования по истории класса служилых землевладельцев
  7. Старк В. П. Пушкины в «Истории Петра» и «Истории Пугачёва» // Пушкин: Исследования и материалы / РАН. Ин-т рус. лит. (Пушкин. Дом). — СПб.: Наука, 2004. — Т. XVI/XVII. — С. 188—197.
  8. Лотман, 1995, с. 28—29
  9. 9,0 9,1 Романюк С. Где родился А. С. Пушкин? (рус.) // Наука и жизнь. — 1999. — № 4.
  10. Гомозова Т. Дом в Елоховском приходе (рус.) // Вокруг света. — 1999. — № 5.
  11. Татьяна Земцова Прогулки с Пушкиным (рус.) // Наука и жизнь. — 2017. — № 9. — С. 134—140.
  12. 12,0 12,1 12,2 Ашукин Н. С. Пушкинская Москва. — СПб.: Академический проект, 1998. — 352 с. — 3200 экз. — ISBN 5-7331-0123-7.
  13. ПУШКИН Александр Сергеевич, предки поэта (1799—1837) (дерево, до 5-го поколения). Исторический проект «БЫЛОЕ РОССИИ». www.russia-today.narod.ru. Дата обращения: 8 август 2019.
  14. Георгий Чулков. Жизнь Пушкина // Новый мир. — 1936. — № 5. — С. 6.
  15. Лотман, 1995, с. 34, 37
  16. Аникин, 1989, с. 40
  17. Аникин, 1989, с. 44
  18. Живые страницы. А. С. Пушкин, Н. В. Гоголь, М. Ю. Лермонтов, В. Г. Белинский / сост., авт. сопроводит. текста, коммент. Б. В. Лунин — М.: Детская литература, 1970. — С. 17—18. — 544 с.
  19. Лотман, 1995, с. 40—41
  20. Модзалевский Л. «Тень Фонвизина»: Неизданная сатирическая поэма Пушкина // [Александр Пушкин]. — М.: Журнально-газетное объединение, 1934. — С. 815—824. — (Лит. наследство; Т. 16/18).
  21. Благой, 1959, с. 526
  22. «К другу стихотворцу» / Тынянов Ю. Н. Заметки о лицейских стихах Пушкина // Пушкин: Временник Пушкинской комиссии / АН СССР. Ин-т литературы. — М.; Л.: Изд-во АН СССР, 1936. — [Вып.] 1. — С. 201—202.
  23. Олег Проскурин. Когда же Пушкин вступил в Арзамасское общество? (Из заметок к теме «Пушкин и Арзамас») // Toronto Slavic Annual, № 2, 2004—2005 / editors: Zahar Davydov, Kennet Lantz; Department of Slavic Languages and Literatures, University of Toronto, 2011. — P. 242—258. — ISSN 1708-3885.
  24. Виноградов В. В. Стиль Пушкина. — М.: Гос. изд-во худож. лит., 1941. — С. 149—166. — 620 с.
  25. Вяземский П. П. Александр Сергеевич Пушкин по документам Остафьевского архива и личным воспоминаниям, 1826—1837. — СПб.: Академический проект, 1880. — С. 71.
  26. В высочайших Его Императорского Величества указах… Июня 9 числа // Санктпетербургские сенатские ведомости : газета. — 1817. — № 25. — С. 209—210.
  27. Поливанов Л. И. Александр Сергеевич Пушкин. Материалы для его биографии. 1817—1825 // Русская старина : журнал. — 1887. — Т. 53. — С. 236.
  28. Тыркова-Вильямс, А. В. «Жизнь Пушкина»: в двух томах. — Париж: YMCA-Press. — Т. 1. (1929). 1799—1824. — 431 с.; т. 2. (1948). 1824—1837. — 481 с.
  29. Лотман, 1995, с. 45—46
  30. Зыков Д. С. Письмо к сочинителю критики на поэму «Руслан и Людмила» // Сын отечества. — 1820. — Т. 64. — № 38.
  31. Виноградов В. Стиль Пушкина. — М.: ОГИЗ, 1941. — С. 45. — 620 с.
  32. Лотман, 1995, с. 55—56
  33. Феофилакт Косичкин — журнальный псевдоним Александра Сергеевича Пушкина
  • Благой Д. Д. Творческий путь Пушкина (1813-1826). — М.: Издательство Академии наук СССР, 1950.
  • Благой Д. Д. Творческий путь Пушкина (1826-1830). — М.: Советский писатель, 1967.
  • Благой Д. Д. Стихотворения Пушкина // Собрание сочинений А. С. Пушкина в десяти томах. — М.: Икар, 1959. — Т. 1.
  • Васькин А. А. Я не люблю московской жизни, или Что осталось от пушкинской Москвы. — М., 2010. — 320 с.
  • Веселовский С. Б.: Исследования по истории класса служилых землевладельцев|39—181|Род и предки А. С. Пушкина в истории.
  • Волович Н. М. Пушкинские места Москвы и Подмосковья. — М., 1979. — 231 с.: ил.
  • Грановская Н. И. Если ехать вам случится… — Л.: Лениздат, 1989.
  • Иванов Вс. Н. Александр Пушкин и его время. — М.: Молодая гвардия, 1977. — 448 с. — 100 000 экз.
  • Книга в России до середины XIX века — Под ред. А. А. Сидорова, С. П. Луппова. — Л., 1978. — 320 с.
  • Лацис А. Почему плакал Пушкин?. — М.: Алгоритм, 2013. — 4900 с. — (Жизнь Пушкина). — 2000 экз. — ISBN 978-5-4438-0408-8.
  • Летопись жизни и творчества А. С. Пушкина: В 4 т. / Сост. М. А. Цявловский, Н. А. Тархова; Науч. ред. Л. Я. Левкович; Худож. В. В. Медведев. — М.: СЛОВО/SLOVO, 1999.
  • Лотман Ю. М. Александр Сергеевич Пушкин: Биография писателя // Пушкин: Биография писателя; Статьи и заметки, 1960—1990; «Евгений Онегин»: Комментарий. — СПб.: Искусство-СПБ, 1995. — С. 21—184.
  • Ободовская И., Дементьев М. Наталья Николаевна Пушкина. — 2-е издание. — М.: Советская Россия, 1987.
  • Ободовская И., Дементьев М. Вокруг Пушкина. — М., 1975.
  • Последний год жизни Пушкина / Составление, вступительные очерки и примечания В. В. Кунина. — М.: Правда, 1988. — 704 с. — 400 000 экз.
  • Пушкин А. С. Сочинения: В [10 т.]. — 3-е изд. — СПб.: Изд. А. С. Суворина, 1887.
  • Род и предки А. С. Пушкина / Сост. и предисловие О. В. Рыковой. — М.: Васанта, 1995. — 448 с. — (Пушкинская библиотека). — ISBN 5-8448-0031-1.
  • Русаков В. М. Рассказы о потомках А. С. Пушкина. — СПб.: Лениздат, 1992. — 447 с. — ISBN 5-289-01238-9.
  • Рыскин Е. И. Журнал А. С. Пушкина «Современник»: 1836—1837: Указ. содерж. — М., 1967. — 93 с.
  • Халиппа И. Н. Город Кишинев времен жизни в нем Александра Сергеевича Пушкина. 1820-23 гг.. — Кишинев: Бессарабская губернская ученая архивная комиссия, 1899. — 72 с.
  • Чернышевский Н. Г. Александр Сергеевич Пушкин. Его жизнь и сочинения // Чернышевский Н. Г. Полное собрание сочинений : в 15 т. — М., 1947. — Т. 3. — С. 310–339.
  • Щёголев П. Е. Злой рок Пушкина: Он, Дантес и Гончарова. — М.: Алгоритм, Эксмо, 2012. — 384 с. — (Жизнь Пушкина). — 3000 экз. — ISBN 978-5-699-55039-5.
Комментарий
  1. См., например, работы: Виноградов В. В. А. С. Пушкин — основоположник русского литературного языка // Известия Академии наук СССР / АН СССР. Отделение литературы и языка. — М.; Л.: Изд-во АН СССР, 1949. — Т. VIII. — С. 187—215., Томашевский Б. Вопросы языка в творчестве Пушкина // Пушкин: Исследования и материалы / АН СССР. Ин-т рус. лит. (Пушкин. Дом). — М.; Л.: Изд-во АН СССР, 1956. — Т. 1. — С. 126—184.
  2. Сам А. С. Пушкин в «Моей родословной» отождествил Ратшу, родоначальника Пушкиных, с упоминаемым в летописях Ратшей, современником Александра Невского, погибшим в 1268 году в битве под Раковором, однако здесь он ошибался. Первый упоминаемый в источниках предок Пушкиных, Гаврила Алексич, который был, согласно родословной, правнуком Радши, участвовал в Невской битве в 1240, и, соответственно, сам был современником Александра Невского. Таким образом, Радша, родоначальник Пушкиных, должен был жить на 100 лет раньше[6].
  3. То есть майора
  4. Псевдоним составлен из согласных букв фамилии поэта, поставленных в обратном порядке.
Сығанаҡтар


Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.