3 июнь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
3 июнь | |
![]() |
3 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 154-се (кәбисә йылында 155-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 211 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Намибия: Ҡораллы көстәр көнө.
Черногория: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1917: Эшсе һәм һалдат депутаттарының I Бөтә Рәсәй съезы асыла.
- 1919: Башҡортостан АССР-ының Социаль тәьминәт халыҡ комиссариаты ойошторола.
- 1933: Башҡорт теле буйынса терминологик комиссия эш башлай.
- 1965: АҠШ астронавы Эдвард Уайт тәүге тапҡыр асыҡ космосҡа сыға.
- 1989: Оло Теләк станцияһы янында ҙур тимер юл фажиғәһе була.
- 2000: Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бызина Нина Ивановна (1930), йырсы (лирик колоратуралы сопрано). 1956—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1963) атҡаҙанған артисы. 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы.
- Работяев Александр Васильевич (1955), дәүләт эшмәкәре, хәрби хеҙмәткәр. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө—алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Запастағы полковник. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Петровский ауылынан.
- Шафиҡов Денис Фуат улы (ҡушаматы «Сыңғыҙхан»; 1985), Рәсәй спортсыһы, еңел һәм беренсе ярымурта ауырлыҡ категорияларындағы боксёр. Милләте башҡорт, рингҡа башҡорт халыҡ кейемендә сыға. Донъя чемпионы (2009).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әлфис Ғаязов (1956), педагог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2016), Рәсәй мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2009), педагогия фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Парамонов Константин Ефимович (1908—26.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының рота командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Милисоновка ауылынан.
- Хәкимова Шәмсиә Ғәҙи ҡыҙы (1908—18.11.2003), инженер-металлург. 1936—1963 йылдарҙа хәҙерге Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958). Ҡыҙыл Байраҡ һәм Почёт Билдәһе ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай районы Балтас ауылынан.
- Сафин Рәшит Усман улы (1933—2013), ауыл хужалығы алдынғыһы, 1961—1986 йылдарҙа Кушнаренко районының «Алға» колхозы бригадиры, Ленин ордены кавалеры.
- Ибраһимова Эльвира Винер ҡыҙы (1978), Рәсәй спортсыһы. Биатлон һәм саңғы ярышы буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2007). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Панфилов Александр Вячеславович (1959), хәрби эшмәкәр, ғалим-инженер, генерал‑майор (2007). 1986—1987 йылдарҙа Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә һәм 1999—2004 йылдарҙа Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007) һәм РФ Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2006). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Надеждин ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1843: Климент Тимирязев, Рәсәй империяһы ғалимы, тәбиғәт фәндәре белгесе, физиолог, физик, яҙыусы.
- 1907: Антонио Спадавеккиа, СССР композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1977), сығышы менән Италиянан.
- 1982: Елена Исинбаева, Рәсәйҙең ҡолға менән һикереүсеһе, ике тапҡыр Олимпия чемпионы (2004, 2008).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]