Панфилов Александр Вячеславович
Панфилов Александр Вячеславович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 3 июнь 1959 (65 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Александр Вячеславович Панфилов (3 июнь 1959 йыл) — Рәсәй хәрби эшмәкәре, Икенсе Чечен һуғышында ҡатнашыусы — «Төньяҡ Кавказ төбәгендә берләштерелгән федераль ғәскәрҙәр төркөмөнөң» Көнбайыш йүнәлеше командующийы ярҙамсыһы, Рәсәй Федерацияһы Геройы, РФ Ҡораллы Көстәре генерал-майоры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Вячеславович Панфилов 1959 йылдың 3 июнендә Башҡорт АССР-ы Ҡалтасы районының Надеждин ауылында тыуған. Урыҫ.
1979 йылда Аовет армияһы сафына саҡырыла. 1986 йылда Һарытау юғары хәрби-инженер училищеһы отличие менән тамамлай. СССР һәм РФ Оборона министрлығында төрлө вазифаларҙа хеҙмәт үтә. 1986—1987 йылдарҙа СССР Оборона министрлығының оператив төркөмө составында Чернобыль АЭС-ы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә әүҙем ҡатнаша. АЭС-тың 3-сө һәм авария булған 4-се энергоблоктарының биналарына, ҡыйыҡтарына разведка үткәреү һәм радиация фонын кәметеү өсөн яуаплы була. Иң хәүефле радиация участкаларында булып, үҙен ыңғай яҡтан ғына күрһәтә. Эш барышында бер нисә тапҡыр СССР Оборона министрлығының оператив төркөмө командованиеһы һәм Хөкүмәт комиссияһы етәкселеге тарафынан маҡтала. 1999—2004 йылда бер нисә тапҡыр Төньяҡ Кавказға командировкаға ебәрелә. Федераль көстәрҙең берләшкән төркөмдәренең Көнбайыш йүнәлеше командующийы ярҙамсыһы вазифаһында Төньяҡ Кавказ төбәгендә бер нисә махсус операцияны планлаштырыуҙа һәм үткәреүҙә шәхсән ҡатнаша. Федераль көстәрҙең берләштерелгән төркөмдәренең Төньяҡ Кавказ төбәгендәге Көнбайыш йүнәлеш командованиеһы һәм Хөкүмәт етәкселеге тарафынан бүләкләнә.
Рәсәй Федерацияһы Геройы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһы Президентының 2002 йылдың 20 декабрендәге указы менән махсус операция үткәргәндә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн полковник Панфилов Александр Вячеславовичҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә һәм айырмалы билдәлә — «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.
2010 йылдың февраленән генерал-майор А. В. Панфилов — запаста. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң РФ Оборона министрлығында төрлө вазифаларҙа эшләй. 2013 йылдың февраленән — Перспективалы тикшеренеүҙәр фондының химия-биология һәм медицина тикшеренеүҙәре йүнәлеше етәксеһе — генераль директор урынбаҫары.
Техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. РФ Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты.
Генерал-майор. Миҙалдар, шул иҫәптән «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» һәм «Һәләк булыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалдары, шулай уҡ исемле хәрби ҡорал менән бүләкләнгән.
Мәскәү ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.
- Панфилов Александр Вячеславович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Вячеславович Панфилов . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 6 сентябрь 2014.