Эстәлеккә күсергә

Бызина Нина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бызина Нина Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 июнь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 апрель 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (93 йәш)
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты
Өфө сәнғәт училищеһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

Бызина Нина Ивановна (3 июнь 1930 йыл) — йырсы (лирик колоратуралы сопрано). РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1963) атҡаҙанған артисы.

Нина Ивановна Бызина 1930 йылдың 3 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1952 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай. Әммә йырға һөйөү еңә һәм ул Башҡорт музыка училищеһына (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) уҡыуға инә. Тәжрибәле педаагог Римма Фишер буласаҡ йырсының тәбиғәттән көслө, һығылмалы тауышына яҡшы башҡарыу техникаһын өҫтәүгә өлгәшә. Уҡыу аҙағына Нина Бызина һирәк тембрлы лирик-драматик сопраноға эйә була. Артабан 30 йыл дауамында, 1956 йылдан алып 1986 йылға тиклем, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында төп солистарҙың береһе булып хеҙмәт итә[1].

Төп сәхнә партиялары:

  • Лакме («Лакме», Л. Делиб) — дебют, 1956;
  • Леонора («Трубадур», Дж. Верди)
  • Джильда («Риголетто», Дж. Верди)
  • Виолетта («Травиата», Дж. Верди)
  • Микаэла («Кармен» Ж. Бизе)
  • Ләйлә(«Ынйы эҙләүселәр», Ж. Бизе)
  • Мюзетта («Богема», Дж. Пуччини)
  • Розина («Севиль цирюльнигы», Дж. Россини)
  • Марфа («Батша кәләше», (Н. Римский-Корсаков)
  • Иоланта («Иоланта», П. Чайковский)
  • Адина («Мөхәббәт эсемлеге», Дж. Пуччини)
  • Лиза («Һуңғы роль», Ю. Мейтус)
  • Нина («Севастопольский вальс» К. Листов)
  • Адель («Ярғанат», И. Штраус)
  • Серполетта («Корневиль колоколдары», Р. Планкет)

Комик опера һәм опереттала айырыуса уңышлы сығыш яһай.

Йырсының концерт репертуарын урыҫ һәм сит ил вокаль классикаһы өлгөләре, З. Ғ. Исмәғилев, Ш. З.Ҡолбарисов, Рәүеф Мортазин|Р.Ә.Мортазин]], Н.Ғ.Сабитов, С. Р. Сәлмәнов, Х. Ф. Әхмәтов йырҙары һәм романстары тәшкил итә. Йырсы билдәле йырсылар менән дә берлектә йырлай (Борис Торик, Иван Ивашков, Хәбир Ғәлимов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, һәм башҡалар), шулай уҡ дирижерҙар менән дә тулыһынса үҙ-ара аңлашып эшләй белә (Валерий Руттер, Исаак Альтерман, Нариман Сабитов, Ғәйнетдин Моталов)[1].

Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). РСФСР композиторҙар союзы Пленумында, Кремль театрында сығышы яһай.

Пермь, Свердловск, Силәбе, Минск опера театрҙары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, мәҫәлән, Чайковский исемендәге Пермь опера һәм балет театрында соло партиялар башҡара. Радио-телевидение тапшырыуҙарында йырлай. Уның йыр яҙмалары фондта һаҡлана[2].

Ялға сыҡҡандан һуң да Бызина Нина Ивановна оҙайлы йылдар дауамында театр һәм коллегалары менән бәйләнештәрҙе өҙмәй, мөмкин тиклем тыуған театры тормошонда ҡатнашырға тырыша[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1963)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1974)
  • I республика ижади йәштәр фестивале лауреаты
  • В. И. Лениндың 100-йыллығына бағышланған концерты лауреаты
  • Бөтә Рәсәй музыкаль һәм драматик театрҙары конкурстары дипломанты[1].