25 июнь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
25 июнь | |
![]() |
25 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 176-сы (кәбисә йылында 177-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 189 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
: Моряктар (диңгеҙҙә йөҙөүселәр) көнө (wikidata)
: Славяндарҙың дуҫлыҡ һәм берҙәмлек көнө.
Милли
Мозамбик: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Словения: Дәүләт көнө.
Филиппин: Ағас ултыртыу көнө.
Хорватия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Һөнәри
Рәсәй: Статистика хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Попов Андрей Фёдорович (1910—5.05.1947), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар дивизияһының айырым сапёр батальоны сапёры, ефрейтор. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Ҡуян ауылынан.
- Муштаков Геннадий Андреевич (1955), театр актёры. 1990 йылдан Стәрлетамаҡ рус драма театры, 2010 йылдан — Һамар ҡалаһының «Һамар майҙаны» театры актёры. 2001 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2007). Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале лауреаты (Вышний Волочёк ҡалаһы, 2006). Сығышы менән хәҙерге Мордва Республикаһының ҡала тибындағы Явас ҡасабаһынан.
- Ғәйфуллин Булат Нәҡи улы (1960), ғалим-инженер, программист. РУССОФТ ассоциацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм уның тәүге президенты, программалар менән тәьмин итеүҙе эҙерләүсе «Силикон тайга» альянсын ойоштороусы. Техник фәндәр кандидаты (1985).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәзизов Флүс Мирзасәлих улы (1937—4.02.2008), ғалим-химик-технолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), техник фәндәр докторы (1993), профессор (1995). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1991), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған химигы. Сығышы менән Татарстандың Минзәлә районы Симәк ауылынан.
- Сәхәүетдинова Руза Хәйҙәр ҡыҙы (1937), башҡорт композиторы. 1991 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың «Гәлсәр һандуғас» республика телевизион фестиваль-конкурсы (2004), Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы (1993) һәм 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы (2002) лауреаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Воробьев Виктор Васильевич (1939—9.10.1991), тау инженеры-геолог. 1962—1991 йылдарҙа «Башкиргеология» производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1990), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Павлов Посад ҡалаһынан.
- Басиров Хәйҙәр Фәйзрахман улы (1939), матбуғат ветераны. 1975—2002 йылдарҙа Саҡмағош районының «Игенсе» гәзите мөхәррире. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), Вәзих Исхаҡов (2007) һәм Ғилемдар Рамазанов (2015) исемендәге премиялар лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Үрге Аташ ауылынан.
- Шаньгин Евгений Сергеевич (1944), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Туленков Сергей Иванович (1959), хеҙмәт алдынғыһы. Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы водителе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1560: Хуан Санчес Котан, Испания рәссамы, натюрморт оҫтаһы.
- 1852: Антони Гауди, Испания архитекторы.
- 1900: Луис Маунтбеттен, Бөйөк Британияның дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, флот адмиралы.
- 1935: Михаил Воскресенский, СССР һәм Рәсәй музыканты, пианист һәм педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989).
- 1945: Карли Саймон, АҠШ йырсыһы, йырҙар авторы.
- 1975: Линда Карделлини, АҠШ-тың телевидение һәм кино актрисаһы.
- 1975: Владимир Крамник, Рәсәй шахматсыһы, донъяның 14-се чемпионы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1999: Яхин Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]