Совет районы (Өфө)
Совет районы | ||
| ||
Өфө | ||
---|---|---|
Барлыҡҡа килгән: | ||
Элекке исемдәре: |
Молотов районы | |
Тәүге телгә алыу: |
1938 | |
Халыҡ һанын иҫәпләү: |
2015 | |
Халыҡ һаны: |
↘177 523[1] кеше | |
Телефон кодтары: |
+7 347 | |
Совет районы — Өфө ҡалаһының ете районының береһе, уның тарихи үҙәк өлөшөнән төньяҡҡа табан урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет районының ойоштороу датаһы прообразы — 1938 йылдың апрель айы, нәҡ ошо ваҡытта бүленеү иҫәбенә ике яңы район барлыҡҡа килә: Жданов һәм Молотов (1957 йылдан Совет районы).
Күп йыллыҡ тарихы эсендә район сиктәре күп тапҡырҙар үҙгәрә.
Хәҙерге Совет районы территорияһында беренсе ҡаралтылар XVII быуат башында барлыҡҡа килә. Был төҙөлөштәр ҡала ситендәге ҡараул башнялы нығытмалар була, улар Ағиҙел менән Өфө йылғалары араһыда төҙөләләр һәм Өфө нығытмаһына килеп ингән урындары төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан һаҡлайҙар.
Иҡтисади һәм мәҙәни тормоштоң күтәрелешендә бик ҙур ролде Һамар-Златоуст (хәҙер Куйбышев) тимер юлының төҙөлөшө уйнай. Ағиҙел һәм Өфө йылғалары аша күперҙәрҙе төҙөгәндән һуң тимер юлдан хәрәкәт Өфө аша 1888—1890 йылдарҙа асыла.
1888 йылдың август айында Өфөлә Һамар-Златоуст тимер юлының төп оҫтаханалары (хәҙер тепловоздар ремонтлау заводы) сафҡа инә. Пароход, ә, иң мөһиме, тимер юлы бәйләнешен асыу Өфөнө Көньяҡ Уралда эре транспорт узелына әүерелдерә һәм сәнәғәт үҫешенә булышлыҡ итә.
1900-сы йылдар башында хәҙерге район биләмәһендә 15 меңгә яҡын кеше йәшәгән.
Тимер юл оҫтаханалары һәм деполарҙағы эшселәр иҫәбенә марксистик түңәрәктәр, социал-демократик төркөмдәр барлыҡҡа килә. 1905 йылғы революция ваҡиғалары Өфөнө лә, районды ла урап үтмәйҙәр. Забастовщиктар менән эшсе депутаттар советы етәкселек итә. Советтың башында Иван Степанович Якутов тора. 1905 йылдың 9 декабрендә сәйәси забастовка ҡораллы ихтилалға әүерелә, уны полиция менән казактар баҫтыра. Иван Якутовтың ғүмере Өфө төрмәһендә 1907 йылдың 21 ноябрь төнөндә өҙөлә. Уның исеме ҡала балалар паркына бирелә (элекке халыҡ айыҡлығы баҡсаһы).
1930-сы йылдарҙың беренсе яртыһында транспортта ҡала һәм республика өсөн яңы төр тыуа — һауа транспорты. 1932 йылда Өфөгә өс У-2 (ПО-2) самолетттарын алдыралар, 1933 йылдың 15 июлендә беренсе даими авиация линияһы Өфө — Магнитогорск — Белорет — Стәрлетамаҡ — Мәләүез — Мораҡ — Баймаҡ — Архангельск — Өфө түңәрәк маршрут буйынса асыла. Ошоларҙың бөтәһен дә: Рихард Зорге урамын да, беренсе Өфө аэропорты булған бөгөнгө Көньяҡ вокзалы территорияһын да күҙ алдына килтереүе ауыр. «Әтәсле йорт» тип билдәлелек алған йортта аэродром метеохеҙмәте була. Революцияға тиклем йортҡа купец П. Костерин хужа булған һәм ул ҡала ситендәге йорт булараҡ файҙаланған.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1959[2] | 1970[3] | 1979[4] | 1989[5] | 2002[6] | 2003[7] | 2004[7] |
89 620 | ↗192 091 | ↘142 380 | ↗196 425 | ↘172 589 | ↗173 381 | ↘173 098 |
2005[7] | 2006[7] | 2007[7] | 2008[7] | 2009[8] | 2010[9] | 2013[10] |
↘171 115 | ↘168 285 | ↘166 105 | ↘164 724 | ↗164 955 | ↗173 383 | ↘173 280 |
2014[11] | 2015[1] | |||||
↗177 865 | ↘177 523 |
Сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ААЙ «Өфө тепловоздар ремонтлау заводы»,
- «Өфөгаз» — ААЙ «Газ-сервис» филиалы,
- ААЙ «УПО „Геофизприбор“»,
- ААЙ «НПФ „Геофизика“»,
- ААЙ «Өфө „Магнетрон“ микроэлектроника заводы»,
- ААЙ «УАП „Гидравлика“»,
- ААЙ «УЗЭМИК»,
- БР ДУП «Өфө полиграфкомбинаты».
Социаль сфера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда ДКиТ ААЙ «УЗЭМИК», «Железнодорожник» мәҙәниәт йорто, Йәштәр һарайы (элекке «Юбилейный» мәҙәниәт йорто), «Өфө уттары» күңел асыу үҙәге эшләп килә. Бында ике балалар музыка мәктәбе һәм сәнғәт мәктәбе, элекке Пионерҙар һарайы (хәҙер балалар ижады һарайы) бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Подготовка к проведению всероссийской переписи населения на территории городского округа г. Уфа
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Страница района на сайте администрации г. Уфы 2012 йыл 6 май архивланған.