Яңыбай (Ейәнсура районы)
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Яңыбай | |
Яңыбай | |
Рәсми тел | башҡорт теле һәм рус теле |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Яңыбай ауыл Советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Яңыбай ауыл Советы |
Халыҡ һаны | 592 кеше (14 октябрь 2010)[2] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:00[d] |
Почта индексы | 453396 |
Яңыбай (рус. Яныбаево) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453396, ОКАТО коды — 80226843001.
Үткәне һәм бөгөнгөһө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡороюл йылғаһы буйында иң ҙур ауылдарҙың береһе. Ауыл йылдан йыл ҙурая: эш урындары булдырыла, шәхси предприятиеләр асыла, яңы йорттар һалына. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Бөгөнгө заман шарттарына яраҡлаштырылған 11 класслыҡ мәктәп бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл бейек Баҡсатау итәгенән аҡҡан Ҡороюл буйында урынлашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәйге эҫе көндәрҙә йылға йыл да ҡорой. Ауылды һәр яҡтан тиерлек тауҙар уратҡан, алыҫ түгел ҡуйы урмандар бар.
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 102 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡыуандыҡ): 35 км
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлит Илембәтов — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002), филология фәндәре кандидаты (1998)[3].
- Күсәков Сабир Мөхәмәтғәле улы (20.02.1929—9.08.1994), малсылыҡ алдынғыһы. 1951—1986 йылдарҙа «Ейәнсура» совхозының өлкән һарыҡ көтөүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)[4].
- Хәким Мортазин — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010)[5].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
|
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Сайт Башкирской государственной филармонии имени Хусаина Ахметова ⇒ Персоналии ⇒ ИЛИМБЕТОВ Валит Халитович (рус.)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Күсәков Сабир Мөхәмәтғәле улы (Тикшерелгән 15 февраль 2019)
- ↑ МӘЖИТ ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ сайты: театр труппаһы: Мортазин Хәким Фәрит улы
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Уфа — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Уфа — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яңыбай (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 15 февраль 2019)
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |