Эстәлеккә күсергә

Күсәков Сабир Мөхәмәтғәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күсәков Сабир Мөхәмәтғәле улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 февраль 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Яңыбай, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 9 август 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Иҙелбәк, Ейәнсура районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Күсәков Сабир Мөхәмәтғәле улы (20 февраль 1929 йыл9 август 1994 йыл) — БАССР-ҙың Ейәнсура һарыҡ үрсетеү совхозының өлкән чабан, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Күсәков Сабир Мөхәмәтғәле улы 1929 йылдың 20 февралендә БАССР-ҙың Ейәнсура районы Яңыбай ауылында тыуа. 1994 йылдың 9 авгусында вафат була Белеме — тулы булмаған урта.

Хеҙмәт юлын 1940 йылда Ейәнсура районының һарыҡсылыҡ совхозында чабан ярҙамсыһы булып башлай. 1943 йылдан алып өлкән чабан булып эшләй, 1951 йылда һарыҡ үрсетеүгә күсерелә. 1953 йылда 800 баш бәрәс ала һәм ошонан һуң йыл һайын яҡшы һөҙөмтәләргә һәм юғары үрсемгә өлгәшә. Һәр 100 һарыҡтан йылына уртаса 110-120 бәрәс ала һәм уларҙы үлтермәй һаҡлап ҡалып, тулыһынса үҫтерә, һәр һарыҡтан 5 - 5,5 килограмм йөн ҡырҡыу алыуға өлгәшә. Һарыҡсылыҡта алдынғы ысулдарҙы ҡулланып 1964 йылдан 100 һарыҡҡа 124 бәрәс алыуға һәм уларҙы тулыһынса үҫтереүгә өлгәшә, һәр һарыҡтан ҡырҡылған йөн 5,2 килограмға етә. 1965 йылда был күрһәткестәр 135 бәрәс һәм бер һарыҡтан 5,5 килограм йөн кимәлендә була.

Малсылыҡта өлгәшкән уңыштары, етештереүсәнлекте, ит, һөт, йөн алыуҙы арттырғаны өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы Указы менән Сабир Мөхәмәтғәле улы Күсәковҡа Социалистик Хеҙмәт геройы исеме бирелә.

Сабир Мөхәмәтғәле улы Ейәнсура совхозында чабан булып 1986 йылдың мартына - хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй.

Күсәков Сабир Мөхәмәтғәле улы 1994 йылдың 9 авгусында вафат була.

Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.