Эстәлеккә күсергә

Ҡороюл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡороюл
Ҡайҙа ҡоя Һаҡмар
Ҡушылдыҡ Оло Сыҡ һәм Ҡушкилде
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 56 km
Карта

Ҡороюл (рус. Куруил) — Рәсәйҙәге йылға, Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур өлкәһе биләмәләренән аға. Йылғаның тамағы Һаҡмар йылғаһының уң яры буйлап 348 километр алыҫлыҡта ята. Йылға оҙонлоғо 56 километр тәшкил итә.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Урал бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы инешенән Оло Эйек йылғаһына ҡойған ергә тиклем, йылға подбассейны — бассейн аҫты юҡ. Йылға бассейны — Урал (Рәсәй һыу бассейны өлөшө).

Һыу ресурстарының федераль агентлығы әҙерләгән Рәсәй Федерацияһы территорияһының һыу хужалығы районлаштырыу геомәғлүмәт системаһының мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000512112200005492
  • Кодтар буйынса гидрологик өйрәнеү (ГӨ) — 112200549
  • Бассейн коды — 12.01.00.005
  • ГӨ буйынса томы — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Ҡороюл йылғаһының бөгөнгө хәле

Ҡороюл йылғаһы Ейәнсура районының төньяғынан көньяғына табан аға, Үрге Мәмбәтша ауылы янында үҙенең йүнәлешен үҙгәртеп, артабан көньяҡ-көнбайышҡа аға, аҫҡы ағымында Ырымбур өлкәһендә үтә. Ҡороюл йылғаһының һыуы һалҡын, сөнки бик күп шишмәләр йылғаға үҙҙәренең һыуын ҡоя. Ял итеүселәр йылғаның ярҙарын ҡый-сүплеккә әйләндереүгә ҡарамаҫтан, әле лә йылғаның һыуы таҙа. Таҙа һыуҙа көн итеүсе бәрҙе һәм ташбаш балығын тотоп була[3]. Башҡортостостандың хозур тәбиғәтен, йылғаларын, күлдәрен һаҡлау кәрәклеге тураһында киң матбуғат саралары йыш ҡына иҫкәртеп тора, әммә кешеләрҙең тәбиғәтҡә һаҡлыҡһыҙ ҡарашы үҙ эшен эшләй. Йылға буйында үҫкән емеш ағастары, бигерәк тә муйыл ағасы, бөтөрөлөүе күңелде ҡыра. Емеште әҙерләү контораһы хеҙмәткәрҙәренең емеште ҡиммәт хаҡҡа алыуы, ҡайһы берҙәрҙең ҡырағай емеш ағасын ҡырҡып, хатта өйгә алып ҡайтып тиреүе ошо хәлгә алып килә. Юл төҙөүселәр ҙә тәбиғәттең матурлығы менән иҫәпләшеп бармай[4]. Йылдан-йыл йылға ярҙары йыуыла. Ауылдарға яҡын урындарҙа ярҙы нығытыу эше башҡарыла. Әйтәйек, Яңыбай ауыл хакимиәте биләмәһендә — Яңыбай һәм Үрге Мәмбәтша ауылдары тәңгәлендә Ҡороюл йылғаһы ярҙарын йүнәтеү йәһәтенән 165 мең һумлыҡ эш башҡарылды: яр таш менән нығытылды, йылға батҡан ағастарҙан, сүп-сарҙан таҙартылды[5].