Эстәлеккә күсергә

Шайтан (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шайтан
Ҡайҙа ҡоя Көйөргәҙе йылғаһы
Ҡушылдыҡ Санйын (йылға)
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 27 km
Карта

Шайтан йылғаһы (рус. Шайтанка (приток Большой Куюргазы)) — Көйөргәҙе районы биләмәһендә аҡҡан йылға. Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы.

Йылға Ялсыҡай ауылы эргәһенән баш ала һәм Яҡуп ауылы эргәһендә Оло Көйөргәҙегә ҡоя. Тәү исеме Шайтан-Уяҙы. Уның буйында Ялсыҡай, Саратовка, Сергеевка, Үрге Мотал, Васильевка, Урта Мотал, Түбәнге Мотал, Яҡуп ауылдары һыулаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ауылдарҙың күбеһе бөгөн юҡ. Ни бары ике ауыл ҡалған. Һуңғы йылдарҙа Үрге Мотал ауылы тергеҙелде.

Архив материалдарына ҡарағанда йылға элек Шайтан — Уяҙы тип аталған. 1831 йылда Яҡуп ауылына Борай районынан күсеп килеүсе Касаев Мәхмүт генерал-губернаторҙан Шайтан-Уяҙы буйында өс ташлы тирмән төҙөү тураһындағы документ теркәлгән[2].

Бынан 2 быуат элекке замандарҙа булған был ваҡиға. Шайтан-Уяҙы йылғаһы ул ваҡытта ярҙарынан ашып ағыр булған. Аттар кисеүҙән йөҙөп сығыр булған. Шулай йәшәгән халыҡ. Һыуы ул саҡта бик-бик таҙа булған. Элек ауыл халҡы Ҡурғаҙы (хәҙер Ермолаево тип үҙгәртелгән) ауылы баяры Шоттҡа ялланып ураҡ урған. Ураҡҡа барған ваҡытта, күрәһең, һыу әҙерәк булғандыр. Ҡайтҡанда Шотт баярынан алған игенен алып ҡайтып килгән атлы башҡорт, Шайтан-Уяҙы йылғаһын сыҡҡан саҡта аты туғарылып, арбаһы бер яҡҡа, аты икенсе яҡҡа ағып киткән. Әлбиттә, аты йөҙөп сыҡҡан, тик арбаһыҙ ҡалған. Шунан был кеше йылғаға ҡарап был Уяҙы түгел, ә Шайтан тигән. Шунан алып йылға Уяҙы -Шайтан булып киткән. Шунан Шайтан- Уяҙыға әйләнгән, ә әлеге ваҡытта тик Шайтан тигән һүҙе генә ҡалған.

Ә хәҙер яҡташыбыҙ Өлфәт Ҡобағошовтоң «Таймаҫ ауылы» китабын ҡарап китәйек. 17-се бит. Ырымбур губернаһының 1802 йылғы картаһына күҙ һалайыҡ-ти ул: Оло Көйөргәҙенең ҡушылдығы Шайтан-Уяҙы буйлап Бөрйән улусы Монаш түбәһенә ҡараған өс ауыл: Иҫке Мотал-Бөрйән йылғаһы буйында, Мотал — Туҡмаҡҡаран буйында һәм Шайтан-Уяҙы йылғаһы буйлап юғарыраҡ Яңы Мотал исемле ауылдар урынлаштырылған.

Шайтан-Уяҙы йылғаһының түбәнге ағымында бошман ҡыпсаҡ ырыуының Буғимәш түбәһенә ҡараған, 1864 йылдан Бөрйән улусы үҙәгенә әүерелгән боронғо башҡорт ауылы Яҡуп урынлашҡан. Был ауылда 1770 йылда академик Иван Лепехин булып китә. Ул бында атаҡлы абыҙҙы «знатного и ученого абыза — учителя» ғилем алыусы бик күп шәкерттәрҙе күрә[3] ул шулай уҡ был ауылда ауырыу ҡатынды дауалаусы Шайтан Күрәҙәнең Шайтан ҡыуыуын үткәргәненә шаһит була. Бәлки, ошо Шайтан-Күрәҙәсе исеменә лә бәйлелер, кем белә.

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт архивы фонд.1-се. 2587-се эш
  3. Ә. Әсфәндиәров. История башкирских деревень. Том 1.208-се бит.

Ө. Ҡобағошов. Таймаҫ ауылы.

  • Диҡҡәт Бураҡаев. Мөғжизәләр донъяһына сәйәхәт.