Себенле (Һаҡмарҙың түбәнге ҡушылдығы)
Себенле | |
Ҡайҙа ҡоя | Һаҡмар |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 105 метр |
Оҙонлоҡ | 62 km |
Себенле[2] (рус. Чебенька (нижний приток Сакмары)) — Рәсәй йылғаһы, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән, Октябрь һәм Һаҡмар районы биләмәләрендә аға. Йылға оҙонлоғо 62 км[3]. Һыу йыйыу бассейны майҙаны — 633 км².
Сидоровский исемле 316,7 метрлыҡ бейеклек янынан башлана[2]. Үрге Хабаровка урман өйкөмөнән төп исеме менән атала башлай. Асыҡ ерҙән көньяҡ йүнәлеше буйынса Болдыревка ауылына тиклем аға, артабан көнбайышҡа борола һәм артабан Благодарное, Екатериновка, Астрахановка ауылдары биләмәләре аша аға. Йылғаның түбәнге ағымы буйында Сергеевка, 1-се Григорьевка, Украинка, 2-се Григорьевка, Новопавлоград ауылдары урынлашҡан. Себенле йылғаһы тамағы Һаҡмар йылғаһының уң ярының 91 километрында диңгеҙ кимәленән 102 м бейеклектә.
Түбәнге ағымында йылғаның киңлеге — 10 метр, тәрәнлеге — 0,7 метр, һыу ағымының тиҙлеге — 0,5 м/с[2].
Ҡушылдыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тамағынан инешенә тиклемге тәртиптә түбәндәге һыу объекттары бар.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса һыу Яйыҡ һыу бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Оло Эйек йылғаһы ҡушылған ерҙән алып тамағана тиклем Һаҡмар йылғаһы. Йылға бассейны — Яйыҡ (һыу бассейнының рәсәй өлөшө)[3].
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000712112200006589[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).