Бәрҙейылға
Уҡыу көйләүҙәре
Бәрҙейылға | |
Ҡайҙа ҡоя | Һаҡмар |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 559 метр |
Оҙонлоҡ | 14 km |
Бәрҙейылға (рус. Бердыелга, Бердиелга) — Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы. Башҡортостандың Баймаҡ районы[2] биләмәләрендә аға. Йылға оҙонлоғо 14 км.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]"Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге"ндә, топоним «Бирҙе» тигән антропонимдан килеп сыҡҡан булыу ихтимал, тип фараз ителә[3] Мәгәр урындағы халыҡ уны бәрҙегә бай йылға, атамаһы шунан тип һанай[4].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан. Бәләкәй йылға бассейны — өҫтәмә бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ (бассейндың Рәсәй өлөшө).[5]
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса:[5]
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000512112200004808
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200480
- Бассейн коды — 12.01.00.005
- ГӨ буйынса номеры — 12
- ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге — Уфа, 1980, — 35-се бит
- ↑ «Бәрҙейылға тип йөрөттөләр һәм әле лә шулай атала. Хәҙергесә аталған Үрге Таһир ауылы янында Һаҡмарға ҡоя», — тип яҙа Миңһылыу Ҡобағошова
- ↑ 5,0 5,1 РФ су реестры мәгълүматлары: Бердиелга .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РФ тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.