Эстәлеккә күсергә

Күсәбә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күсәбә
Ҡайҙа ҡоя Һаҡмар
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 20 km
Карта

Күсәбә — Рәсәйҙәге йылға, Башҡортостандың Баймаҡ районы биләмәләрендә аға. Һаҡмар йылғаһына уң яҡтан (тамағынан 670 километр алыҫлыҡта) Сыңғыҙ ауылы тирәһендә, ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 20 км тәшкил итә[2].

Варианты — Күсбә. Күсәбә һүҙе күсмә тормош алып барыусы мәғәнәһендә бирелгән[3].

Башҡорт тел белгесе М. Усманова фаразлауынса, Урта Урҙала бүлексә атамаһы күсәбә этнонимынан алыныуы ихтимал[4].

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәренә ярашлы Урал бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы, Оло Эйек йылғаһына һыуҙарын ҡойғандан йылға башына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — юҡ. Йылға бассейны — Урал (Рәсәй бассейны өлөшө)[2].

Реестрҙа яңылыш Күрисә тип күрһәтелгән.

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды:

— 12010000512112200004921[2].

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 «Курися» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980. — 200 с. С.126, левая колонка. 80-се бит
  4. М. Усманова. Имя отчей земли. Уфа, «КИТАП», 1994, 185-се бит