Ҡышлауар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡышлауар
Ҡайҙа ҡоя Һаҡмар
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 13 km
Карта

Ҡышлауар — Рәсәй йылғаһы, Башҡортостандың Баймаҡ районы биләмәләрендә аға. Һаҡмар йылғаһына уң яғынан (тамағынан 664 км алыҫлыҡта) ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км тәшкил итә.

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡышлауар атамаһы ҡышлау һүҙенән алынған[1].

Сафиулла Иҫәновтың сайтынан[2]:

Башҡорттар ырыуҙарға берләшеп йәшәгән осорҙа Урғаҙа йылғаһы буйында Арыҫлан исемле ҡарт көн иткән. Уның оло ҡатынынан Байыш, Йомаш, Ямаш исемле улдары булған. Йомаш менән Ямаш һунар итергә яратҡан. Шулай бер көндө, бүре ҡыуа торғас, улар бай тәбиғәтле, һоҡланғыс, мул һыулы йылға буйына килеп сыға. Был йылға Һаҡмар була. Йәй үтә. Ҡыш тыуып, тәүге ҡар яуғас та улар был матур туғайға тағы ла бүре ауларға килә. Көнө буйы йәнлек баҫтырып, Ямаштың аты бик арый. Шуға ул, аҙаҡ килеп алырбыҙ тип, арыған атын ҡалдырып, алмашҡа алған атын менеп, ҡайтып китә. Бер нисә көндән киләләр, әммә көслө буран сығып киткәс, атты таба алмай, бүре-маҙар ашағандыр инде тип, кире боролалар. Йәй еткәс улар тағы ла шул туғайға киләләр, аптырап китәләр, теге аттары иҫән-һау, йылға буйында утлап йөрөй икән. Шунан ат ҡышлап сыҡҡан был ергә «Ҡышлауар» тип исем бирәләр.

Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылы халҡы Ҡышлауар йылғаһында мал-тыуарын һуғара, ҡош-ҡорт та шунда туйына. Ҡышлауар шул уҡ ваҡытта Һаҡмар йылғаһының төп туйындырыусыһы булып тора[3].

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәренә ярашлы һыу Урал бассейны округын ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы башынан Оло Эйек йылғаһына ҡушылғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[4].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәттәре буйынса:

— Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000512112200004938

— Кодтар буйынса гидрологик өйрәнеү (ГӨ) — 112200493

— Бассейн коды — 12.01.00.005

— ГӨ буйынса томы — 12

— ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]