Үрге Мәмбәтша
Ауыл | |
Үрге Мәмбәтша рус. верхнее Мамбетшино | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453396 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Үрге Мәмбәтша, Ярғайыш (рус. Верхнее Мамбетшино) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453396, ОКАТО коды — 80226843002.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 109 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңыбай): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡыуандыҡ): 42 км[2]
Тарихы һәм бөгөнгөһө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрге Мәмбәтша, Ярғайыш ауылына 17 быуаттың 2-се яртыһында Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мәмбәтша исеме менән нигеҙ һала. 1900 йылда — 675 кеше; 1920 йылда — 536; 1939 йылда — 188; 1959 йылда — 174; 1989 йылда — 254; 2002 йылда — 280; 2010 йылда — 265 кеше иҫәпләнгән. 1866 йылда 81 йортта 376 кеше йәшәгән. 1870—80 йылдарҙа нигеҙләнгән Түбәнге Мәмбәтша бүлендек ауылы 1917 йылға тиклем Үрге Мәмбатша ауылы менән бергә иҫәпкә алынған. 1900 йылда 2 ауылда 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне теркәлгән. 20‑се йылдарҙан алып хәҙерге исемен йөрөтә[3].
Хәҙерге көндә ауыл районда иң тиҙ үҫеүсе ауылдар һанына инә. Үрге Мәмбәтшала башланғыс мәктәп бар, уҡыусылар һаны йылдан йыл арта. Малсылыҡ, ҡортсолоҡ ныҡ үҫешкән, һәр йортта тиерлек умарта тоталар. Башланғыс мәктәп (Яңыбай урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[9].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баҡа күл урамы (рус. улица Бака Куль)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[10]
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үрге Мәмбәтшаны икегә бүлеп Ярғайыш йылғаһы аға, ул ауыл ситендә аҡҡан Ҡороюл йылғаһына ҡоя. Йәй көнө Ярғайыш йылғаһы ҡорой.
Арҙаҡлы шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Усман мулла - 1837 йылдарҙа йәшәүсе мулла . Яҡын тирәлә иң абруйлы һәм данлыҡлы кешеләрҙең береһе булған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Үрге Мәмбәтша // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 5,0 5,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |