Үрге Муйнаҡ
Ауыл | |
Үрге Муйнаҡ рус. Верхний Муйнак | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453390 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Үрге Муйнаҡ (рус. Верхний Муйнак) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453390, ОКАТО коды — 80226822001.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Хәсән улы Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Сураштың нәҫеле Абҙан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[2].
1761 йылдан алып (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1707 йылдан алып) билдәле. Тәүге төпләнеүсе сотник Муйнаҡ Сөләймәнов исеме менән аталған. ΧΥΙΙΙ быуаттың 2‑се яртыһында Түбәнге, Урта, Кесе Муйнаҡ ауылдары барлыҡҡа килгәндән һуң, Оло Муйнаҡ булараҡ теркәлгән. Шулай уҡ Туп Муйнаҡ, Ҡужалған исемдәре менән билдәле булған. 1795 йылда 10 йортта 172 кеше йәшәгән, 1866 йылда 79 йортта — 365 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда тирмән теркәлгән. 20 быуат башынан хәҙерге исемен йөрөтә[3].
Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үрге Муйнаҡ — административ үҙәк. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар[3].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халҡы: 1900 йылда — 262 кеше, 1920 йылда 341 кеше йәшәгән[3]. 2009 йылда 620 кеше иҫәпләнгән[4].
|
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[9].
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үрге Муйнаҡ ауылы Өҫкәлек йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан[3].
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ер-һыу атамалары
- Ҡушалатау тауы
- Үтә тишек тауы
- Өҫкәлек йылғаһы үҙәне
- Таҡырташ тауы
- Ҡарағайтау тауы
- Аҙағуй үҙәне
Ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Муйнаҡ — был исем шул уҡ Ейәнсура районында Ф. Хәмитова тарафынан яҙып алынған «Муйнаҡ ҡарт» исемле риүәйәттә (№ 229) урын ала.
Бында ул аҡыллы, абруйлы шәхес итеп һүрәтләнә. Ф. Хәмитова яҙып алған вариантта ваҡиғаларҙың шулай уҡ ҡаҙаҡ-ҡалмаҡ яуҙары менән бәйле булыуын иҫкә алһаҡ, ике риүәйәттә лә бер ук шәхес хаҡында һүҙ барғанлығын төшөнөргә мөмкин. Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том.[11]
- Алпамыша" варианты 1960 йылда Башҡортостандың Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылы 80 йәшлек Мөслимә Ваһапованан яҙып алынған[12]. «Башҡорт халыҡ ижады» китабының 5-се томына индерелгән.
Видеояҙмаларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Үрге Муйнаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Үрге Муйнаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башҡортостан Республикаһы топонимдар һүҙлеге
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |