Сиреғол
Ауыл башкирское название = Сиреғол | |
Сиреғол рус. Серегулово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453387 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Сиреғол — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл, Байдәүләт ауыл советына ҡарай. Почта индексы — 453387, ОКАТО коды — 80226807001.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халҡы: 1900 йылда — 233 кеше, 1920 йылда 240 кеше иҫәпләнгән. 2009 йылда 374 кеше йәшәгән[2].
|
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (84 %)[7].
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Оло Һүрәм йылғаһы буйында урынлашҡан
Ауыл тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл кешеләренән һаҡланып ҡалған шәжәрә буйынса XVII быуат урталарында Һаҡмар буйындағы тирәкле ауылынан Сирғол тигән кеше ике улы һәм Хәтирә тигән килене менән күсеп килә һәм бәләкәй генә йылғаның Оло Һүрәмгә ҡойған урынынан бер саҡрым үрҙәрәк Аҡбикә яланында төпләнә. Был урын сит-ят күҙҙәрҙән аулыҡ, бик хозур урын.
Сирғолдоң тәүге улы Сәғиттең Тайсин һәм Йәғәфәр тигән улдары була. Икенсе улы Мыйыҡтың иһә өс малай: Ишбай, Алтынбәк һәм Юлмөхәмәт. Артабан ауылға Сирғол ҡартҡа хөрмәт йөҙөнән уның исемен ҡушалар. Тайсиндың ҡыҙы 1861 йылда батша манифесын таратып йөрөгәнАбыҙ исемле кешегә кейәүгә сыға. Шуға күрә бөгөн Абыҙов, Аҙнағолов араһы «манифест» тип йөрөтөлә.
1780 йылда Дим яғынан Мәсәүле тигән кеше ғаиләһе менән күсеп килеп Ҡаршытау аҫтындағы аҡланда йәшәй башлай. Был аҡлан әле лә «Мәсәүле» тип атала. Мәсәүленең Мәсәғүт, Мәҡсүт тигән улдары булған. Уларҙан Мәсәғүтов, Мәҡсүтов, Рамаҙановтар таралған. 1795 йылда теркәлгән.
1795 йылда 10 йортта 93 кеше йәшәгән. 7-се халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 1816 йылда 19 йортта 83 кеше йәшәй тип яҙылған. Ауылда мәсет те булған. 1920 йылда 47 йорт теркәлгән. 1921 йылда Бәрҙәш ауылынан 12 йорт булып сыуаштар күсеп ултырған. 1866 йылда 31 йортта 143 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.
1921 йылда бында сыуаштар килеп ултырған. Башҡорт Сиреғоло һәм Сыуаш Сиреғоло ауылдары теркәлгән, улар 70‑се йылдар башынан хәҙерге исем менән бергә иҫәпкә алына.
1930 йылда Башҡорт Сиреғолонда 232 кеше йәшәгән. Хәҙер ауыл бер исем менән генә йөрөтөлә.
1929 йылда Саҙалы ауылы менән бергәләшеп «Нива» тигән колхоз төҙөйҙәр. Ә Сыуаш Сиреғоло «Чапаев» исемендәге колхоз була. 1951 йылда 5 ауыл бер колхозға берләшә. 1971 йыл колхоз инициативаһы һәм Ф. В. Солтанов булышлығында урта мәктәп бинаһы һалына.
1980 йылда мәҙәниәт йорто, магазин, гараж төҙөлә, һыу үткәрелә, урамға асфальт һалына.
Бөйөк Ватан һуғышында 58 кеше ҡатнашҡан.
Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ фольклор ансамбле «Ҡарасәй»), китапхана, магазиндар бар.
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Туғай урамы (рус. улица Тугай)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
- Яҙлауыр урамы (рус. улица Язлаур)[8].
Видеояҙмаларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Видео Зианчуринский район, д. Серегулово
Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Excel форматында ҡушымта (рус.)
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 4,0 4,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 5,0 5,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |