Күгәрсен (Ейәнсура районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Күгәрсен
рус. Кугарчи
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл биләмәһе

Һүрәм ауыл Советы

Координаталар

52°08′54″ с. ш. 56°49′54″ в. д.HGЯO

Халҡы

856[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолман-сөнниҙәр

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453383

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 834 001

ОКТМО коды

80 626 434 101

ГКГН номеры

0525051

Күгәрсен (Рәсәй)
Күгәрсен
Күгәрсен
Күгәрсен (Ейәнсура районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Күгәрсен

Күгәрсен (рус. Кугарчи; элекке атамалары Сәлих, Аҡҡондоҙ) — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы ауыл. ОКАТО коды — 80226834001.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға ΧΙΧ быуат башында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, ΧΥΙΙΙ быуаттың 2‑се яртыһы), бер мәғлүмәт буйынса, Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә, икенсе мәғлүмәткә ярашлы, керҙәшлек килешеүе буйынса Минзәлә өйәҙе Ҡарамалы ауылы кешеләре нигеҙ һала. 1812 йылда керҙәшлек шарттарында бында Бөгөлмә өйәҙе Яңы Митрәй ауылы кешеләре килеп урынлаша. Шулай уҡ Сәлих (Аҡҡондоҙ) исеме менән теркәлгән. 1866 йылда 31 йортта 301 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 30‑сы йылдарҙан хәҙерге исемен йөрөтә. 1935—36 йылдарҙа Ейәнсура районының административ үҙәге булған[2].

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күгәрсен ауылы Һүрәм ауыл Советына ҡарай. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар, "Ямашла" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ял базаһы бар.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күгәрсен ауылы Оло Һүрәм йылғаһы ҡушылдығының Ямашлы йылғаһы тамағында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 24 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 78 км

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халҡы: 1900 йылда — 737 кеше, 1920 йылда — 918 кеше иҫәпләнгән. Татарҙар (69 %), башҡорттар (30 %) йәшәй (2002)[4].[2]

Йыл Халыҡ һаны
1939 930 [5]
1959 1034 [6]
Йыл Халыҡ һаны
1970 1026 [6]
1979 837 [7]
Йыл Халыҡ һаны
1989 835 [7]
2002 918 [8]
Йыл Халыҡ һаны
2010 856 [8]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡарабаш урамы (рус. улица Карабаш)
  • Ҡарасаған урамы (рус. улица Карасаган)
  • Комсомол урамы (рус. Комсомольская улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)
  • Ямашлы урамы (рус. Ямашлинская улица)[9]

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йылантау тауы

Видеояҙмаларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Күгәрсен
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Ғүмәров Хәйҙәр Сәғит улы
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта  (рус.)
  5. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 1.
  6. 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 2.
  7. 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 3.
  8. 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 4.
  9. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]