Юлдыбай (Ейәнсура районы)
Ауыл | |
Юлдыбаево башҡ. Юлдыбай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453391 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Юлдыбай (рус. Юлдыбаево) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Абҙан ауыл Советына ҡарай. Почта индексы — 453391, ОКАТО коды — 80226804008.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Сураштың нәҫеле Абзан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[2].
Ауы 1761 йылдан алып билдәле. Улус старшинаһы Юлдыбай Булатов исеме менән аталған. Икенсе исеме “сураш” этнонимы м‑н бәйле (ҡара: Үҫәргән). 1795 йылда 22 йортта 183 кеше йәшәгән, 1866 йылда Юлдыбайҙа (Сурашта) 58 йортта — 320 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ 4 һыу тирмәне теркәлгән[3].
Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халҡы: 1900 йылда — 496 кеше, 1920 йылда 443 кеше иҫәпләнгән. Башҡорттар йәшәй (2002)
|
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[8].
Ревизия материалдарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1816 йылда[9] Юлдыбай ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Юлдыбай ауылы Әселе йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан[3].
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 60 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Абҙан): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 32 км
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Сәрмән урамы (рус. улица Сарман)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
- Кооператив урамы (рус. Кооперативная улица)[10]
Видеофильмдарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Видео Юлдыбай
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ревизия материалдары
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Түләбаев М.С. Үҫәргәндәр ере - Ейәнсура
- ↑ 3,0 3,1 Юлдыбай, Сураш, Ейәнсура р‑нындағы ауыл
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 5,0 5,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта (рус.)
- ↑ ревизия материалдары
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |