Эстәлеккә күсергә

Яңы Федоровка (Ауырғазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яңы Федоровка
Яңы Федоровка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Ибрай

Координаталар

54°06′50″ с. ш. 56°04′46″ в. д.HGЯO

Милли состав

сыуаштар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 810 008

ОКТМО коды

80 605 410 126

Яңы Федоровка (Рәсәй)
Яңы Федоровка
Яңы Федоровка
Яңы Федоровка (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Федоровка

Яңы Федоровка (рус. Новофёдоровка) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 799 кеше[1]. Почта индексы — 453472, ОКАТО коды — 80205810008.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе территорияһында Ҡазан губернаһы Цивильский һәм Ядринск өйәҙҙәренең яңы суҡындырылған сыуаштарынан дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1811 йылдан алып билдәле. 1865 йылда 65 йортта 437 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Сениял исеме менән билдәле булған. 20 быуат башынан хәҙерге исемен йөрөтә. 1906 йылда башҡа милләттәр өсөн мәктәп, тимерлек, шарап һәм бакалея кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән. 2005 йылда ауылға 20 быуаттың 20‑се йылдарында нигеҙләнгән Красный Восток ҡасабаһы ҡушыла[2].

2005 йылдың 20 июлендәге «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусының үҙгәреүе, административ үҙәктәрҙең күсерелеүе менән бәйле үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 211-з Закон ҡарар итә:

2. Исемдәрен һаҡлап ҡалып, түбәндәге тораҡ пункттарҙы берләштерергә:

2) Аурғазы районында: Яңы Федоровка ауылы атамаһын һаҡлап ҡалыу юлы менән, берләшетерелгән тораҡ пуктҡа тораҡ тибын ауыл тип билдәләп, Ибрай ауыл Советының Яңы Федоровка һәм Красный Восток ҡасабаһын

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылған. 2016 йылдың авгусында православие сиркәүе асыла. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы, ауыл китапханаһы, Ибрай ауыл советы хакимиәте, почта элемтәһе бүлексәһе, полицияның участка пункты урынлашҡан.

Ауылда 130 уҡыусы белем алған урта мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл китапханаһы бар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 799 407 392 50,9 49,1
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - сыуаштар (95 %)[3].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Большевик урамы (рус. Большевистская улица)
  • Комсомол урамы (рус. Комсомольская улица)
  • Ҡыҙыл Көнсығыш урамы (рус. улица Красный Восток)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Болон урамы (рус. Луговая улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Октябрь урамы (рус. Октябрьская улица)
  • Беренсе Май урамы (рус. Первомайская улица)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Өфө урамы (рус. Уфимская улица)[5]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карпов Даниэль Николаевич (2 ғинуар 1945 йыл) — ғалим-геоботаник. 1978—2009 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының һәм педагогия академияһының педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан — биология кафедраһы мөдире. 2012 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының биология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2007). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001)[6].

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Яңы Федоровка (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. Госсправка сайтында урамдар исеме
  6. Яңы Федоровка (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9./8-spisok/17437-karpov-daniel-nikolaevich.htm Карпов Даниэль Николаевичl