Яңы Атйетәр
Ауыл | |
Яңы Атйетәр Яңы Атйетәр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав |
татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Яңы Атйетәр (рус. Новоадзитарово) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 372 кеше[1]. Почта индексы — 453483, ОКАТО коды — 80205804006.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 14 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Көйәҙебаш): 1 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 15 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атйетәр ауылы Меркет-Мең улусы аҫабалары ерендә 1746 йылғы килешеү буйынса яһаҡлы татарҙар һәм 1747 йылғы килешеү буйынса типтәрҙәр тарафынан нигеҙ һалына. Башта Ҡунаҡҡол Атйетәров етәкселегендә 5 йорт була. Яңы ауыл уның атаһының исемен йөрөтә. Татарҙарҙы индереү 1758 йылдың 13 июнендә Өфө провинциаль канцелярияһы указы менән раҫлана. Шул саҡта уҡ бында тағы яһаҡлы татарҙарҙың 19 йорто күсенә. Мишәрҙәр бында 1813 йылдан башҡорттарҙан һатып алынған ерҙәрҙә йәшәй. Татарҙар керҙәшлек өсөн аҫаба башҡорттарға йыл һайын 30-шар һыуһар түләгән. Күсенгәндә һәр йорт бер тапҡыр 7-шәр һум аҡса түләгән. 1816 йылда 34 йортта 300 мишәр йәшәгән. 18 йылдан һуң уларҙың һаны 500 кешегә еткән. Типтәрҙәр 1783 йылда — 206, 12 йылдан һуң 257 кеше иҫәпләнгән. VIII ревизия 1834 йылда 568 типтәрҙе асыҡлаған. Мәсет һәм училище булған[2].
Яңы Атйетәр ауылы халҡының бер өлөшө төп ауылдан айырылып сыҡҡас барлыҡҡа килә. 1795 йылда унда 5 типтәр иҫәпләнгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мөгәзәй булған. 1906 йылда мәсет, мәҙрәсә, 2 мөгәзәй теркәлгән[3]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 877 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 647 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 562 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 452 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 407 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 372 | 173 | 199 | 46,5 | 53,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 53. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Яңы Атйетәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Госсправка сайтында урам исемдәре
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 53. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Яңы Атйетәр Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |