Мәнеү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мәнеү
рус. Манеево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ауырғазы

Ауыл советы

Мәҫәле

Координаталар

53°51′09″ с. ш. 55°46′33″ в. д.HGЯO

Халҡы

360[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453491

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 205 822 007

Код ОКТМО

80 605 422 106

Номер в ГКГН

0523182

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мәнеү (Рәсәй)
Мәнеү
Мәнеү
Мәнеү (Башҡортостан Республикаһы)
Мәнеү

Мәнеү (рус. Манеево) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 360 кеше[2]. Почта индексы — 453491, ОКАТО коды — 80205822007.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҫәле йылғаһы (Ҡуғанаҡ йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға 1770 йылда Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. Сыуаш-татар халҡы йәшәгән. Ауылдың икенсе исеме — Бишҡайын. V рәүиз буйынса унда 300 сыуаш, 20 татар кешеһе булған. Бөтәһе лә суҡындырылғандар. 1795 йылда 320 кеше иҫәпкә алынған, 1865 йылда 70 йортта 471 кеше йәшәгән. 1920 йылда 120 йортта 766 кеше теркәлгән. V рәүиз икенсе ауылды — Кесе Мәнеүҙе лә асыҡлай. Бында мордвалар ҙа, сыуаштар ҙа йәшәгән, барлығы 172 кеше булған. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[3][4]

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылдың исеме антропономик сығышлы, уның тәүге төпләнеүсеһе Мәнеү (суҡындырылғандан һуң Максим Филиппов) исеме менән аталған.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 826
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 676
1959 йыл 15 ғинуар 669
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 434
2002 йыл 9 октябрь 373
2010 йыл 14 октябрь 360 170 190 47,2 52,8
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселеге - сыуаштар (93%).

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Милли составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда йәшәүселәрҙең 93 проценты — сыуаштар

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1 Май урамы (рус.  улица 1 Мая)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Тирмән урамы (рус. Мельничная улица)
  • Баҫыу урамы (рус. Полевая улица)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Циолковский урамы (рус. улица Циолковского)[5].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Изге Блаженная Матрона Московская ғибәҙәтханаһы

Видеояҙмаларҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Село Манеево и храм Св. Блаженной Матроны Московской[6]
  • Храм Святой блаженной Матроны Московской села Манеево[7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]