Эстәлеккә күсергә

Кешәнне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Кешәнне
Кешәнне
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Яңы Кәлсер

Координаталар

54°05′58″ с. ш. 55°48′44″ в. д.HGЯO

Милли состав

татарҙар, башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 831 003

ОКТМО коды

80 605 431 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Кешәнне (Рәсәй)
Кешәнне
Кешәнне
Кешәнне (Башҡортостан Республикаһы)
Кешәнне

Кешәнне (рус. Кшанны) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 417 кеше[1].

Почта индексы — 453474, ОКАТО коды — 80205831003.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 9 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Кәлсер): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 39 км

Ауылға Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1746 йылда төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса (1758 йылда теркәлгән) яһаҡлы татарҙар (һуңынан улар типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала. Ауырғазы йылғаһы буйындағы 1-се Атйетәр ауылы Кешәнне тип атала. XX быуат башында ул 208 йорттан тора, унда 613 ир-ат һәм 629 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Улар — татарҙарҙан типтәрҙәр[2]. Игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда мәсет, мәҙрәсә, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 417 191 226 45,8 54,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар (57 %), башҡорттар (42 %)[4].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Гоголь урамы (рус. улица Гоголя)
  • Тау арты урамы (рус. Загорная улица)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Болон урамы (рус. Луговая улица)
  • М.Ғафури урамы (рус. улица М.Гафури)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Шишмә урамы (рус. Чишминская улица)[5]
  • Бәхти Ғайсин (24 ғинуар 1930 йыл — 5 октябрь 1991 йыл) — музыкант-аккордеонсы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1986), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1962) артисы.
  • Камалетдинов Мотаһар Мирхәйҙәр улы (1875—1938) — башҡорт дин әһеле. Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө (1936).
  • Юшәле күле