Эстәлеккә күсергә

Төрөмбәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Төрөмбәт
рус. Турумбет
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ауырғазы

Ауыл советы

Төрөмбәт

Координаталар

54°00′39″ с. ш. 55°31′23″ в. д.HGЯO

Халҡы

559[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453497

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 858 001

ОКТМО коды

80 605 458 101

ГКГН номеры

0519189

Төрөмбәт (Рәсәй)
Төрөмбәт
Төрөмбәт
Төрөмбәт (Башҡортостан Республикаһы)
Төрөмбәт

Төрөмбәт (рус. Турумбет) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 620 кеше[2]. Почта индексы — 453497, ОКАТО коды — 80205858001.

Өршәк йылғаһы буйында урынлашҡан.

Төрөмбәт ауылы Меркет-Мең улусы сотнигы Төрөмбәт Ырыҫҡоловтың исемен йөрөтә. Сотник XVIII быуаттың 60-сы йылдарындағы сығанаҡтар буйынса билдәле. 1811 йылда VI ревизия ауыл халҡын милли ҡатнаш (Биштәк, Көҙәк, Этекәй ауылдарынан килгән 211 аҫаба башҡорт, 48 керҙәш башҡорт, 88 типтәр) күрһәтә. Әммә халыҡ һаны ике ауыл — Иҫке- һәм Яңы Төрөмбәт буйынса бирелә. Һуңғыһы 1784 йылда айырылып сыға. VII ревизия ваҡытында иҫке ауылда 13 йортта йәшәгән 77 кешене иҫәпкә ала, яңы ауылда 38 йортта 211 кеше теркәлә. ХIХ быуат уртаһында беренсеһендә — 124, икенсеһендә 373 кеше иҫәпләнгән. Яңы Төрөмбәттә ауылға нигеҙ һалыусының улдары йәшәй. Былар балалары менән йорт сотнигы Абдулкәрим, Абдрахман, Яңыбәк Төрөмбәтовтар. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, бакалея кибете иҫәпкә алынған. 30‑сы йылдарҙан алып 1‑се Төрөмбәт (443 кеше) һәм 2‑се Төрөмбәт (296 кеше) ауылдары булараҡ теркәлгән, һуңынан улар хәҙерге исем менән бергә иҫәпкә алынған[3].

Төрөмбәт ауылы — административ үҙәк. Төп мәктәп (Степановка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Йыйын” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 559 278 281 49,7 50,3
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (99  %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1850 йылда Төрөмбәт ауылында ла ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана[5].

Атаманың килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылдың исеме антропонимдан. Төрөмбәт ауылы унда төпләнеүсе Меркет-Мең улусы сотнигы Төрөмбәт Ырыҫҡолов исеме менән атала.

Йылғалар

  • Өршәк йылғаһы
  • Бурлығул йылғаһы
  • Ослотау[6]
  • Тау урамы (рус. Горная улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
  • Туғай урамы (рус. улица Тугаево)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[7]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • YouTube сайтында Видео Презентация села Турумбет Аургазинского района на Республиканском конкурсе Трезвое село