Эстәлеккә күсергә

Мөҡсин (Ауырғазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мөҡсин
Мөҡсин
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Ишле

Координаталар

54°15′45″ с. ш. 55°54′10″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 816 004

ОКТМО коды

80 605 416 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мөҡсин (Рәсәй)
Мөҡсин
Мөҡсин
Мөҡсин (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мөҡсин

Мөҡсин (рус. Муксино) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 37 кеше[1]. Почта индексы — 453471, ОКАТО коды — 80205816004.

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 27 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ишле): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 51 км

Мөҡсин ауылына XVIII быуаттың 70—80-се йылдар араһында мишәр старшинаһы Мөҡсин Әбделсәләмов тарафынан нигеҙ һалынған. Ауыл 1787 йылда бер документта телгә алына. 29 йылдан һуң рәүиз ваҡытында 7 ихатала 50 мишәр кешеһе йәшәгән. 4 йортта ике- һәм өс ҡатынлылар йәшәгән. Былар йорт старшинаһы, мәзин, поход сотнигы һәм йорт яҫауылы булған. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың араһында улдары — поход старшинаһы Муллағол (уның улы Мирсаяф) һәм йорт старшинаһы Йосоп Мөҡсиновтар була. VIII ревизия барлығы 87 кешене асыҡлай. Улар башҡорттарҙың керҙәштәре[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 37 21 16 56,8 43,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - татарҙар (92 %)[3].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Дача урамы (рус. Дачная улица)[4]