Эстәлеккә күсергә

Юламан (Башҡортостан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Юламан
Юламан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл Советы

Талбазы

Координаталар

54°01′38″ с. ш. 55°49′39″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 846 003

ОКТМО коды

80 605 446 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Юламан (Рәсәй)
Юламан
Юламан
Юламан (Башҡортостан) (Башҡортостан Республикаһы)
Юламан

Юламан (рус. Юламаново) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 407 кеше[1]. Почта индексы — 453480, ОКАТО коды — 80205846003.

Юламан ауылына 1745 йылда аҫаба башҡорттар нигеҙ һала. Сотник Аҡҡолай Бикташев етәкселегендә Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы аҫабалары Юламан Таймаҫовты һәм уның иптәштәрен Асау йылғаһы (башынан алып уның тамағына тиклем) буйындағы аҫаба ерҙәренә йылына 4 һыуһар һәм бал батманы өсөн индерә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Юламандың ата-бабалары 1669 йылда уҡ керҙәш булған, уларҙың береһе Талач Мерәҫов ошо уҡ йылға янында Талач ауылына нигеҙ һалған. Шулай итеп, Юламан 76 йылдан һуң керҙәшлекте тергеҙгән генә (уның тамғаһы). Уның улы Ноғман Юламанов (уның улдары Әғлиулла, Хажиәхмәт) һәм башҡа ерһеҙ башҡорттар типтәр ҡатламына күсә. 1783 йылда Яңы Алмантай ауылынан яңы суҡындырылған сыуаштар күсеп килә. V ревизия ваҡытына улар 14 кеше иҫәпләнә. Артабан этник состав буйынса ауыл сыуаш булып китә. 1870 йылда 2 йортта — 26 башҡорт, 34 йортта 205 сыуаш йәшәгән. 1902 йылда унда 388 кеше менән 58 йорт асыҡлана. 18 йылдан һуң йорт-хужалыҡтар һаны 80-гә барып етә[2].

Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған.

Юламан ауылы Талбазы ауыл Советына ҡарай. Ауылда төп мәктәп (Талбазы лицейы филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 407 200 207 49,1 50,9
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселеге - сыуаштар (95%).

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Чегаклы йылғаһы (Ауырғазы йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 34 км
  • Королев урамы (рус. улица Королева)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Нефтселәр урамы (рус. улица Нефтяников)
  • Николаев урамы (рус. улица Николаева)
  • Күл урамы (рус. Озерная улица)
  • Баҫыу урамы (рус. Полевая улица)
  • Производство урамы (рус. Производственная улица)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
  • Йәйғор урамы (рус. Радужная улица)
  • Сиркәү урамы (рус. Церковная улица)[4]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Савельев-Сас Александр Сергеевич (26 сентябрь 1932 йыл) — сыуаш шағиры, яҙыусы. Халыҡ мәғарифы алдынғыһы. М. Трубина, Ф. Кәрим, Ауырғазы район хакимиәтенең Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994). Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй.
  • Сыбар ат күле
  • Чегаклы йылғаһы

Юламаново - частица Республики Башкортостан[5]