Иҫке Этекәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иҫке Әтекәй битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Иҫке Этекәй
рус. Староитикеево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл биләмәһе

Батыр ауыл Советы (Ауырғазы районы)

Координаталар

54°01′20″ с. ш. 55°58′06″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1740

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1747,1779

Элекке исеме

Ғүмәр

Халҡы

197[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453483

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 804 010

ОКТМО коды

80 605 404 146

Иҫке Этекәй (Рәсәй)
Иҫке Этекәй
Иҫке Этекәй
Иҫке Этекәй (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Этекәй

Иҫке Әтекәй (рус. Староитикеево) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. Батыр ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 197 кеше[2]. Почта индексы — 453483, ОКАТО коды — 80 205 804 010.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуаттың 40-сы йылдарында нигеҙләнгән башҡорт ауылы. 1779 йылда Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр килеп ултыра. Сотник Этекәй Дәүләтов исеме менән аталған ауылға нигеҙ һала. 1774 йылғы Юлбирҙе Этекәйев йорт старшинаһы булып хеҙмәт иткән — ауылдар менән идара иткән. Уның улдары — Юлбирҙе Этекәев (1774) билдәле. Ул бер төркөм ауылдар менән идара иткән, йорт старшинаһы булған. Юлбирҙенең улдары — Фәйзулла, Ихсан, Мөхәмәтғәле, Йосоп. Шулай уҡ ауыл кешеләренең береһе Ғүмәр Исламғолов исеме менән Ғүмәр ауылы тип теркәлгән. XIX быуаттың 1‑се яртыһынан алып хәҙерге исемен йөрөтә[3].

1795 йылда 32 йортта 203 кеше — 167 башҡорт, 22 типтәр, 14 мишәр йәшәгән. Мишәрҙәр һәм типтәрҙәр бында меркет-мең башҡорттары менән керҙәшлек килешеүен 1747 һәм 1779 йылдарҙа төҙөгән. 1865 йылда 35 йортта — 236 кеше[4] Был ике ауылдың халҡы игенселек, малсылыҡ һәм кәсепселек менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 295 башҡортҡа 608 бот ужым һәм 1082 бот яҙғы иген сәселгән[5].

Был ауыл урынлашҡандан һуң 100 йыл үтеүгә бер нисә ғаилә икенсе Этекәй ауылына нигеҙ һалған. Иҫке һәм Яңы Этекәйҙә хәҙер башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр йәшәй. Типтәрҙәр үҙҙәрен татар тип атай[6].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 521
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 486
1959 йыл 15 ғинуар 351
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 179
2002 йыл 9 октябрь 208
2010 йыл 14 октябрь 197 89 108 45,2 54,8
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (77 %) йәшәй[7].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1850 йылда[8] Иҫке Этекәй ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 7 Ноябрь урамы (рус. улица 7 Ноября)
  • Күл урамы (рус. Озерная улица)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[11]

.

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 54. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Иҫке Этекәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 54. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 54. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  8. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  9. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  10. Иҫке Этекәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 3 по Республике Башкортостан
  12. Национальная библиотека им. А.-З.Валиди Республики Башкортостан. Литературная карта Республики Башкортостан. Персоналии. Нагаева Зифа Валиевна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2018)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]